6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Енәйәт ҡылаһың - язаһын да алаһың
01.07.05


       БР Эске эштәр министрлығы биргән мәғлүмәт буйынса, быйы лғы йыл әйләнештә яһалма аҡса табыу осраҡтарына бай булды. Ә ммә уларҙы эшләү менән шөғөлләнеүселәрҙе асыҡлау ҙа үҙен оҙа ҡ көттөрмәй. Бер ай элек Нефтекамала хоҡуҡ һаҡсылары тауар өсөн яһалма 500 һумлыҡтар менән түләүсе ике үҫмерҙе асыҡлағайны. Яңыраҡ ошо уҡ шөғөл менән байырға ниәтләгән Өфө психиатрия диспансерында эшләүсе 30 йәшлек ир ҡулға алынды, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был ҡылығын ялған аҡсалар эшләүсе еңел аҡсанан баш тарта алмауы менән аңлата. Үҙе таныуынса, аҡса баҫыу идеяһы уның башына бер йыл элек, телетапшырыу ҡарағанда барлыҡҡа килә. Дөрөҫ, был тапшырыуҙа ялған аҡса эшләүсегә бирелгән яз а тураһында ла әйтелә, әммә уның быға иҫе китмәй. Техник прогресс ҡаҙаныштарын файҙаланып - хәҙер компьютер проблема түгел - ул ялған аҡса етештереүҙе ағымға ҡуя һәм милиция күҙенә салынғансы дауам итә.
       - Ул баҫҡан банкноталарҙы беҙ әйләнештән үткән йыл таба
       башланыҡ. "Мут егет" аҡсаны бер кем дә тикшермәгән урында, мәҫәлән, сауҙа павильондарында йәки маршрут таксиларында файҙаланған, - тип һөйләй Октябрьский районы эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса
       бүлек начальнигы Руслан Сәйфетдинов.
       "Тәңкә һарайы" хужаһы бик һаҡ ҡылана, тотолмаҫ өсөн барлы ҡ сараларын да күрә, 50 һәм 100 һумлыҡ купюралар ғына баҫа, уларға төрлө номер "төшөрөргә" лә онотмай. Дөйөм алғанда банкноталарҙың сифаты бик үк яҡшынан булмаһа ла, уның эше уңышлы бара. Ялған аҡсаларҙың барыһы ла тик махсус аппаратура ярҙамында ғына асыҡлана. Тик шулай ҙа яҙмыштан уҙмыш юҡ, ҡылған енәйәттең язаһын алырға кәрәк. Был иргә биш
       йыл самаһына рәшәткә артына эләгеү янай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал