6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Башҡортостан - башҡорт балы һәм башҡорт аты ғына түгел
27.06.05


       Республикала тышҡы туризм һиҙелерлек үҫешә. Әлеге ваҡытт а уның тын алышы ниндәйерәк Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар б ыл һорауға ярайһы уҡ асыҡ яуап бирҙе. Журналистар менән осрашыуға БР Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы һәм туристик берекмә вәкилдәре килде.
       Министрлыҡтың туризм бүлеге начальнигы Владимир Кучук билдәләүенсә, Башҡортостанда үҙаллы туристик хәрәкәт әлеге ваҡытта үҫеш кисерә. Туризм - спорт союзы ярыштар һәм чемпионаттар үткәреүсе туризм төрҙәре буйынса федерацияларҙы берләштерә. Союз патронажында 24 туристик балалар - үҫмерҙәр үҙәге бар, республика буйынса үткән походтарҙа 300 меңдән ашыу балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Дөйөм алғанда, Рәсәй кимәлендәге спорт туризмы буйынса беҙ алдынғы өсәү иҫәбендә.
       Эске һәм ситтән килеүселәр туризмы тураһында һүҙ йөрөткәндә, эштәр хөртөрәк. Бер нимә лә эшләнмәгән тип әйтеп
       булмай: федераль закон нигеҙендә Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында закон, туристик маршруттарҙа хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы норматив акттар ҡабул ителгән. Быйыл тәүге туристик күргәҙмә үткәрелд е. Тик был ғына аҙ. Эске туризмды үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү мотлаҡ. Маршруттар эшләрлек, белгестәр әҙерләрлек
       фирмалар юҡ түгел, тик уларҙың үҫеше өсөн матди база
       ярлыраҡ.
       Көньяҡ Уралда һыбай, велосипед, һыу туризмы һәм башҡа турҙарҙы ойоштороусы "Тәңре" экологик берекмә директоры Александр Гончаровтың һүҙҙәре буйынса, бөгөн туристик эшмәкәрлектә килем тураһында һүҙ йөрөтөргә иртә. Башҡортостандағы ял тураһында башлыса күрше төбәктәр - Силәбе өлкәһе, Екатеринбургта йәшәүселәргә генә мәғлүм.
       - Башҡорт аты, башҡорт балы тураһында барыһы ла белә, тик бына Башҡортостандың ҡайҙа урынлашыуын белеүселәр һирәк. Ниңә Беҙҙең республиканың иҫтәлекле урындары, тәбиғәте тураһында һөйләүсе карта, схема, каталогтар юҡ кимәлендә.
       Туризм нефть эшкәртеү өлкәһе кеүек үк килем бирә ала. Был йәһәттән төп һорауҙарҙың береһе туризм өлкәһен кем контролдә тотоуына ҡағыла. Бөгөн, хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, ул иҡтисади түгел, ә социаль өлкәлә тора. Шуға күрә туризм ү ҫеше өсөн бюджет средстволары, инвестициялар тураһында һүҙ а лып барырға тура килмәй.
       Һәм тағы ла - туризмды арҡаға рюкзак аҫып, урманда палатк а
       ҡуйыу тип кенә ҡарамаһаҡ ине. Туризм - ул тулы бер ял, сәйә хәт, яңы тәьҫораттар индустрияһы. Ә эске туризм үҫеше, дәүлә т яҡлауы булғанда, республика өсөн яҡшы килем сығанағына әйләнәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал