6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡ алыу арифметикаһы
28.06.05


       Ниһайәт, торлаҡ закондары баҙар мөнәсәбәттәре форматына
       яраҡлаша бара. Үткән йыл аҙағында торлаҡ өлкәһендә мөнәсәбә т һәм нормативтар тураһында документтар пакеты ҡабул ителгәйне. Быйылғы йылдың апрель айында пакет тағы бер документ - 214 - се һан аҫтындағы закон менән тулыландырылды . Уның яҙмышы билдәле 122 - се законға оҡшаш. Тик 214 - се федераль закон граждандарҙың түгел, ә был документ арҡаһында
       иректәре өлөшсөләр (дольщик) файҙаһына сикләнгән төҙөүселәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙыра. Яңы закондың ыңғай һәм к ире яҡтары нимәлә
       Һис һүҙһеҙ, яңы закон ҡабул итеү менән икеләтә һатыу тигә н төшөнсә юҡҡа сығасаҡ. Юҡһа бер ойошманың төҙөлөштө башлап, ө лөшсөләрҙән аҡса йыйып, һуңынан банкротлыҡ тураһында "аҡ бил ет" алып төҙөлөш майҙанын һатыу һәм юҡҡа сығыу осраҡтары бул ды. Яңы төҙөлөш ойошмаһы иһә "бер нимә лә күрмәйем, бер нимә
       лә белмәйем" принцибы буйынса фатир алырға теләүселәрҙе яңынан түләргә мәжбүр итеүе билдәле.
       Был законды ҡабул иткәндән һуң объекттарҙы тапшырыу ваҡытын үткәреп ебәреү ҙә туҡталасаҡ. Хәҙер һәр бер артыҡ кө н өсөн төҙөүселәр процент түләргә тейеш була.
       Төҙөлөш өлкәһенең остап бендерҙарына шулай уҡ алдау өсөн яңы юлдар эҙләргә тура киләсәк. "Иртәнсәк - аҡса, кисен - ултырғыстар" принцибы хәҙер үтмәҫ тип ышанырға ҡала. Граждандарҙың средствоһын йәки банк кредитын йәлеп итерҙән а лда төҙөлөш ойошмаһы йорт проектын әҙерләргә, киң мәғлүмәт с араларында финанс хәле тураһында мәғлүмәт бирергә, төҙөлөш ө сөн майҙан һатып алырға тейеш ( барыһы ла үҙ аҡсаларына) һәм шунан һуң ғына ул "Беҙҙең менән төҙөгөҙ!" тип оран һалыр ға лайыҡлы. Әйткәндәй, төҙөлөш майҙандары хәҙер бикле ишектә р артында "үҙеңдекеләр" араһында таратып бирелмәй, ә һатыуға ҡуйыла. Был үҙ сиратында бер көнлөк фирмалар һанын кәметәсәк.
       Бер һүҙ менән әйткәндә - барыһы ла һәйбәт, ғәҙел һәм зако н буйынса. Төҙөүселәр майҙан һатып ала, проект - смета ойошмаһын әҙерләй, үҙҙәре тураһында дөрөҫлөктө аса. Граждандар үҙҙәренә оҡшаған тәҡдимде һайлай, килешеү төҙөй ( нимәлер ҡәнәғәтләндермәгән хәлдә улар үҙҙәре үк килешеүҙе ғәмәлдән сығара ала) һәм өй туйлауға ҡунаҡтарҙы ниндәй көнгә саҡырыу тураһында ла алдан белеү бәхетенә ирешә.
       Әммә закондың кире яҡтары ла бар. Төҙөүселәр үҙ эшмәкәрлегенә янаған хәүефте фатир хаҡына индерәсәк. Мәҫәлән, документтарҙы әҙерләүҙә:
       - был төҙөлөш хаҡының ундан бер өлөшө тирәһе. Майҙанды һатып алыу ( сауҙалашыу барышында хаҡтарҙың нисек артыуын
       кем белә) - тағы ла өҫтәмә хаҡ. Граждандар менән көтөлмәгә н
       хәлдәр килеп сығыу осрағына тағы бер нисә процент өҫтәлә: бәлки берәйһе мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә теләр Был осраҡта төҙөүсе аҡса менән файҙаланған өсөн процент та түләргә тейеш
       буласаҡ. Быға төҙөлөш ваҡытының артыуын өҫтәргә кәрәк
       (төҙөүселәр быны килешеү шарттарын боҙған өсөн штраф һалыныуынан ҡурҡып эшләргә мәжбүр). Ә өҫтәмә ваҡыт - өҫтәмә
       эш хаҡы, техника файҙаланыу һәм башҡалар.
       Һөҙөмтәлә, белгестәр баһалауынса, беренсел баҙарҙа был
       законды ҡабул иткәндән һуң торлаҡ хаҡы 20 процент тирәһенә артыуы ихтимал. Был икенсел баҙарға бумеранг булып әйләнеп
       ҡайта: унда ҡиммәтерәк, тимәк, бында ла ҡиммәтерәк.
       Бер һорау ҡала: торлаҡҡа хаҡ артыуының һуңғы сиге ҡайҙа Өфө былай ҙа Рәсәйҙә торлаҡ буйынса хаҡтар иң ҡиммәт булған ҡалалар иҫәбендә тора. Үткән йылда торлаҡҡа хаҡтар 30 процентҡа күтәрелде, быйылғы йылдың биш айында - һигеҙ проценттан артығыраҡ. Йыл аҙағына фатир хаҡтары 20 процентҡа
       артасаҡ, тип планлаштыра риэлторҙар. Ә бәлки 35 - кә лә бар ып баҫыр. Һәм стагнация ла көтөлмәй, сөнки бөгөнгө көнгә һор ау тәҡдимгә ҡарағанда өс - дүрт тапҡыр артығыраҡ. Халыҡтың финанс ресурстары бар, ипотека ла үҙ ролен уйнай.
       Әйткәндәй, күсемһеҙ милек баҙарында ҡатнашыусылар
       закондарға үҙгәрештәр индереү өсөн көрәшергә ниәтләй. "М2 -
       Профит" күсемһеҙ милек агентлығының генераль директоры Алексей Щежин әйтеүенсә, 214 - се законды ҡабул иткәндә төҙөүселәр, риэлторҙар, баҙарҙың башҡа профессионалдарының ф екере иҫәпкә алынмаған. Әммә бөгөн хөкүмәт төҙәтмәләр индерергә мөмкин булыуы һәм уларҙың тикшереләсәге хаҡында бе лдерә.
       Тимәк, закондың эшләнеп бөтөүенә өмөт бар әле.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал