6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Оҫта хоккейсыларға "һунар" бара
28.06.05


       Шәмбе көнө "Салауат Юлаев" хоккей клубының йәштәр составы генераль менеджер Александр Меркулов һәм баш тренер
       Рафаил Ишмәтов менән бергә әҙерлек йыйындары үткән
       Төркиәнән әйләнеп ҡайтты. Беҙ "юлаевсылар мәктәбенең" иң талантлы тәрбиәләнеүселәре Дмитрий Зюзин һәм Артем Гордеевтың команданан китеү ихтималлығы бар тигән хәбәрҙең
       ысынмы, бушмы икәнен белеү маҡсаты менән Өфө командаһы
       вәкилдәренә шылтыраттыҡ.
       Баҡһаң, Андрей Зубаревтың "Аҡ Барсҡа" күсеүе йәки алмашыныуы тураһында бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәр алып барылмаған. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, был һаҡсы Өфө клубы менән тағы өс йылға килешеү төҙөргә тейеш. Күнекмәләрҙе
       Зубарев йәне теләгән ерҙә үтә ала, әммә Рәсәйҙә бары тик
       "Салауат Юлаев" өсөн генә уйнай. Башҡа берәй клуб өсөн боҙ өҫтөнә сыҡһа, өс йылға уйнау хоҡуғынан мәхрүм ителә. Һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, Өфө клубы етәкселеге үҙ тәрбиәләнеүсеһенә ҙур өмөттәр бағлай.
       Бөгөн талантлы уйынсыларға "һунар" бара. Бәғзе бер клуб етәкселәре көслө хоккейсыларының "терелеп килгән" Милли хоккей лигаһына ағылыуынан ҡурҡып, мөмкин тиклем күберәк оҫта, йәш рәсәйлеләр менән килешеү булдырырға тырыша. Өфөнән Владимир Логиновты, айырыуса Игорь Волковты алырға ма ташып ҡаранылар. Әммә үҫеп еткән талантлы хоккейсыларға һунарға сығыусыларға генераль менеджерҙар йыйылышында бик ас ыҡ итеп әйтелде: "Игорҙе тартҡыламағыҙ - уның тағы бер йылға килешеүе бар, һәм был уйынсыны бер кем дә бирергә йыйынмай".
       Ағалы - энеле Зюзиндарҙың Эске эштәр министрлығы хоккей клубына алыныу мөмкинселеге тураһында хәбәр ҙә ялған булып сыҡты. Дмитрийҙың Өфө менән тағы бер нисә йылға контракты бар. Өлкән Зюзиндан да уның Тверь клубында уйнарға теләге булыу- булмауы хаҡында бер кем дә һорамаған.
       Артем Гордеев - 1988 йылда тыуған көслө уйынсы. Ул
       Лениногорск хакимиәте башлығы кубогында үҙен бик яҡшы күрһәтеп өлгөрҙө. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, был хоккейсы "Салауат Юлаев" командаһында һуңғы йылдарҙа иң перспективалы уйынсыларҙың береһе.
       Клуб версияһы буйынса, Гордеевтың сәләмәтлек йәһәтенән етди проблемалары бар (уның күҙҙәре насар күрә), шуға күрә Артемға дауаланырға, һуңынан уйын менән үҙенең үҙаллылығын иҫбатларға тәҡдим ителде. Күрәһең, Артем хоккейҙы ваҡытлыса
       ла ҡалдырырға теләмәй. ЦСКА был уйынсы менән ҡыҙыҡһыныуын белдергәс, Өфө һөжүм итеүсеһе Мәскәү армеецтары менән ярайһы уҡ отошло шарттарҙа өс йылға контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Әммә "Салауат Юлаев" вәкилдәре Гордеевтың башҡа командалар менән килешеү төҙөргә хоҡуғы булмауы хаҡында хәбәр итте. Ул үҙен тәрбиәләгән клуб менән дөйөм шарттарҙа биш йылға килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш. ЦСКА өсөн уйнарға уға Өфөлә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк.
       "БАШвестЪ" гәзитенә мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә "Салауат Юлаевта" йыйылыш булып уҙған, унан һуң хоккейсылар медицина тикшереүе үткән. Кисә кис тулы составта тәүге
       күнекмәләр үтә, әлегә был кросс. Боҙҙа күнекмәләр беренсе
       июлдә башлана. Ике аҙналыҡ әҙерлек этабынан һуң команда Финляндияла "Паюлахти Кубогында" уйнаясаҡ.
       Һәм иң аҙаҡтан - тағы бер яңылыҡ. Өфө командаһына яңы һөжүм итеүсе килә. Йәштәр менән бергә Төркиәгә "Амур" (Хабаровск), СКА (Санкт - Петербург) һәм "Химик" (Воскресенс к) командаларының элекке һөжүм итеүсеһе Дмитрий Левинский ҙа
       барҙы. Уның менән ике йылға контракт төҙөлдө.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал