6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Социаль яуаплылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн
01.07.05


       2000 йылдан башлап илебеҙҙә "Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы" конкурсы үткәрелә, унда Рәсәй Федерацияһында теркәлгән ойошмалар ҡатнаша. Сараның
       маҡсаты - предприятиеларҙың иғтибарын социаль һорауҙарға йәлеп итеү. Конкурста еңеүселәр һәм лауреаттар өлгөһөндә иң уңышлы эштәр күрһәтелә һәм, әлбиттә, таратыла. Ә был өлкәлә эшләүҙең ыңғай тәжрибәһе бүләкһеҙ ҡалмай.
       Конкурсты ойоштороусы ролендә РФ Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы, башҡарма власть федераль һәм төбәк органдары, б өтә Рәсәй эш менән тәьмин итеүселәр һәм профсоюздар берләшмәләре сығыш яһай. Быйыл конкурсы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп РФ иҡтисади ү ҫеш һәм сауҙа министры Герман Греф тәғәйенләнде.
       Был конкурс нимә бирә Беренсенән, предприятие һәм ойошмаларҙың иң яҡшы социаль проекттары өҫкә сыға, икенсенән, бының менән күп кенә Рәсәй ойошмаларына ыңғай социаль имидж булдырырға булышлыҡ итә. Практика күрһәтеүенсә, конкурс предприятиелар араһында ҙур популярлыҡ
       менән файҙалана, ә уны үткәреү идеяһы бөтә кимәл власть органдары тарафынан хуплап ҡаршы алына.
       Мәҫәлән, үткән йылда юғары социаль һөҙөмтәлелеккә ярышта илдең 75 төбәгенән иҡтисадтың 34 тармағында эшләүсе 855
       предприятие ҡатнашты. Төп номинацияларҙа дипломдар 64 предприятие һәм ойошмаға тапшырылды, өҫтәмә номинацияларҙа - 37 һәм тармаҡ буйынса - 107 ойошма һәм
       предприятие билдәләнде. 2004 йылда иң юғары социаль
       һөҙөмтәләр менән эшләүсе ойошма тип "НК "Роснефть" һәм
       "Сургутнефтегаз" табылды. Еңеүсе ойошмаларҙың етәкселәре һәм белгестәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырыласаҡ.
       Бишенсе бөтә Рәсәй конкурсын ойоштороусылар эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығы темаһы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да 2005 йылда әүҙемлек
       күрһәтергә һәм үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡыра. Бының өсөн
       кәрәкле документтарҙы 15 июлдән дә һуңға ҡалмайынса конкурс
       комиссияһы адресына ебәрергә кәрәк: 105203, Мәскәү, 15 -я Парковая урамы, 8 - се йорт (тел./факс 464 - 33 - 33, 463 - 95 - 90).
       Документтар пакетында конкурста ҡатнашыуға заявка, ҡатнашыусының тултырылған мәғлүмәт картаһы (һәр битендә етәксе ҡултамғаһы һәм ойошма мисәте баҫылған булырға тейеш),
       үткәрелгән социаль эш тураһында ентекле мәғлүмәт, ойошманың финанс хәле тураһында отчет, коллектив килешеү копияһы, теркәү взносын түләү буйынса поручение копияһы булырға тейеш.
       Конкурстың һөҙөмтәләре быйылғы йылдың декабрь айында билдәле буласаҡ.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал