6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Мираҫ

Халыҡ шағиры халыҡ хәтерендә
20.10.03


       Республиканың билдәле шағиры Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевты ң донъянан китеүенә дүрт йыл тулды. Яҙыусы иҫтәлегенә ошо кө ндәрҙә Мосолман ҡәберлегендә һәйкәл асылды. Тантананы БР Яҙы усылар союзы рәйесе урынбаҫары Риф Тойғонов, шағирҙың тормош
       иптәше Сәүиә Атнабаева һәм шағир Марат Кәримов асты. Яҙыусы ны иҫкә алырға шулай уҡ уның дуҫтары, коллегалары, яҡындары,
       Тәтешле районынан яҡташтары килгәйне. Әйткәндәй, һуңғылары тиҙҙән яҙыусы уҡыған Күрҙем урта мәктәбендә Әнғәм Атнабаевты ң бюсы ҡуйыласағын белдерҙе. Яҙыусы Азат Мағазов әҙип тураһында:"Кешегә бер ҙә ауыр һүҙ ә йтмәне, үҙен әллә кем итеп ҡуйманы, ғәҙел, баҫалҡы булды", - - тине.
       "Хоҙай тәғәлә ысын шағирға бер генә ғүмер бирмәй. Әнғәм
       Атнабаев та инде дүрт йыл икенсе ғүмерен халыҡ күңелендә йә шәй", -- тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов. Эй е, талант эйәһен халыҡ йәшәтә. Марат Кәримов шулай уҡ шағирҙ ың йәш быуында шиғриәткә һөйөү уята белеү һәләте булғанлығын
       билдәләне. Таланттарҙы таба, күрә белеү ҙә оло талант бит.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал