6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Бары еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ
28.06.05


       Өфөнөң "Ағиҙел" велоүҙәге тәрбиәләнеүселәре велосипедт а уҙыш буйынса һуңғы ярыштарҙа бик юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Мөһим старттарҙа беҙҙең спортсылар 10 "ҡиммәтле" награда алды.
       Республиканың Ағиҙел ҡалаһында 1989 - 1990 йылдарҙа тыуға н егеттәр араһында шоссела велосипедтарҙа уҙышыу буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Башҡортостанға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән спортсылар йыйылды. Лидерҙар Өфө һәм Мәскәү вәкилдәре араһында билдәләнде. Ярыштар ике төрҙә барҙы.
       25 километрға шәхси ярышта 135 велосипедсы ҡатнашты. Һөҙөмтәлә беренсе урынды ярышта ҡатнашыусы берҙән - бер Рәсәй спорт мастеры Евгений Ковалев яуланы (Мәскәү). "Көмөш"
       һәм "бронза" хужалары - "Ағиҙел" тәрбиәләнеүселәре Максим Макаров һәм Илнур Закарин. Зачет балдары алыусы иң яҡшы егерме спортсы иҫәбенә беҙҙең республиканың 10 вәкиле лә инде.
       91 километрға күмәк ярышта 129 кеше ҡатнашты. Бында ошонда көрәштең ҡыҙыуы башланды ла инде. Беҙҙең Илнур Закарин башҡаларҙан айырылып алға сыҡты. 15 - 20 километрҙы
       ул эҙәрлекләүселәрҙе 40 секунд тирәһенә артта ҡалдырып барҙы, әммә һуңынан велосипедсыларҙың төп өлөшө уны ҡыуып ет те. Ярыш аҙағында Мәскәүҙән килгән Максим Топорищев алға сығ ыуға өлгәште. Лидер артынан финишҡа бер юлы 64 кешенән торған төркөм килеп етте. Тәүге егерме урынды билдәләр өсөн видеояҙмаға мөрәжәғәт итергә тура килде. "Көмөш" Алексей Цатевичҡа (Өфө), өсөнсө урын Кирилл Барановҡа (Мәскәү) эләкте. Иң көслө егерме спорсының алтыһы Башҡортостандан.
       Ошо уҡ көндәрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте. Унан беҙҙең республика вәкилдәре ете миҙал яулап алып ҡайтты. Алты кеше Мәскәүҙә үтәсәк Европа
       чемпионатына квалификация алды.
       18 йәшкә тиклемге спортсылар араһында Андрей Соломенников яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 22 километрға "индивидуалкала" ул беҙҙең тағы бер йәш велосипедсы Дмитрий Соколовтан ғына ҡалышып икенсе килде. 123 километрға күмәк ярышта Соломенников "төҙәлде" һәм беренсе килде. Ошо уҡ арала Александр Урычев дүртенсе урын яуланы, был спортсы шулай уҡ Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ.
       23 йәшкә тиклем "велоуҙыш яратыусылар" категорияһында ла беҙҙең егеттәр 33 километрға шәхси уҙышта иң йылдамдары булып танылды. Максим Бельков билдәле велосипедсыларҙы артта ҡалдырып һәм Рәсәй чемпионы исемен яулап сенсация эшләне. Ошо уҡ дистанцияла Алексей Есин "бронза" наградаға
       эйә булды.
       Оҫталар ярышында Владимир Гусев юғары тиҙлек күрһәтте. 33
       километрға уҙышта беренсе, 176 километрға күмәк ярыштарҙа икенсе булып килде.
       Мәскәү ярыштарының призерҙары барыһы ла Европа чемпионатында ҡатнашасағын хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Өфөнөң "Ағиҙел" велоүҙәге спортсыларынан бары еңеүҙәр генә көтөп ҡалабыҙ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал