6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Билдәле ғалим Анатолий Венедиктовтың тыуған көнө
01.07.05


       Билдәле ғалим Анатолий Васильевич Венедиктовтың беҙҙ ең яҡташыбыҙ булыуы мәғлүмме һеҙгә Ул 1887 йылдың 30 июнендә Өфө губернаһының Ергән ҡасабаһында тыуған. Өфө гимназияһын тамамлағандан һуң, Петербургка килә, унда ике юғары уҡыу йортон: 1910 йылда - Политехник институттың
       иҡтисад бүлеген, ә 1912 йылда - Петербург университетының юридик факультетын тамамлай.
       Үҙенең "Акционер компанияларҙың ҡушылыуы" тип аталған тәүге хеҙмәтен Анатолий Венедиктов егерме ете йәшендә баҫтыра ( 1914 йыл). Артабан ул егерменән ашыу ғилми хеҙмәт
       яҙа, улар араһында киң билдәле монографик тикшереүҙәр - " Дәүләт предприятиеларының хоҡуҡи тәбиғәте" (1928), "Сәнәғәттә килешеү тәртибе" (1935), "Дәүләт социалистик
       мөлкәте" (1948) һәм башҡалар бар.
       Венедиктовтың бала саҡ һәм үҫмер йылдары Рәсәйҙә революцион - демократик хәрәкәт йылдарына тура килә. Әле
       гимназияла уҡыған ваҡытта уҡ ул ваҡыттағы тәртиптәргә ҡаршы
       протест юлына аяҡ баҫа.
       1905 йылда ун һигеҙ йәшлек Анатолий Венедиктов Өфөнөң РСДРП ойошмаһына инә. 1906 йылдан 1908 йылға тиклем Петербургта Политехник институттың социал - демократтар
       төркөмөндә большевиктар фракцияһы эшендә әүҙем ҡатнаша.
       1922 йылда Венедиктов профессор исемен яҡлай, ә 1936 йылда уға юридик фәндәр докторы исеме бирелә. 1942 йылда РСФСР - ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә, 1949 йылда
       СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. Ленин ордены менән
       наградлана, 1958 йылда СССР Фәндәр академияһы ағзаһы, Варшава хоҡуҡ университетының почетлы докторы итеп һайлана. 1959 йылда уға Бөтә донъя тыныслыҡ советының Почет грамотаһы тапшырыла. 1959 йылдың 9 авгусында Ленинградта вафат була.
       1988 йылдың сентябрь айында Башҡорт медицина институтының ( бөгөн БДМУ) уҡыу корпустарының береһендә, Фрунзе урамы, 47 адресы буйынса мәрмәр таҡтаташ асыла. Унда башҡорт һәм
       рус телдәрендә "Элек 1- се һанлы Өфө гимназияһы булған был
       бинала билдәле совет юрисы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, академик Венедиктов Анатолий Васильевич уҡыған. 1887 - 1959"
       тип яҙылған.
       Таҡтаташты асыуҙа ғалимға арналған ғилми конференцияға килеүсләр ҡатнаша. Улар араһында Венедиктовтың уҡыусыһы, Ленинградтың элекке мэры Анатолий Собчак та була. Уҡыу йортоноң музейында булып ул уҡытыусыһы тураһында күп яңы нимә белә.
       Анатолий Васильевич Өфөлә, Октябрь революцияһы урамы, 20 адресы буйынса, икенсе ҡатта йәшәй. Буласаҡ академик врач По лферов ғаиләһендә тәрбиәләнә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал