6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Хаҡтарҙы көҙгөләге кеүек күрәбеҙ
29.06.05


       Статистика 2005 йылдың йәй башында Волга буйы федераль округының хаҡтар температураһын үлсәне. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе, икмәк һәм бензинға хаҡтарҙы сағыштырып ҡарау күрһәтелгән категориялар араһында тигеҙлекте һаҡлап булмаясағын күрһәтә.
       Үҫешкән төбәктәр барыһы ла тип әйтерлек продукт һәм хеҙмәтләндереүгә хаҡтарҙың сағыштырмаса аҙ артыуын күрһәтә. Мәҫәлән, Башҡортостанда арыш - бойҙай икмәгенә хаҡтар бер нисә ай дауамында 14,21 һум билдәһендә һаҡлана, унан да ҡиммәтерәк хаҡтар Һамар өлкәһендә ( 15 һум тирәһе) күҙәтелә.
       Иң арзан икмәк Һамар өлкәһендә һатыла - 11 һум. Ғәҙәттән ты ш осраҡ апрель айында Пермь өлкәһендә күҙәтелде - унда икмәк кә хаҡтар ҡапыл бер һум тирәһенә төштө, бының өсөн уларға маҡтау һәм данлау һүҙҙәре яуҙырырға була. Округ буйынса арыш
       - бойҙай икмәгенә уртаса хаҡ 12,92 һум тип кенә әйтергә ҡал ды.
       Ҡыш үтеү менән йылытыу проблемалары күҙгә күренмәй башлай, әммә, икенсе яҡтан, уның өсөн барыбер йыл әйләнәһенә
       түләргә кәрәк. Волга буйы федераль округының бер төбәге лә май айында йылытыуға хаҡтарҙы төшөрөп маҡтана алманы. Дөрөҫ, хаҡтарҙың артыҡ артып киткән осраҡтары ла юҡ. Әммә төрлө төбәктәрҙә икеләтә айырма күҙәтелә. Башҡортостан һәм Татарстан кеше һанына иҫәпләгәндә йылытыу йәһәтенән минус - лидерҙар булып ҡала килә - 5,86 һәм 5,63 һум. Был округта иң түбән күрһәткестәр. Нижегород, Пермь өлкәләре һәм Удмуртияла
       йәшәүселәргә йылылыҡ ҡиммәткә төшә. Дөйөм алғанда округ буйынса йылытыу өсөн уртаса хаҡ кеше башына 7,81 һум тәшкил итә, әммә был һан да уртаса Рәсәй күрһәткесенән (9,29 һум) түбәнерәк.
       Газға хаҡтар өҫкә үрмәләүен дауам итә. РФ буйынса ул урта са 18 һум тора. Киров, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә хаҡтар уртасанан бер аҙ күберәк. Әммә һамарҙарҙа ғына "зәңгәр яғыулыҡҡа" хаҡ нәҡ май айында артты - кеше башына 29,44 һумға тиклем барып етте. Рәсәйҙә газ баҙарын либералләштере ү һәм яңы йылытыу сезоны алдынан нисек булыр, уныһын инде кү ҙ күрер.
       Уның ҡарауы йыл әйләнәһенә мохтажлыҡ кисергән йылы һыу менән тәьмин итеү округтың инфляция картаһында "эҫе" һәм "һалҡын" урындарҙы асыҡ күрһәтә. Бында тәүге ярты йылда арзанлыҡ буйынса беренсе урын Башҡортостанда - кеше һанына 4 9, 61 һум - был Волга буйы федераль округы буйынса хаҡтар кимәленән ике тапҡыр тип әйтерлек түбәнерәк. Йылы һыу менән йыуыныу Һамар өлкәһендә ҡиммәткә төшә - 129, 37 һум. Күрше Татарстанда - 60,32 һум. Әммә Рәсәйҙә йылы һыуға хаҡ кимәле йән башына 106 һум тәшкил иткәндә, башҡа федераль округтарҙағы хәл ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Тропик климаты менән маҡтана алмаған илдә "йылытыусы инфляцияны" социаль бомба ме нән генә сағыштырырға булалыр.
       Волга буйы федераль округы составына инеүсе башҡа төбәктәрҙә электр энергияһына хаҡтар йәһәтенән дә ошондай уҡ
       хәл. Башҡортостанда, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙәге кеүек үк
       хаҡ кимәле уртаса округ хаҡынан ( 99,39 һум) түбәнерәк - 83 ,80 һәм 90 һум, Рәсәй буйынса уртаса хаҡ тураһында әйтеп тә тормайым - 110 һум. Әммә беҙҙең күршеләрҙе киловатт - сәғәт хаҡының үҫеүе борсомай ҡалмай. Һамар һәм Киров өлкәләрендә х аҡтар йән башына 115 һумдан артып китә, ә Һарытау өлкәһендә май айында электр энергияһына хаҡ 15 процентҡа артты һәм төбәкте электр ҡиммәтселеге буйынса өсөнсө урынға сығарҙы.
       Һыу менән тәьмин ителеш һәм канализацияға хаҡтарҙа ла төрлөлөк һаҡлана. Уларҙы шартлы рәүештә генә сағыштырырға мөмкин. Халыҡ һаны күп булмаған Коми - Пермяк автономиялы округында һәм Башҡортостанда ғына инде бер нисә ай дауамында иң түбән хаҡтар һаҡлана - - кеше башына 52,80 һәм 49,52 һум. Әммә Волга буйы федераль округында иң яҡын
       күршеләр, мәҫәлән, Ырымбур һәм Ульяновск өлкәһендә хаҡтарҙың 100 һумға барып етә яҙыуы борсомай ҡалмай. Татарстан, Пермь һәм Түбәнге Новгородта коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡтар округтағы уртаса кимәлдән (74 һум) түбән көйө һаҡлана алманы.
       Һәм, ниһайәт, ниндәй һанды ла күккә тиклем күтәрергә һәлә тле "стратегик" байлыҡҡа хаҡтарҙы сағыштырыу ҡайҙалыр бензин артыҡ ҡиммәтле булмаһа ла был ваҡытлыса күренештер тигән уйға һала. Өҫтәүенә нәҡ апрель - майҙа АИ - 92 маркалы нефть продуктына хаҡтар уртаса бер һумға артты. Ә был округ буйынс а литры уртаса 14,5 һум торғанда бик аҙ түгел. Алда әле автомобиль сезоны тора, унан һуң - ауыл хужалығы эштәре, уңы ш ташыу, йылытыу сезонына яғыулыҡ әҙерләү көтә. Ул саҡта хаҡтар үҙҙәрен нисек тотор Ульяновск, Киров өлкәһе һәм Мордовияла ике ай эсендә бензинға хаҡ бик ныҡ күтәрелде, рекорд ҡуйҙы тип тә әйтергә була - литры 16,12 һум. Тағы дүр т төбәк - Һамар, Пенза өлкәләрендә, Удмуртия һәм Татарстанда бензинға хаҡ округтағы уртаса хаҡтан юғарыраҡ, уртаса Рәсәй күрһәткесенә яҡыная. Башҡортостанда һуңғы өс айҙа бензинға хаҡ ашыҡмайынса ғына арта, ул бөгөн литрына 14,25 һум тәшкил
       итә.
       Тотороҡлоҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡыт ҡыуандырып ҡына тормай. Рәсәйҙә һуңғы йылдар практикаһы күрһәтеүенсә, хаҡтарҙың туҡтап тороуы ғәҙәттә уларҙың ҡапыл артыуына килтерә. Икенсе яҡтан, әгәр төбәктә инфляция аҡрынлап арта икән, был һәләкәт түгел, ә хаҡтар сәйәсәтенең аҡыллы юҫыҡта алып барылыуы һәм иҡтисадтың көйләнеүенә дәлил. Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре ошоно раҫлай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал