6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Башҡорт офицерҙары Чечняла 23 - сө командировкала
28.06.05


       Республика Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселек кә ҡаршы көрәш буйынса идаралығының махсус тәғәйенләнештәге милиция отрядынан туғыҙ туғыҙ офицер ошо көндәрҙә Грозныйға килеп төштө, улар Чечняның хөкүмәт объекттары комплексын
       һаҡлаясаҡ. "БАШвестЪ" гәзитенә отряд командиры Рөстәм Мансуров хәбәр итеүенсә, офицерҙар март айынан алып ошо
       поста торған туғыҙ коллегаһын алмаштырҙы.
       - Беҙҙең егеттәр өсөн - улар унар кеше йөрөй - командиро вка
       ярты йыл дауам итә, марттан сентябргә һәм сентябрҙән мартҡа тиклем. Әммә төрлө сәбәптәр буйынса уларҙың ҡайһы берҙәре
       өс ай үткәс ҡайта. Был осраҡта ла шулай, - тип билдәләне Рөстәм Мансуров.
       Грозныйға тиклем егеттәрҙе БР эске эштәр миниситры урынбаҫары Геннадий Липатов оҙатты, тип хәбәр иттеләр Эске
       эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Автокарауан
       составында Урус - Мартан районында эшләүсе башҡорт
       милицияһы төркөмөнә гуманитар йөк тейәлгән "КамАЗ" да барған. Аҙыҡ - түлек һәм төрлө экипировканан тыш, офицерҙар
       яҡындарынан күстәнәс һәм хаттар ҙа алған.
       1995 йылдан башлап был башҡорт милиционерҙары өсөн 23 - сө чечен командировкаһы. Чечняла хеҙмәт итеү ваҡытында улар
       ете иптәшен юғалтты. Утыҙҙан ашыу һалдат йәрәхәт алды. Офицерҙар иҫәбендә егерменән ашыу Батырлыҡ ордены,
       миҙалдар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал