6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Өфөлә Александринка йондоҙо - Виктор Смирнов
27.06.05


       Рәсәйҙең халыҡ артисы Виктор Смирновты, залдың алҡышлауы на ҡарағанда, бөтөнләй кино ҡарамаған кеше генә танымағандыр . Тамашасылар башлыса һуңғы йылдарҙа был актер ҡатнашҡан
       картиналарҙы хәтеренә төшөрҙө - "Улицы разбитых фонарей",
       "Агент национальной безопасности", "Убойная сила - 2"... Бы л юлы телегерой беҙҙең алға талантлы сәхнә оҫтаһы булып килеп баҫты. Әйткәндәй, Башҡортостандың Республика академия рус
       драма театры сәхнәһендә өфөлөләр Виктор Смирновты тәүге тапҡыр күрҙе.
       Фридрих Горенштейндың "Сказание о царе Петре и убиенном е го сыне Алексее" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Виктор Федорович бөйөк Петр Алексеевич, Рәсәй императорына әүерелде. Александринканың баш режиссеры Александр Галибин о ригиналь материал - бөйөк Петр тураһында сығарылған халыҡ
       йырҙары, риүәйәттәр, хикәйәттәр, әкиәттәр, көләмәстәрҙе файҙаланып бик отоуын билдәләргә кәрәк. Һәм тамашасылар иғтибарына Петр һәм уның улы Алексей Петровичтың үҙ - ара мөнәсәбәттәрен тәҡдим итеп тә хаталанманы. Спектакль тарих биттәренән төшкән матур һүрәткә әйләнмәне, киреһенсә, ул бөгөнгө йәмғиәттең уға булған ҡарашын күрһәтте. Бынан тыш ул тамашасыларға уйланыр өсөн тағы бер тема бирҙе - халыҡ ниндәй һәм уның батшаһы ниндәй...
       Шулай ҙа мине барыһынан бигерәк Петр Алексеевич, йәғни дәүләт башлығы ролен башҡарыусы ғәли йәнәптәре Актер ҡыҙыҡһындырҙы.
       - Бындай шәхесте сәхнәлә уйнағанда нисек итеп ташҡа әйләнмәҫкә тырышыу тураһында уйларға тура килә, - тип таный Виктор Федорович. - Бөйөк кешеләрҙе уйнағанда һәр ваҡыт
       сәхнәгә таш ҡунаҡ булып килеп сығыу һәм китеү хәүефе бар. К үҙ алдына килтерегеҙ, халыҡ алдынан ҙур фигура сыҡты, ниндәй ҙер хәбәр һөйләне һәм инеп китте. Ул менән ата араһында бик ҡатмарлы мөнәсәбәт һәм уны киске етенән туғыҙға тиклем
       уйнарға кәрәк.
       Шулай ҙа, филде нисек итеп ашарға һуң Бик ябай - киҫәклә п. Үҙеңдә кемгәлер яҡын булған ҡылдар табырға тырышырға кәрә к. Иң башта Петр - ата кеше, уның улы бар, һәм Петр улы үҙен ә ҡаршы фетнә ҡора тип һанай. Батша алдына һорау баҫа - йә улы , йә дәүләт. Һөҙөмтәлә ул улын ҡорбан итеп килтерә. Мин акте р һәм кеше булараҡ быны аңламайым һәм аңларға ла теләмәйем, сөнки минең үҙемдең улым бар һәм иң ҡырағай фантазияла ла дәүләткә яҡшы булһын өсөн улымды үтерергә кәрәк тигән уйҙың башҡа килеүе мөмкин түгел.
       Тағы бер проблема - мин Петр Беренсенең беҙҙең Рәсәйҙә ниндәй күренеш булыуын аңламайым. Кем булған ул - антихристмы әллә Рәсәйҙе яңы юлға алып сығыусы бөйөк батшамы.. Рәсәй оҙайлы ваҡыт буйы үҙ юлы менән барған, Пасханы ҡаршылаған, һәм бына бер ваҡыт батша килә, ирҙәрҙең һаҡалын ҡырҡып ырғыта һәм көсләп армия йыя, ауылдарҙы бөлгөнлөккә төшөрә. Беҙҙә, Рәсәйҙә, ни өсөндөр һәр ваҡыт үҙгәртеп ҡороу бара. Бер хакимдән икенсеһенә, бер партиянан икенсеһенә күсеүҙәр.... Спектаклдә миңә халыҡтың йыртыҡ ыштанда, йәғни нисек бар шулай йөрөүе оҡшай. Ә Петр - байраҡтарҙа, аҡ кейемдәр кейеп тәхеттә ултыра, ҡысҡыра, хакимлыҡ итә. Улын ул быуып үлтерә, ә халыҡҡа билдәһеҙ ауырыуҙан үлде тип хәбәр итәләр.
       Мине был ролдә нимә ҡыҙыҡһындыра Петр - бик ҡаршылыҡлы ф игура, һәм һәр актер бындай ролдәрҙе башҡарыуы мауыҡтырғыс булыуы хаҡында әйтер.
       - Һеҙ уны аҡламайһығыҙмы
       - Аҡлайым да, аҡламайым да. Спектаклдә шундай һүҙҙәр бар:
       " Атай булараҡ та, кеше булараҡ та мин был турала бар йөрәгемдән ҡайғырам". Ул алдай тип уйлайһығыҙмы ни Тик Идея барыһын да еңә.
       - Тормошоғоҙҙа ҡатмарлы һайлау эшләргә тура килгәне булдымы
       - Эйе, тормошта һәр ваҡыт нимәнелер һайларға тура килә. М ин космосҡа османым, производство начальнигы ла булманым. Театр училищеһын һайланым.
       - Был һайлауҙы эшләргә кем ярҙам итте Театр сәнғәте менә н шөғөлләнеүсе туғандарығыҙ бармы
       - Юҡ, мин Клин ҡалаһында тыуып үҫтем, унда бөтә ҡалаға ик е
       генә кинотеатр. Әммә унда Петр Ильич Чайковскийҙың йорт - музейы бар. Был йорт - музейға автобустарҙа артистар,
       йырсылар килә торғайны. Мин был йорттоң ҡаршыһында йәшәнем, шуға күрә унда йыш йөрөй торғайным, Мордвинов, Лекарев, Яншин, Грибов һәм башҡа бөйөк рус актерҙарын тыңларға тура килде. Мин был сәнғәт төрө менән ауырый башланым һәм театр училищеһына уҡырға индем.
       - Әлеге ваҡытта нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ
       - Әле генә мин "Ленфильмдан" килдем. Мамин Юрий Борисович "Не думай про белых обезьян" тип исемләнгән яңы кино өҫтөнә эшләй. Беҙҙең йәшәйеш хаҡында бик күңелле таҫма . Минең геройым - Гаврилыч, ҙур ресторан хужаһы. Шулай уҡ кү п кенә сериалдарҙа уйнайым. Клара Степановна Лучко менән бер гә "Разведенные мосты" фильмының ете серияһында ҡатнаштым, был актриса унда минең геройымдың әсәһен уйнаны. Был
       фильмды төшөрөүҙе дауам итергә ҡарар иттек. Күптән түгел "Убойная сила" сериалының "Казачий разъезд" серияһында
       казак ролен башҡарҙым.
       - Ҡайһы ролегеҙҙе айырыуса яратаһығыҙ
       - Әгәр Петр Беренсе ролен яратам тип әйтһәм, минән ҡурҡа башларҙар ине. Ҡасандыр Ленин ролен уйнаған артистар менән о срашырға тура килгәне бар. Ильич менән танышҡандан һуң улар кемде генә уйнамаһын, барыбер Ленинды хәтерләтә. Был минең ө сөн түгел. Һәр кеше ҡабатланмаҫ, тимәк һәр образ үҙенсәлекле . Актерлыҡҡа уҡыған ваҡытта Жуховицкийҙың "Только две недели ў пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакле минең өсөн иң уңышлыһы булыр тип уйламағайным. Шундай пьесаны ишеткәнегеҙ бармы Ми нең дә юҡ ине. Унда мин тракторист Федяны уйнаным. Эшләй баш лағас, мин был ролде яраттым һәм күп йылдар буйы уйнаным. Га млет, Отеллоны ла бер нисә тапҡыр уйнарға тура килде, әммә у лар бик күңелгә ятманы. Тимәк, фигураның ҙурлығы бер нимәгә лә дәлил булып тормай, уны ниндәй кимәлдә аңлауың мөһим.
       - Режиссерҙар менән мөнәсәбәтегеҙ нисек
       - Бик шәп.
       - Тәнҡиткә ҡарашығыҙ
       - Тыныс. Был йәһәттән миңә әсәйем ярҙам итте. Ул, бахырҡа й, ғүмере буйы эшләне, хаҡлы ялға сыҡты. Үлер алдынан миңә ҡунаҡҡа, ейәнен күрергә килде. Бик оялсан ине, мин уны театр ға барырға оҙаҡ өгөтләнем. Ул бик тулҡынланып көнө буйы әҙерләнде. Мин уны үҙем төп ролде башҡарған "Банкрот. Свои люди сочтемся" спектакленә алып барҙым. Етди, ҙур роль. Мин сәхнәнән китмәйем, тир аға, халыҡ көлә, алҡышлай. Һуңынан
       сәскәләр гөлләмәһе тотоп ҡайтып барабыҙ. Хәҙер әсәйем Бына
       исмаһам!" - тип маҡтай башларын көтөп барам. Ә ул өндәшмәй һәм мин үҙем башлайым:"Әсәй, театр нисек" Ул: "Ой, ниндәй театр!" - "Артистар нисек" - "Иҫ китерлек артистар!" - "Ә м ин һуң, әсәй, нисек". Пауза.... һәм яуап: "Һуң... кешеләрҙән к әм түгел инде, Вить".

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал