6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

30 килограмм көмөш өсөн - 200 мең һум һәм иректән мәхрүм ите леү
23.06.05


       Башҡортостан Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәй әттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре һуңғы йылдар эсендә иң ҙур легаль булмаған ҡиммәтле металл партияһына тап булды. 30 килограмм көмөш металға һатыусылар 200 мең һум хаҡ ҡуйған. Баш ҡала уртаһында законһыҙ алыш - биреш йәйелдереп ебәргән ике сит ил кешеһе һатыуҙан килгән табышты иҫәпләгән ваҡытта ҡулға алынды, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. "Ҡара ювелирҙар"
       Молдова һәм Украина кешеләре, икеһе лә рәсми рәүештә эшһеҙҙәр.
       Тауарҙы улар ябай хужалыҡ сумкаһында, ҙур булмаған пакеттарҙа һаҡлаған. Һәр пакетҡа бишәр килограмм көмөш һалынған. Ҡулға алынғандар әйтеүенсә, ҡиммәтле металл сик аша үтмәгән, тауарҙы улар Өфөлә асарбаҡтарҙан 500 һумға һатып алған.
       - Ҡулға алыныу улар өсөн көтөлмәгән хәл булһа ла, бындай мөмкинселекте улар барыбер күҙаллағандыр тигән уйға киләм, - ти ҡиммәтле таш һәм металдарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы кө рәш буйынса бүлек начальнигы Сергей Таранец. - Алыпһатарҙар бер тауыштан тауарҙың көмөш икәнлеген
       белмәнек тип бара. Хатта улар алдан күнекмә лә үткәргәндәрҙ ер тигән тәьҫорат барлыҡҡа килә.
       Ҡулға алыныусыларға ҡарата 191 - се статья буйынса енәйәт эше асылған. Уларға хәҙер унар йылға тиклем иректәренән мәхрүм ителеү янай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал