6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Республика бюллетенда
30.06.05


       Йәкшәмбе көнөнә билдәләнгән һайлауҙар легитим тип табылд ы. Был һайлауҙарға нимә хас булды. Һайлаусыларҙың участкалар ға аҙ һанда килеүе -был дөйөм һайлау системаһына һалҡын ҡараш
       менән аңлатыламы, әллә баҡса - отпуск миҙгеле етеүе менәнме , билдәһеҙ. Һайлау алды кампанияһының да бик үк намыҫлы булмауы менән дә хәтерҙә ҡалды ул. Һәм һуңғыһы - әлегә булмаған муниципаль берәмектәрҙең ҡала советтары барлыҡҡа килде. Яңы халыҡ һайланыусыларына депутат танытмалары июль б ашында тапшырыласаҡ.
       Республиканың баш ҡалаһында һайлау алды көрәше айырыуса к өсөргәнешле булды. Дәғүәселәр күберәк башҡаларҙы яманларға й әки федераль һәм төбәк властарын тәнҡитләргә тырышты. Ә инде уларҙың үҙҙәре һайланған осраҡта үҙ өҫтәренә алырға вәғәҙә иткән йөкләмәләрен Геракл йәки Рәсәй президенты үҙе л ә башҡарып сыға алмаҫ ине, моғайын. Былар барыһы ла хәҙер артта ҡалды. Баш ҡаланың 35 округында ла һайлауҙар үткән тип
       танылды. Әммә әлеге ваҡытҡа "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмегенең һайлау комиссияһы ҡарары буйынса 33 округта ғына һайлау һөҙөмтәләре ғәмәлгә ярашлы тип һанала. Ҡалған икәүһендә, 21 - се һәм 31 - се округтарҙа, һайлау барышына ҡарата ялыуҙар күп булыу сәбәпле, ҡала һайлау комиссияһы билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡарар сығарҙы. Уларҙа тәүге ике дәғүәсе өсөн бирелгән тауыштар бик аҙға айырыла һә м ошо сәбәп килгән "сигналдарға" етди ҡарарға мәжбүр итә.
       Ҡалған 33 округта һайлау һөҙөмтәләре ғәмәлгә ярашлы тип танылды. Һәм округтар буйынса муниципаль берәмек Советына депутаттарҙың исем - шәрифтәрен дә атап үтергә була. 1-се округ - Рәшит Баһауетдинов, 2-се - Марат Латипов, 3-сө - Рин ат
       Ғәфүров, 4-се - Владимир Супов, 5-се - Андрей Казанцев, 6-с ы - Петр Пузиков, 7-се - Рөстәм Сәйҙәшев, 8-се - Татьяна Муз ыченко, 9-сы - Римма Үтәшева, 10-сы - Рәшит Әмиров, 11-се - Игорь Бреймаер, 12-се - Борис Герасимов, 13-сө - Александр Баутски й, 14-се - Вячеслав Чегодаев, 15-се - Гүзәл Ибраһимова, 16-с ы - Рим Ғарипов, 17-се - Олег Маркухов, 18-се - Марат Вәсимо в, 19-сы - Сәид Закиров, 20-се - Сергей Конов, 22-се - Артур
       Абдуллин, 23- сө - Радик Миңлебаев, 24-се - Ирек Ниғмәтуллин, 25-се - Эльш ад Теләшев, 26-сы - Владимир Попков, 27-се - Ольга Одинокова , 28- се - Сергей Баранов, 29-сы - Андрей Носков, 30-сы - Иосиф Ма рач, 32-се - Нәзиб Йәмилов, 33-сө - Петр Фролов, 34-се - Рәи ф Абдрахманов, 35-се - Рафаил Ғибәҙуллин. Яңы ҡала советына әлеге ҡала депутаттар корпусының 14 депутаты үтте.
       Ҡаланың һайлау комиссияһы Александр Сидякин әйтеүенсә, һайлау барышында Өфөлә барыһы 300 - гә яҡын ялыу менән
       мөрәжәғәт итеү теркәлгән, һайлау комиссияһы ағзаларына күп тапҡыр участкаларға сығып һәр осраҡ буйынса айырым тикшереүҙ әр үткәрергә тура килә. Әммә ялыуҙарҙың күпселеге артыҡ иғтибар бирерлек түгел тип әйтергә була - йә участка биш минутҡа һуңлап асылған, йә урналар үтә күренмәй, йә ҡайһы бе р күҙәтеүселәрҙе индергәндәр, ҡайһы берҙәрен - юҡ һ. б. Ғәҙ әттән тыш ваҡиғалар ҙа юҡ түгел - һайлау участкаларында тера кт әҙерләнеүе тураһында дүрт хәбәр барыһы ла ялған булып сыҡты.
       28 - се округта әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл теркәлде - унда бер билдәһеҙ кеше урналар янына килә һәм һайлаусыларҙың исемлеген урлай. Тик исемлектә барлығы 40 фамилия ғына булғанлыҡтан, был хәл һайлау һөҙөмтәләренә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Ә исемлекте бур сәйнәп йотҡандыр, күрәһең.
       27 - се округта буталсыҡ хәл килеп сыҡты - унда бер кандидаттың фотоһы аҫтына икенсе кешенең биографияһы бирелә. Хәл тиҙ арала төҙәтелә, дөрөҫ, нәҡ ошо кандидат
       еңеүгә өлгәшмәй, әммә ул ҡала һайлау комиссияһына бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәне. 4 - се һайлау округында баш ҡала ла һайлаусылар иң күп тауыш бирҙе - 39 процент тирәһе. Иң а ҙы - бишенсе округта - талап ителгән 20 проценттан саҡ ҡына күберәк. Әйтергә кәрәк, Өфө буйынса тауыш биреүселәрҙең урта са һаны 24 процент тәшкил итә. Александр Сидякин "Башинформ" агентлығында сығыш яһағанда, йәйҙең һайлауҙар өсөн бик үк уңышлы ваҡыт булмауы менән килеште. Бына урындағы үҙидара ор гандарына һайлауҙарҙың киләһе этабы 30 октябрҙә үтергә тейеш, ул саҡта эш алға китер, моғайын.
       Сидякиндың һүҙҙәре буйынса, ҡала советына һайлауҙар үҙен аҡлауы ҡыуандыра. Һайлау залогы 5 проценттан юғарыраҡ тауыш йыйғандарға ғына ҡайтарып бирелә, ә ундайҙар 149 дәғүәсе араһында күп түгел. Төшөп ҡалған йәки үҙ кандидатураларын алған дәғүәселәр ҙә бюджетты тулыландырасаҡ - был тағы 59
       взнос тигән һүҙ.
       Һайлауҙарҙағы күҙәтеүселәр темаһы айырым һөйләшеүҙе талап
       итә. Тәүге иапҡыр һайлауҙа сәйәси фирҡәләрҙән күҙәтеүселәр һәм депутатлыҡҡа кандидаттар менән бергә "Голос" Рәсәй коммерция булмаған партнерлыҡ күҙәтеүселәре ҡатнашты. Матбуғат конференцияһында улар 26 июнь көнөн уларҙың ете төркөмө тулыһынса һайлау участкаларында үткәрҙе тип белдерҙе . Ә асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар, "Голос" фекеренсә, һайлау
       закондарының үтәлмәүе, тауыштар тейешенән аҙ булыуы, күҙәтеүселәр хоҡуғы, журналистар хоҡуғы кеүек үк, йыш ҡына күҙәтелмәүе тураһында һөйләй. Бынан тыш, "тауыштарҙы һанаған ваҡытта күп кенә һайлау комиссияларында бойондороҡһоҙ контроль күҙәтеүе булманы", был һайлау һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуйыуы ихтимал. Әммә "Голос" вәкилдәре ниндәй ҙә булһа ғариза менән күҙәтеү органдарына
       мөрәжәғәт итергә йыйынмай.
       Икенсе яҡтан, Башҡортостан прокуроры Александр Коновалов уның ведомствоһына айырым ялыуҙар ғына килеүе һәм уларҙың
       барыһы буйынса ла тикшереү алып барылыуы тураһында белдерҙе. Һайлау барышында күмәк хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәне, тип һыҙыҡ аҫтына алды республика прокуратураһы башлығы. "Голос" Ассоциацияһына ҡарата һайлау комиссияһы ағзаһы Александр Сидякиндың һүҙҙәре тағы ла ҡатыраҡ яңғыраны.
       Беренсенән, был ойошманың халыҡ - ара күҙәтеүсе статусы юҡ,
       икенсенән, ҡала һайлау комиссияһы аңлатма һорап Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт иткәс, ул бындай ойошманың бөтөнләй билдәһеҙ булыуын белдерә. Һәм тағы: Александр Сидякин әйтеүенсә, һайлуҙар алдынан комиссияға ошондай уҡ икенсе бер халыҡ - ара ойошма мөрәжәғәт иткән, уларҙың тәҡдиме буйынса, был ойошма күҙәтеүселәре һайлауҙан һуң тауыш биреү хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ үтте, барлыҡ норма һәм ҡағиҙәләр һаҡланды тип хәбәр итергә әҙер булыуын белдерә. Ти к бының өсөн... 10 мең доллар түләргә кәрәк буласаҡ.
       Шулай итеп, Башҡортостандың яңынан барлыҡҡа килгән 54 муниципаль берәмегендә урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар үтте. Һәм һәр урында ла уңышлы түгел. 11 һайлау округында - Белореттың дүрт округы һәм Белорет районының Николаев ауыл советы округында, Туймазының ике округы, Нефтекама ҡалаһының өс округы һәм Салауат ҡалаһының бер округында тауыш биреүселәр аҙ килеүе сәбәпле, һайлауҙар үтмәне. Яңынан һайлауҙар, тейеш булғанса, алдағы ярты йылда
       үтәсәк.
       Һәм, ниһайәт, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар дүрт һайлау округының өсәүһендә үтте. Әгәр 35 - се Приютов (Бәләбәй ҡалаһы һәм районы), 77- се Өсән (Туймазы ҡалаһы һәм районы) һәм 80 - се Беүә (Яңауыл ҡалаһы һәм районы) һайлау округтарында республика парламентына яңы депутаттар өҫтәлһә, 1 - се Тимер юл округында (Өфөнөң Дим районы) "барыһына ла ҡаршы" тигән кандидат еңде. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә өҫтә әйтелгән өс округ буйынса Солтан Хәйруллин, "Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм
       конструкциялар заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең
       генераль директоры, Морат Ғөзәйеров, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры һәм Камил Мәмәтҡазин, "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры һайланды. Алдағы сессияла улар коллегаларына ҡушыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал