6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡортостандың шахмат оҫталары билдәлелек яулай
23.06.05


       Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда шахмат буйынса Рәшит
       Нәжметдиновтың 27 - се мемориалы тамамланды. төп ярыштар - "А" класы турнирында еңеү байрам итеүсе - Өфө ҡалаһының халы ҡ - ара мастеры Евгений Калегин.
       Башҡорт шахматсыһы туғыҙынсы турҙа еңеү яуланы һәм мөмкин булған туғыҙ мәрәйҙән ете мәрәй йыйыуға өлгәште. Ҡазан гроссмейстеры Рәмил Хәсәнғәтиндың да шул тиклем үк
       мәрәй йыйыуына ҡарамаҫтан, өҫтәмә күрһәткес буйынса (Бухгольц коэффициенты), еңеүсе тип Евгений Калегин табылды.
       Бухгольц коэффициентының нимә икәнлеген аңлатып үтергә
       кәрәктер. Ҡатнашыусылар күп булған бындай турнирҙарҙа һәр шахматсы ғәҙәттә туғыҙ партия ғына уйнай. Һиңә ҡаршы уйнаусылар ни тиклем күберәк мәрәй йыя, һинең Бухгольц коэффициентың шул тиклем үк күберәк буласаҡ. Тимәк, ҙур шахмат турнирҙарында мәрәйҙе көслө шахматсыларға ҡаршы
       уйнап йыйыу отошлораҡ.
       Рәшит Нәжметдинов мемориалында "А" класлы турнирҙа Татарстан чемпионы Алексей Ғөбәйҙуллин 6,5 мәрәй йыйып "бронза" менән ҡәнәғәтләнде. Ижевск вәкилдәре -ФИДЕ мастеры Максим Озолин һәм халыҡ - ара мастер Александр Филлипенко. г россмейстер Эдуард Андреев та (Украина) шул тиклем үк мәрәй йыйҙы, тик уларҙың Бухгольц коэффициенты түбәнерәк булды.
       Калегиндың бындай абруйлы ярышта еңеүе - бик яҡшы һөҙөмтә . "А" класлы турнирҙа барыһы 66 шахматсы ҡатнашты, уларҙың егермеһе - мастерҙар, ун өсө - халыҡ - ара мастерҙар. Рейтин г буйынса Калегин алтынсы ине, һөҙөмтәлә беренсе урын сыҡты.
       Ҡалған башҡорт шахматсыларының һөҙөмтәләре лә билдәләүгә лайыҡ. Шулай итеп, "А" класлы турнирҙа Владислав Төхфәтуллин
       13 - сө, Дмитрий Дармин - 20 - се, Илдар Имашев - 42 - се, Олег Яксин - 45- се, Владимир Старцев - 55 - се.
       Йәштәр ярышында Белореттан килгән шахматсы ҡыҙ Сара Абдрахманова ла яҡшы сығыш яһаны. Ул 1992 йылда тыуған
       ҡыҙҙар араһындағы ярышта оҙайлы ваҡыт алда килде һәм һуңғы турҙарҙа ғына Татарстан вәкиле Элина Проценкоға биреште. Әммә икенсе урын да лайыҡлы һөҙөмтә. Әйткәндәй, был төркөмдә Башҡортостандан тағы бер ҡыҙ, Өфөлә йәшәүсе Анастасия Лобанова бишенсе урын яуланы, ә Баймаҡ егете
       Дамир Мортаев "1992 йылда тыуған егеттәр" категорияһында дүртенсе урынға сыҡты.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал