6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Сит ил кешеләре беҙҙәге ҡош итенең тәме хаҡында
27.06.05


       Йәй көнө ниндәй иткә күберәк иғтибар ителә Тауыҡ ите нә! Аналитиктар әйтеүенсә, йәй көнө тауыҡ итен һатыу күләмдә ре буйынса йыш ҡына рекорд ҡуйыла икән. Был аңлашыла ла - күптәр тәбиғәткә сыға, ә тауыҡ ите башҡа иттәргә ҡарағанда ғ тиҙерәк бешә, хаҡы ла артыҡ юғары түгел.
       Үҙебеҙҙең натураль тауыҡ итен алаһығыҙмы әллә диңгеҙ
       аръяғынан килтерелгән модификацияланған продуктты хуп күрәһегееҙме Яуабығыҙҙы белеп торам: үҙебеҙҙең сыбарҡайҙарҙы һайлайһығыҙ һәм дөрөҫ эшләйһегеҙ ҙә. Ген инженерияһы яҡшы үҫешкән ҡайһы бер Европа илдәрендә ҡош 20 - 25 көн эсендә "өлгөрә". Был ваҡытҡа "өлгөртөү" өсөн уларҙы һәр төрлө химия менән "һыйлайҙар". Тауыҡ итенең төҫө һәм тәме ниндәй булыуы тураһында әйтеп тороуы кәрәкме икән. Бер генә ыңғай яғы бар - арзан.
       Рәсәйҙә ғәҙәти ҡошсолоҡ фабрикаларында себештәр ике ай самаһы үҫтерелә - уларҙың ите импорт ҡош ите менән сағыштырғанда күпкә татлыраҡ булыуы аңлашыла. Үҫеүҙе тиҙләтеүсе ҡиммәтле препараттарға беҙҙең етештереүселәрҙең аҡсаһы юҡ, шуға күрә улар консерванттар ҡушылмаған арзан ем ашатыуҙы хуп күрә. Шуға күрә беҙҙең тауыҡтарҙың сит илдән килтерелгәндәр менән сағыштырғанда бер аҙ ҡиммәтерәк булыуы ғәжәпләндермәй.
       Йорт тауығы - айырым тема. Уны хужаһы кәм тигәндә өс - дү рт ай үҫтерә. Бер нисә ай буйы саф һауала, йәшен үләндә үҫкә н тауыҡтың ите ни тиклем тәмле булыуын күҙ алдына килтерәһегеҙ . Ә һурпаһы ниндәй булып бешә уның Дөрөҫ, иркәләп - наҙлап үҫтергән тауыҡтың ите лә ҡиммәтерәк тора. Ни хәл итәһең, экологик йәһәттән таҙа продукттар өсөн тейешен түләргә лә ту ра килә. Хәйер, сит илдә бындай тауыҡ өсөн күпкә ҡиммәтерәк түләргә тура килеүе тураһында ла онотмайыҡ.
       Күптән түгел Башҡортостанға Нидерландтан делегация килеп китте. Улар араһында ҡошсолоҡ өлкәһендә эшләүселәр ҙә бар ине. Һуңғылары республиканың бер нисә ҡошсолоҡ фабрикаһында туҡтаны, унда ҡунаҡтарҙы урындағы тауыҡ, өйрәк,
       ҡаҙ ите менән һыйланылар. Голландтар әйтеүенсә, бындай тәмл е итте улар бер ҡасан да ашап ҡарағандары юҡ икән!
       - Төҫө генә лә аппетит уятыусы бындай татлы итте ашап ҡарағаным юҡ ине әле, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша "Птицеводство" журналы мөхәррире Йоханнес Рингрелда. - Һеҙҙең предприятие шарттарында ҡоштар 50 көндә "өлгөрә",
       минең илемдә быға ике тапҡыр аҙыраҡ ваҡыт китә. Сифатҡа килгәндә, факттар Рәсәй ҡошо файҙаһына икәнлеге бәхәс тыуҙырмай.
       Йоханнес Рингрелда республикала күргәндәренә ғәжәпләнеүен
       йәшермәй, сөнки беҙҙә ауыл хужалығының был тиклем яҡшы үҫешкәнен күрергә туар килер тип уйламаған. Әйткәндәй, бында
       килгәнгә тиклем ул Башҡортостан тигән илдең барлығын да белмәгән. Голландтар шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы
       предприятиеларындағы таҙалыҡҡа иғтибар иткән.
       Голланд делегацияһының БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге менән һөйләшеүендә Башҡортостан малсылыҡ продукцияһын Нидерландҡа оҙатыу мөмкинселеге тураһында ла
       һүҙ алып барылды.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал