6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Музыка

Өфөлөләр донъяға гимн яҙырға ла булдыра
20.10.03


       Үткән йыл Парижда энтузиаст - пацифистар төркөмө донъяғ а иң яҡшы гимнға халыҡ - ара конкурс иғлан иткәйне. Ошо тура ла төшөрөлгән сюжетты ҡарағандан һуң Өфөлә йәшәүсе үҙешмәкәр
       шағир Баһауетдин Зәйнетдинов был конкурста ҡатнашыу теләге менән яна башлай ҙа инде. Темаға тап килгән шиғырҙы ул 1992 йылда уҡ ул башҡорт телендә ижад иткән булған. Уның исеме " Ер шары йәшәйәсәк" тип атала. Хәҙер инде шиғырҙы инглиз тел енә тәржемә итергә һәм Парижға ебәрәһе генә ҡалды.
       Һәм бына инде өс ай дауамында Донъяға гимн филармония ның хор капеллаһы тарафынан төрлө концерттарҙа рус һәм башҡ орт телдәрендә башҡарылып килә. Инглиз теленә гимн тәржемә и телмәгән әле. Баһауетдин Зәйнетдинов Донъяға гимндың тексын а комментарий ҙа әҙерләгән.
       "Егерменсе быуат аҙағына Ерҙәге тормошто ғына түгел, Е рҙең үҙен дә юҡҡа сығарырлыҡ ядро ҡоралы етерлек донъябыҙҙа.
       Әгәр берәй ил икенсеһен ҡурҡытыр өсөн был ҡоралды тотона ба шлаһа, уға башҡалары эйәрһә, ахырзаман етеүенә лә күп ҡалмая саҡ. Кешелеккә ошо кәрәкме ни Киләсәк быуындарҙы йәшәүҙән м әхрүм итергә кем хоҡуҡ бирә уларға Нимәнән килә был Яуап бер. Әхлаҡһыҙлыҡтан. Кешеләр булдырған бар нәмә башта у ларҙың уйында тыуа бит. Ә уйҙар иһә уның әхлаҡи кимәленә бәй ле.
       Әгәр ғалимдар кешелекте юҡҡа сығарырлыҡ ҡорал эшләп с ығарырға һәләтле икән, ниңә улар ошоға тиклем торнадо, цунам и, тайфун кеүек тәбиғәт һәләкәттәренән ҡотолоу юлын уйлап та пмай Күрәһең, бындай файҙалы эште башҡарыу өсөн рухи таҙалы ҡтың күпкә юғары булыуы талап ителәлер...
       Беҙ тәҡдим иткән Донъяға гимн барлыҡ кешелеккә гимн б улып яңғырай ҙа инде. Уны башҡа телдәргә тәржемә итеп, башҡа
       халыҡтарға еткереүселәр табылһа, беҙ бик шат булыр инек.
       Яңы быуат йыры
       Тыныслыҡҡа гимн -- Донъя гимны
       Баһауетдин Зәйнетдинов Фәрит
       Иҙрисов көйө һүҙҙәре. Июнь, 1992 Ер - әсәһе өсөн, йәшәр өсөн Күп халыҡтың аҡты ал ҡаны. Бөтөн милләт, бөтөн кеше тигеҙ -- Бөтһөн яулау, иҙеү башҡаны. Ҡушымта: Һәр кем изге аҡылын яҡтыртып, Күтәрелһә рухи сафлыҡҡа, -- Барыбыҙ ҙа Ерҙә йәшәрбеҙ гел Татыулыҡта, бәхет - шатлыҡта! Аҡмаҫ ҡандар, Ерҙе шәфҡәт ҡаплар, Сафлыҡ булһа һәр бер кешелә, Нурҙарсәсеп, гүзәллеккә илтһә, Кешеләрҙең бөтөн эше лә. Ҡушымта. Афәт уты ҡуһа, Ер Шарыбыҙ Юғалмаҫмы Ҡояш ҡаршынан.. Ер йондоҙҙай балҡыр, сәсһәк һөйөү, Изге уйҙар һәр кем башынан... Ҡушымта. Күңеле тарҙың -- аҡылы киң була алмай...
       Автор.

Автор.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал