6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ял һәм күнекмәләр бергә үтте
30.06.05


       "БАШвестЪ" гәзите "Салауат Юлаев" командаһының Төркиәлә үткән күнекмә йыйындары тураһында ентекләберәк һөйләргә
       булды. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, Белек ҡалаһындағы курортҡа
       тәжрибәле белорус ҡапҡасыһы Андрей Мезиндан башҡа барлыҡ йә ш хоккейсылар ҙа барҙы.
       Уйынсылар һөйләүенсә, йыйындарҙа әҙерлек барышына өлкән тренер Сергей Герсонский етәкселек иткән. Рафаил Ишмәтов та барлыҡ күнекмәләрҙә лә тип әйтерлек булған, тик ул ситтән тороп күҙәткән.
       Күнекмәләр көнөнә ике тапҡыр үткәрелә. Команда иртәнге етелә йоҡонан тора, ҡом буйлап кросс йүгерә. Артабан дүрт
       командаға бүленеп волейбол уйнай.
       Артабан диңгеҙҙә һыу инеү көтә. Иртәнге аш, буш ваҡыт, төшкө аштан һуң мотлаҡ ял итеү. Кисен иһә - штанга, таҫыллыҡ ты һәм координацияны арттырыуға күнекмәләр. Һуңынан киске аш . Ҡайһы ваҡыт киске күнекмәләрҙән һуң хәлдән тайған егеттәр шунда уҡ әүен баҙарына китә, ә инде күнекмәләр еңелерәк булғанда, сәғәт төнгө ун бергә тиклем буш ваҡыт та бирелә. Кисен хоккейсыларға күңелһеҙерәк тә була - күңел асыу урындарына барыу уларға тыйыла. Уйынсыларҙың режимы ҡаты
       күҙәтелә.
       Хеҙмәтләндереү һәм туҡланыуға спортсыларҙың береһе лә зарланмай. Һәм хоккейсылар өсөн махсус экскурсиялар ойошторолмауына ҡарамаҫтан, "юлаевсыларҙың" күпселегенә Төркиә оҡшаған.
       Көньяҡта "ҡыҙыныусылар" - ҡапҡасылар - Никита Давыдов, Рушан Гәрәев, һаҡсылар - Василий Сыса, Андрей Кутейкин, Вячеслав Селуянов, Владислав Корнеев, Сергей Якимович, Александр Логинов, Павел Евтушенко, Никита Щитов, Павел
       Доронин, Сергей Карпов, Артур Ҡотдосов, Алексей Волков, һөжүм итеүселәр - Азат Шәрипов, Артем Булянский, Владимир
       Жмаев, Сергей Сальников, Дмитрий Зюзин, Иван Хлынцев, Максим Орлов, Кирилл Князев, Дмитрий Левинский, Денис Курепанов, Сергей Зачупейко, Андрей Коркин, Дмитрий Цыбин, С ергей Кожевников.
       Һанап үтелгән уйынсыларҙың күпселеге - "Салауат Юлаев" мәктәбен үткән 26 йәшкә тиклемге йәш, перспективалы уйынсылар.
       Рафаил Ишмәтов Төркиәләге күнекмәләр хаҡында:
       - Уйынсылар бар көсөн биреп әҙерләнде, күнекмәләр йәһәтенән бер шелтәм дә юҡ. Әммә кемдең ниндәй хоккейсы икәнлеген боҙ ғына күрһәтәсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал