6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Миҙгел башында дембель аккорды яңғыраясаҡ
29.06.05


       Йәшәгәндәр ти Рәсәйҙә дембелдәр. Тик был тормошта уларға
       бары тик Башҡортостандың Милли йәштәр театры сәхнәһендә генә осрашырға тура килгән. Ошо көндәрҙә был театрҙа Искәндәр Сакаевтың ҡуйыуында "Дембелдәр поезы" юлға сыҡты. К иләһе туҡталыш - октябрь айында. Милли йәштәр театры быйылғы миҙгелде ошондай ғәҙәти булмаған алым менән тамамланы һәм яңы миҙгелдең башын билдәләне.
       Искәндәр Сакаевтың Александр Архипов пьесаһы буйынса ҡуйған пьесаһы театрҙа "Өлкәндәр өсөн әкиәттәр" тип исемләнгән сәхнә эҙләнеүҙәренә арналған эксперименталь программаны аса. Ниһайәт, театрҙың кесе сәхнәһен йәш режиссерҙар тамашасылар менән бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, күҙмә - күҙ осраша алған урынға әйләндереү идеяһы үҫеш ала.
       Ысынлап та, залда рампаның булмауы тамашасыларҙы ла спектаклдең бер өлөшөнә әйләндергәндәй. "Срочник" - һалдаттар һәм инвалид - контрактник ятҡан өс дауахана койкаһ ы тамашасы һәм Кавказда дауам иткән һуғыш араһына инеп ҡыҫыла. Был спектакль телеяңылыҡтарҙағы теүәллек менән кемдең ҡайҙа киткәнен, нимә эшләгәнен һанамауы менән дә ғәҙәти постановкаларҙан айырыла. Ул альтернатив проекттың бе р өлөшө кеүек. Мәктәп балалары өсөн ҡуйылған спектаклдәргә л ә, классик драматургияға ла ҡыҫылышы юҡ. "Гамлет" йәки "Дядя Ваняла" уйнау һәр актерҙың хыялы икәнлеге аңлашыла. Әммә Себерҙән армияға саҡырылып, военкомат ҡушыуы буйынса Веденолағы блокпостҡа ырғытылған егетте һүрәтләү ҙә еңел түгел.
       Биш минуттан дембель сержант Женя Селезнев һәм уның палаталаштары Тихон һәм Ивандың балаларса ябай хыялдары. Кисәге пэтэушниктың тормош фәлсәфәһе: Мәскәү - "фигня", иң м өһиме - араҡы һәм ҡатын - ҡыҙҙарға мөхәббәткә буталған ирҙәр
       дуҫлығы.
       Әгәр кинематограф бөгөн Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы "Брат"
       һәм "Война" фильмдары аша сағылдырһа, театр ҡасандыр олаталары кеүек һуғыш тарафынан ҡаҡшатылған 20 - 30 йәшлек
       рәсәйлеләрҙең хроникаһын әле саҡ һүрәтләргә өйрәнә. Тик юҡҡ а ғына беҙҙең дәүерҙе мәғлүмәт заманы, тимәк ниндәйҙер кимәлдә виртуаль заман тип атамайҙар. Бына Искәндәр Сакаевтың "Дембелдәр поезы" ла мистикаға йүнәлде. "Шестое
       чувство", "Другие" һәм "Бойцовский клубта" ысынбарлыҡ һәм уйҙырманың бергә ҡушылыуын күҙәткәндәр спектакль аҙағына еңел һулаясаҡ.
       "Дембелдәр поезы" спектакле шул тиклем ғәҙәтилектән алыҫ, уның жанрын билдәләүе лә ауыр. Унда театрҙың башҡорт һәм рус
       труппалары бергә уйнай. Бер нимә аңлашыла - ҡуйыусы режиссер Искәндәр Сакаевтың эксперименты барып сыҡты.
       Рәссам - сценограф Альберт Нестеров, композитор - Лилиә Баярс, хореограф - Елена Горбунова, инженер - конструктор - Юрий Маркин. Ролдәрҙә актерҙар Игорь Панов, Салауат Нурисламов, Илмир Иҙрисов, Марат Ҡорбанғәлиев, Аида
       Әхмәтова, шулай уҡ Павел Ключников, Дмитрий Никоненко, Зөлфәр Әхмәтов, Линар Әхмәтвәлиев һәм Артур Хисамов.
       Милли йәштәр театрының ҙур сәхнәһендә миҙгел эсендә алты - ете спектакль ҡуйыла һәм һәр ваҡыт режиссерҙар новатор идеялары менән сығыш яһай тип әйтеүе ҡыйын. Кесе сәхнә бер нисә йыл элек ошо мәғәнәлә эксперименттар үткәреү урыны булараҡ уйланылғайны ла инде. Ул "Граф Нулин" спектакле менән асылғанын хәтерләйем. Һәм бына тағы яңы спектакль. Тәү ҡарашҡа уңышлы ғына. Яңы драматургия һәм режиссураға йүнәлтелгән альтернатив проект ике йылға иҫәпләнгән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал