6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Рөстәмгә еңергә SMS - аралашыу ярҙам итә
30.06.05


       "U nas sorev. zakon4ilis, ja 3 li4no (kruto), komandoy 2" - Италияның Монтепульчиано ҡалаһынан Рөстәм Сабирхужин ҡа тыны Еленаға нәҡ ошондай хәбәр ебәрә. Республикала иң көслө спортсыларҙың береһе Европа чемпионатының шәхси ярыштарында бронза наградаға, эстафета һәм команда ярыштарында көмөш миҙалға лайыҡ булды.
       Бындай абруйлы ярыштарҙа өсөнсө урын ысынлап та "текә" ҡаҙаныш. Европа чемпионатына иң көслө спортсылар йыйылыуы би лдәле. Әммә Рөстәмдең үҙ серле ҡоралы бар, ул да булһа һөйөклө ҡатынынан килгән SMS - хәбәрҙәр. Спортсының ҡатыны Е лена Сабирхужина һөйләй:
       - Ул ярыштарҙа саҡта беҙ SMS ярҙамында аралашабыҙ. Әле
       һеҙҙең өсөн уның бронза миҙал алыуы тураһындағы хәбәрен эҙләгәндә SMS -ларҙы һанап сыҡтым, барыһы 76 дана. Ул һәр ваҡыт турнирҙарҙан миңә хәбәр яҙа, мин дә уға яҙам - һорауҙа р бирәйем, хуплайым. Иң күп SMS - лар ярымфинал һәм финал ярыштары араһында, буш ваҡыт булған саҡта килә.
       Ғөмүмән алғанда, ярыш көнөндә мин уны боронғо рус ырымы буйынса, әрләргә тырыша торғайным. Тик бының файҙаһы теймәне. Хәҙер беҙҙең яңы йола - ярыш көнөндә уның тураһында
       бөтөнләй уйламаҫҡа тырышам, ҡыйын булһа ла, Рөстәм тураһында уйҙарҙы башымдан ҡыуам. Һәм кисен, турнирҙар тамамланғас ҡына, һорау биреп SMS яҙа башлайым.
       Рөстәм Сабирхужин үҙе лә ярыштар көнөндә Елена менән аралашыу уға ярҙам итеүен раҫлай:
       - Ярыш ваҡытында ул миңә өйҙәге хәлдәрҙе еткерһә, был көсөргәнештән ҡотолорға ярҙам итә.
       - Европа чемпионатында бронза яулағанда шәхси зачет нисек
       үтте
       - Атышта икенсе булыуым ярҙам итте. Фехтованиела бик үк уңышлы сығыш яһай алманым - уртаса. Өсөнсө төр, йөҙөүҙән һуң , мин 11 - се урында инем. Был юлы һыбай йөрөүҙә уңышлы сығыш яһаным - дөйөм зачетта алтынсы урынға күтәрелдем. Һуңғы төр - йүгереүҙә стартҡа алтынсы булып килдем, өсөнсө урынға бер француз менән икәү дәғүә итә инек, мин уны бер аҙ артта ҡалдырҙым.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал