6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Музейҙың 85 йыллығына Өфөгә Нестеровтың ейәнсәрҙәре килде
28.06.05


       Билдәле рәссамдар, музыканттар, шағирҙарҙың тормошо һәм
       ижады хаҡында сәнғәт һөйөүселәр йышыраҡ китаптарҙан уҡып белеүсән. Бөйөктәрҙең эргәбеҙҙә булыуы һуң ғына аңлайбыҙ. Улар беҙҙең менән бергә шул уҡ мәктәптә уҡый, шул уҡ ҡайғы һәм шатлыҡтарҙы кисерә, тик уларҙың сикһеҙ фантазияһы ғына ҡара йәки ҡәләм алырға мәжбүр итә. Хоҙай тәғәлә Михаил Васильевич Нестеровты ла шундай уҡ талант менән бүләкләгән.
       Уның йәштәштәре рәссамдың бер ваҡыт бөтә донъяға билдәле булырын, уның исемендәге музей эшләрен күҙалланымы икән
       Михаил Нестеровтың тормош юлы тураһында яҙып тормайым. Был турала сығанаҡтар етерлек. Уның ейәнсәрҙәре Мария Ивановна һәм Татьяна Ивановна Титовалар менән танышайыҡ юғиһә. Улар Рәсәйҙең баш ҡалаһынан Нестеров исемендәге музей хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 85 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлау өсөн Өфөгә килде. Һәм, әлбиттә, яратҡан ҡартаталары тураһында иҫтәлектәр менән дә уртаҡлаштылар.
       Мария Ивановна Михаил Васильевич хаҡында һөйләгәндә күҙ йәштәрен тыя алманы.
       - Ҡартатайымды мин яҡшы хәтерләйем, - ти ул. - Ул беҙгә
       Ярославлгә килә, посылкалар ебәрә торғайны. Һуғыш йылдарында, Михаил Васильевичтың үлеменә тиклем, Надежда
       Андреевна Обухованың концертын хәтерләйем. Унда беҙҙе алып
       барманылар, әлбиттә, өйҙә ултырып ҡалдыҡ. Әммә әҙерлектәре
       иҫемдә - әсәйемдең байрам кейеме, уның айырым осраҡтарҙа ғына ҡуллана торған француз хушбуйы. Концерттан һуң икенсе көн ҡартатай менән хушлашыу көнө булды: уны дауаханаға һалдылар. Мин уның Надежда Андреевнаға бүләк итеп һуңғы этюдын төшөргәнен хәтерләйем. Мин уға ҡамасаулайым, ә ул миңә: "Фекеремде йыйырға бир әле", - ти.
       Ҡартатайҙы онотманылар, йыл да 18 октябрҙә уның иң яҡын дуҫтары йыйылды. Наталья Андреевна киске аш ойоштора, Михаил Васильевич яратҡан кәбеҫтә, алма бәлештәре бешерә. Өфөлә, бала сағында ул бик тә ҡаҡ яратҡан, әсәһе Мария Михайловна уны әҙерләргә оҫта булған...
       Нестеров Өфөһөҙ йәшәй алмаған. Бында ул йылына ике - өс ҡайта торған булған. Ҡалала уны һәр ваҡыт әсәһе Мария Михайловна, атаһы Василий Иванович һәм яратҡан апаһы Александра Васильева көткән.
       Сит илдәрҙә Михаил Василевич өсөн аралашыу ҡоралы ролен бумала һәм буяуҙар уйнай. Аралашырға кәрәк булһа, буяуҙар телен файҙаланған. Бер тапҡыр Италияла ул шул тиклем илһамланып, яраҡлы материал тапмағанлыҡтан, һүрәттәрен ҡунаҡхана ишектәренә төшөрә. Был сәнғәт әҫәрҙәен итальяндар әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
       Нестеровтан айырмалы рәүештә, уның ейәнсәрҙәре икенсе юл һайлаған. Татьяна Ивановна - физика - математика фәндәре кандидаты, әлеге ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының А. Н. Фрумкин исемендәге Физик химия һәм электр химияһы институтында эшләй. Мария Ивановна - медицина фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар буйына Вишневский исемендәге хирургия институтында эшләй, күп һанлы фәнни публикациялар
       авторы. Әйткәндәй, Мария тип уны яратҡан ҡартатаһының үтенесе буйынса - Михаил Васильевичтың әсәһе һәм уның тәүге ҡатыны хөрмәтенә атағандар.
       Өфөгә бөйөк рәссамдың ейәнсәрҙәре буш ҡул менән килмәгән,
       әлбиттә, музейға улар Вера Михайловна Нестерова - Титованың график портретын, ҡасандыр элек Михаил Нестеровҡа дуҫтары бүләк иткән 18 быуатта эшләнгән фарфор тәрилкә, рәссамдың "Василий Иванович Суриков" ҡулъяҙмаһын, яҡташыбыҙҙың һирәк о сраған фотоларын бүләк итте...
       Музей хеҙмәткәрҙәре был тарихи осрашыу һуңғыһы булмаясаҡ һәм Михаил Нестеров ижады алдында баш эйеүселәр был рәссамдың яҡын кешеләре һөйләүендә уның тормошо тураһында бе р тапҡыр ғына ишетмәҫ әле тип вәғәҙә итте.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал