6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфө мушкетерҙары командала көслөрәк
29.06.05


       Өфө ҡалаһының фехтование оҫталары Айрат Ситдыҡов һәм
       Александр Якин Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында БДБ һ әм Балтика илдәренең Лобня ҡалаһында уҙған (Мәскәү өлкәһе) Х алыҡ - ара йәштәр спорт уйындарында еңеүсе исемен яулап ҡайтты. Команда турнирында илебеҙҙең беҙҙең яҡташтарҙан тыш Алексей Хованский (Одинцово) һәм Максим Засориндан (Санкт - Петербург) торған милли командаһы финалда Украина командаһын 43 : 24 иҫәбе менән еңеп, беренсе урын яуланы.
       Был уйындарҙа элекке Советтар Союзы республикалары вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәй, Украина, Белоруссия, Латвия, Литв а, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Грузия, Әрмәнстан һәм Молдова үҙҙәренең йәш рапирасыларын сығарҙы. Ярыштың төп маҡ саты спорт һөҙөмтәләре түгел, ә әлеге ваҡытта сәйәси бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙә йәшәүселәрҙең бер - береһенә дуҫтарса мөнәсәбәте булды. Асыу тантанаһына Европа илдәренең 25 фехтование федерацияһы президенты саҡырылған ин е. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында фехтование оҫталары Сабир Рузиев һәм Илдар Мамедов та булды.
       Шәхси беренселектә өфөлө Айрат Ситдыҡов финал ярышта Алексей Хованскийға бирешеп, беренсе урынды ҡулдан ысҡындырҙы - 11 : 15. Александр Якин 36 ҡатнашыусы араһында
       туғыҙынсы урынды биләне.
       Өфөнөң көслө рапирасылары Реналь Ғәниев һәм Антон Иванов
       донъя Кубогында ҡатнашты. Шәхси ярыштарҙа улар бик үк уңышлы сығыш яһай алманы. Ғәниев американ Кельнерға биреште ( 10 : 15), ә Иванов Людвигтан (Австрия) отолдо (14 : 15).
       Командала иһә беҙҙең мушкетерҙар ғәҙәттәгесә күпкә яҡшыраҡ уйнаны. Ярымфиналда Рәсәй француздарға биреште, уның ҡарауы өсөнсө урын өсөн матчта АҠШ йыйылма командаһын артта ҡалдырҙы.
       Башҡортостандың иң өмөтлө рапирасыһы Реналь Ғәниевтың һөҙөмтәләре юғары булмауы беҙҙең фехтование спорты
       көйәрмәндәрен борсорға тейеш түгел. Ул алыҫ юл үтеү һәм яуаплылыҡ йөгөнә бәйле. Теге йәки был спортсының реаль көсө октябрь айында Лйепцигта үтәсәк донъя чемпионатында ғына
       тулыһынса асыҡланасаҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал