6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Алыҫ юлдарға йөк ташыусының да икмәге еңел бирелмәй
28.06.05


       Ике "КамАЗ" эйәһе - алыҫ юлдарға йөрөүсе (дальнобойщик ) танышым осрашҡан һайын мине берәй ваҡыт үҙе менән алырға вәғәҙә итә, йәнәһе, үҙ күҙең менән ҡарап бел, журналист һөнә ре генә түгел, алыҫ юлдарға йөрөүсе водителдең дә икмәге еңе л бирелмәй. Юлға сығыр алдынан күпме ҡағыҙ йүнәтергә кәрәк, Василий өсөн рейстар араһында булған ҡыҫҡа ял ваҡытында төшөргән тәүге рюмканан һуң тормоштоң водителдәргә ҡарата үтә лә ғәҙел булмауынан башҡа тема юҡ. Ә мин бер аҙ икенсерә к тема тураһында фекер йөрөтәм: әгәр үҙебеҙҙекеләр риза түге л икән, халыҡ - ара йөк ташыусылар нисек эшләй һуң Ана бит улар күпме - фур - иномаркалар, беҙҙең иҫке совет юлдары ула рҙың күплегенән ыңғыраша кеүек. Бөтә донъя уларҙың аяғы, йәғни, тәгәрмәсе аҫтында. Улар ниндәй тикшереү үтә Һәм ниңә сит ил "дальнобойщиктары" беҙгә рәхәтләнеп килә, ә беҙ уларға - юҡ
       Шул уҡ Василийҙы алайыҡ, йөк ташыуҙа йылан аяғы ашаған, үҙенә үҙе хужа, әммә сик аръяғына бер ҙә ашыҡмай...
       Эйе, беҙҙең республика юлдары буйлап кем генә йөрөмәй ҙә, нимә генә ташымай! Магазиндарҙа - тотош импорт, трассала
       водителдәр араһында - тотош интернационал. Бер туҡталышта төрөк һәм ҡаҙаҡ, поляк һәм украин ҡуна. Әгәр һеҙ иң мөһиме - таможняны үтеп, артабан юл ҡағиҙәләрен боҙмайынса хәрәкәт итеү тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Барыһы ла улай ябай ғына түгел шул.
       Оло - Теләк ҡасабаһы эргәһендә транспорт контроле пункты бар. Бында график буйынса өс инспектор эшләй: документтар һәм сит илдән беҙгә һәм беҙҙән сит ерҙәргә йүнәлгән транспорттарҙы тикшерә. Уларға бик күп төрлө талаптар ҡуйыла . Халыҡ - ара йөк ташыусының алғы быялаһында үҙ иленең билдәһе булырға тейешлегенән башлайыҡ. Шулай уҡ экологик талаптарҙы үтәүҙе күрһәтеүсе документтар, халыҡ - ара техосмотр танытмаһы, ауыр, ҙур габаритлы һәм хәүефле (ундайҙар булһа) йөк ташыуға махсус рөхсәт ҡағыҙы һәм башҡалар булырға тейеш.
       Водителдәр ҙә бөгөн тыумаған. Бер тапҡыр файҙалана торған рөхсәт ҡағыҙҙары эшләп алырға улар өйрәнде инде, сит илдән килгән коллегаларҙың да бындай тәжрибәһе юҡ түгел һәм тикшереүселәргә был турала мәғлүм. Шуға күрә автоюл күҙәтеү идаралығы электрон почта аша инспекторҙарға рөхсәт ҡағыҙының номерын хәбәр итә. Мәҫәлән, Рәсәйҙән Иранға Әзербайжан аша йөк тейәлгән бер нисә тиҫтә машина бара. Бланк - рөхсәт ҡағыҙҙары Әзербайжанға тапшырыла, ә беҙҙең
       инспекторҙарға транспорт контроле пунктына сағыштырыу өсөн уларҙың номерҙары ебәрелә һәм "Тик Иранға / дан йөк ташыу өсөн генә" тип билдәләнә. Бына шулай, кем кемдән хәйләкәрерәк. Ә курстан тайпылған өсөн санкциялар ҡаралған.
       Шулай уҡ сит илдең алыҫ юлға йөрөүселәре өсөн Рәсәй пункттары араһында, әйтәйек, берәй Федоровка һәм Покровка араһында йөк ташыу тыйыла. Урындағы водителдәрҙең икмәген тартып алыу килешмәй. Сит ил кешеләре "һул аҡса" эшләмәй тип
       уйлайһығыҙмы Нисегерәк эшләй әле, улар араһында беҙҙең элекке граждандар ҙа етерлек бит. Әммә кире документтарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Өҫтә әйтелгәндән тыш водитель хеҙмәт һәм ял режимын да үтәргә тейеш. Һәм мәғлүмәттәр түбәнән алып
       яҙылмай, машинала нисә кеше барған һәм нисә кеше ял иткәнен
       күрһәтеүсе прибор эшләй. Беҙҙең Василий ғына ул ваҡытты иҫәпләү приборы тураһында ишетергә лә теләмәй, ә сит илдәрҙә
       бындай ҡорамалдың файҙаланыуына егерме йыллап булалыр инде. Был йәһәттән Германия айырыуса теүәл, унда водителдәр үҙҙәренең хеҙмәт һәм ял режимын яттан белә - артыҡ минут рул ь артында ултырырға Хоҙай ҡушмаһын. Эштән ҡурҡмай улар - штрафтан ҡурҡа.
       Контроль пунктында күпме ҡағиҙә боҙоусылар асыҡлана Транспорт ағымы аҙ түгел, мәҫәлән, һигеҙ сәғәтлек эш көнөндә инспектор егерменән ашыу иҫәп бите тултыра - был йөк ташыусы
       һәр машинаға ҡағылмай. Миҫал өсөн ябай бер көндө алайыҡ. Белоруссия гражданины Германияға Каменск - Уральск ҡалаһынан алюминий алып бара. Уның был рейсҡа рөхсәт ҡағыҙы юҡ. Контроль пунктында протокол төҙөлә, мең ярым һум күләмендә штраф һалына. Әгәр түләмәй икән, Рәсәйҙән сыға алмай, сөнки мәғлүмәт сик аша ебәрелә. Шул уҡ көндө Германиянан тауар алып килеүсе Ҡаҙағстан гражданинына хеҙмәт һәм ял режимын боҙған өсөн штраф һалынған. Ике көнгә уның яҙмаһы бар, өсөнсө көнөнә иһә водитель приборын һүндереп ҡуйған һәм бының өсөн уға яуап бирергә тура килә.
       Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре авто йөк ташыу өлкәһендә халыҡ - ара конвенцияларҙы үтәүҙе контролдә тота һәм Рәсәй өлөшөн арттырыуға булышлыҡ итә. Европала йөк ташыу системаһы күптән үҫешкән, уларҙың техникаһы халыҡ - ара стандарттарға
       яуап бирә. Улар был өлкәлә беҙҙе уҙып китте, хеҙмәт баҙарын
       үҙ ҡулдарына алды. Ә беҙҙең водителдәр сит илгә йөк ташыуға тотонған хәлдә лә сит илдә етештерелгән техника файҙалана, сөнки үҙебеҙҙең машиналар күп кенә параметрҙар буйынса ҡалыша. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сиктәр асыҡ икән, тимәк республика баҙары һәм водителдәр өсөн көрәшергә кәрәк. Башҡортостандың башҡа дәүләттәр менән сиктәш булмағанлығы аңлашыла, тик шулай ҙа. Мәскәүҙә, Санкт - Петербургта был эшмәкәрлек яланы үҙләштерелгән. Беҙҙең республикала ла үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә идаралыҡ ике йыл элек БР Хөкүмәтенә Рәсәй йөк ташыусыларының ҡатнашлыҡ өлөшөн арттырыу өсөн ҡарар ҡабул итеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.
       ... Василий Ҡырымға барырға хыяллана, әйтәйек, персиктар ташырға, тик ҡайҙа инде уның "КамАЗдары" менән! "Бына берәүһен һатам, уға бер аҙ аҡса өҫтәп рефрижератор һатып ала м, һәм инде - диңгеҙгә йөрөйәсәкмен. Юҡһа гел генә Питер ҙа, Себер...", - тип хыяллана танышым. Һәм сәғәтенә күҙ һала. Ва ҡыт бөттө. "КамАзды" буярға кәрәк. Иртәнән башлап улы менән икеһенең ҡулынан бумала төшмәй, улай эшләүе оҙаҡ, әммә буяуы
       оҙаҡҡа етәсәк, ти, юҡһа юлдағы контролерҙар бигерәк ныҡ тикшереүсән.

Сергей Ильин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал