6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һайлауҙарға нөктә ҡуйылды
01.07.05


       "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмегенең һайлау комиссияһы,
       ниһайәт, һайлауҙарға нөктә ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә үткән комиссия ултырышында 21 - се һайлау округындағы һайлауҙар һөҙөмтәһе ғәмәлгә яраҡлы тип танылды. Һайлау комиссияһы Гөлшат Арыҫланова әйтеүенсә, депутат итеп Дамир Камилов һайлана.
       Башта икенсе урын алған депутатлыҡҡа кандидаттың ялыуы буйынса, һайлау комиссияһы бирелгән тауыштарҙы яңынан һанарға ҡарар иткәйне, әммә унан өҫтә торған һайлау
       комиссияһы быны кәрәк тип тапманы. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, үткән йәкшәмбе урындағы үҙидараның вәкиллек органдарына, шул иҫәптән Өфөлә лә һайлауҙар булып үтте. Баш ҡаланың 32 һайлау округында һайлауҙар ғәмәлгә яраҡлы тип
       танылды. Ҡалғандарында - ҡала һайлау комиссияһы ултырышында бәхәсле мәлдәрҙе тикшергәндән һуң, депутат итеп Рим Ғарипов ( 16 - сы округ) һәм Анатолий Безрукавников ( 31
       - се округ) раҫланды. Һәм бына, ниһайәт, яңы ҡала советының һуңғы депутаты ла асыҡланды. Халыҡ һайланыусыларына депутат танытмаларын муниципаль берәмек Советының яңы рәйесе тапшырасаҡ, уны депутаттар икенсе аҙнаға планлаштырылған сессияла үҙҙәре һайлай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал