6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Иглинда власть халыҡ менән осрашты
01.07.05


       Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор, БР
       прокуроры һәм республиканың эске эштәр министрын Иглин районы халҡы хакимиәт бинаһы эргәһендә митинг менән ҡаршы алды. Бында Энгельс Ҡолмөхәмәтов, Александр Коновалов һәм Рафаил Диваев граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итергә килде.
       Тиҙҙән халыҡты транспаранттар тотоп сығырға районда билдәле шәхес, Оло - Теләктә йәшәүсе фермер өгөтләүе асыҡланды. Һуңынан ул үҙе лә ҡабул итеү бүлмәһенә инеп, үҙен
       борсоған проблемаһы менән уртаҡлашты. Уның ярһыу сығышынан түбәндәгеләр аңлашылды: урындағы власть уның ерҙәрен тартып алған һәм фермер үҙенең ат көтөүен ( мең баш
       тирәһе) ауылда көтөргә мәжбүр. Аттар, билдәле, халыҡтың бесәненә тейә, ҡоймаларҙы емерә, баҡсаларҙы тапай, ошо арҡала уларҙың хужаһы һәм ауыл халҡы араһында конфликттар
       барлыҡҡа килә. Хәл фермерҙы ауылдан ҡыуыуға тиклем барып еткән. Әйткәндәй, ялыу менән килеүселәрҙең өстән бер өлөшө тап ошо аттарҙан нужа күреүселәр, йәғни ғәйепһеҙ хайуандар
       бәхәстең төп темаһы булып сыға.
       Дөйөм алғанда, иглиндар үҙҙәренең үтә ҡыҙыу халыҡ булыуҙарын күрһәтте. Ҡайһы берҙәре хикәйәләү барышында ҡатыраҡ һүҙҙәр ысҡындырырға ла тартынманы, уларға етәкселәр шелтә эшләргә мәжбүр булды.
       Өс сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә федераль инспектор, прокуро р һәм министр егермегә яҡын кешене ҡабул итте. Был һан ғәҙәттәгенән аҙыраҡ, әммә һөҙөмтәләр бар. Килеүселәр иҫәбендә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар,"ҡара" эш хаҡы ҡорбандары ярҙам һорап инде. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр "конвертҡа һалынған" эш хаҡы алыуына борсолмай, әммә һуңынан үҙе иҫәп тотҡан пенсиянан мәхрүм ҡала, кемдер предприятиеның банкротлығы сәбәпле эш хаҡын ала алмай. Үҙҙәренең хөкөм ителгән йәки ҡулға алынған улдарын ярлыҡауҙы
       һорап килгән әсәләр ҙә булды.
       Ҡабул итеүгә килгәндәрҙең барыһы ла үҙ проблемаһын шунда
       уҡ хәл итә алды тип әйтеп булмай, әлбиттә. Ҡайһы бер осраҡт а милиция һәм прокуратура түгел, бөтөнләй башҡа ведомство ҡыҫылышы кәрәклеге асыҡланды. Әммә һәр хәлдә килеүселәрҙең б ереһе лә кәңәшһеҙ ҡалманы.
       Ҡабул итеүселәр Иглин районының ярҙам һорап инеүселәре менән һөйләшкәндә бөгөн үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау буйынса
       әүҙемерәк урын биләргә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды - барлыҡ проблемаларҙы ла участка инспекторы башҡара ала торған ваҡыттар үтте. Әммә шул ваҡытта закондан аша атламаҫҡа ла кәрәк.
       Иглин халҡы менән осрашыу федераль инспектор, прокурор
       һәм министр тарафынан даими үткәрелгән ҡабул итеүҙәрҙең дауамы булып тора. Бөгөнгө көнгә уларҙың иҫәбендә Иглиндан башҡа Благовещен, Октябрьский, Бәләбәй һәм Салауат ҡалалары бар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал