6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Башҡорт милиционеры - Африкалағы тормош хаҡында
23.06.05


       Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре Илдар Мырҙағәлиев Африканан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының "На службе миру" миҙалын, пальмаларҙы күрә алмау тойғоһо алып ҡайтҡан һәм үҙе лә шоколад төҫөнә ингән. Ул эҫе континетта ике йылдан ашыу БМО миссияһы составында урындағы - аҙ үҫешкән, фәҡир, һуғыштан һуң һаман да аяҡҡа баҫа алмаған Сьерра - Леоне милиционерҙарын үҙ илдәрендә тәртип булдырырға өйрәткәндән һуң, ошо көндәрҙә генә Башҡортостанына ҡайтып төштө.
       ... Африканың көнбайышындағы ҙур булмаған дәүләттә климат , үҫемлектәр һәм тереклек тропиктарға хас булғанса. Сьерра - Леонела дүрт ярым миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. Уларҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 50 йәштән артмай - нужа күреп йәшәү, ауырыуҙар, наҙанлыҡ үҙенекен итә. Үткән быуат аҙағында тамамланған граждандар һуғышы былай ҙа алдынғыларҙан һаналмаған илдең үҫешен тағы ла тотҡарлаған.
       Сьерра - Леонела һынылыш 1990 йылдар башында була. Власҡа
       ҡаршы баш күтәреүселәр Фритаунға йүнәлә. Президент граждандар һуғышы башланған илен ташлап китә. 1999 йылдан алып БМО бында конституцион тәртип булдырырға тырыша. Анархияға батҡан илдә уны нулдән башларға тура килә тип әйтергә кәрәк.
       - Ундағы кеүек фәҡирлекте һәм коррупция кимәлен күргәнем юҡ минең, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша әңгәмәсем. - Һуғыш тамамланыуға ун йыллап ваҡыт үткән, әммә алға китеш күҙәтелмәй тиерлек.
       Ә бит Сьерра - Леоне алмаз, һирәк осрай торған металл ятҡылыҡтары, нефткә бай. Тик бында барыһына ла ситтән килгән
       эшҡыуарҙар етәкселек итә, урындағы халыҡҡа тәбиғәт
       байлығының бер файҙаһы ла теймәй, улар башлыса күрше Гвинеянан килтерелгән әйберҙәр һатыу иҫәбенә йәшәй.
       Дөйөм алғанда, әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, Сьерра -
       Леоне халҡы бик ялҡау булыуҙары менән айырылып тора. Улар рис һәм касава (беҙҙең картуфҡа оҡшаш) менән туҡлана, әммә вегетариан булғандары өсөн түгел - унда каннибализм осраҡтар ы ла булғылай, ә бары һунар итергә йәки малсылыҡ менән шөғөлләнергә ялҡауланған өсөн.
       - Уларҙың йөрөшө лә аҡрын, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Илдар Мырҙағәлиев. - Бергә атлағанда уларҙы хатта
       этәреп алып барыу теләге тыуа. Бынан тыш Сьерра - Леонела йәшәүселәр тураһында бер ҙә пунктуаль халыҡ тип әйтеп булмай , улар киләсәк тураһында бөтөнләй уйламай, бөгөнгө көн менә н генә йәшәйҙәр. Психологиялары ла ҡолдарса: унда әле лә ҡаралар һәм аҡтар араһында айырма ҙур. Тәүгеләре Европа халыҡтарын үҙ әфәнделәре тип күрә, һәр ваҡыт хәйер биргәнде көтә. Миңә лә урамда йыш ҡына урында йәшәүселәр килеп икмәк йәки аҡса һорай торғайны - аҡһың, тимәк байһың.
       Хәйер һораусылар араһында инвалидтар ҙа етерлек - һуғышта н ҡалған иҫтәлек. Ампутанттар бик күп, уларҙың бер өлөшө һуғыштан түгел, ә илдә тәртип булмауҙан барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, бурлыҡта ғәйепләнеүсенең, өлкән кеше булһынмы ул, баламы, бер һүҙһеҙ ҡулын ҡырҡҡандар.
       Енәйәтселекте бөгөн дә туҡтатып булмай: урындағы юлбаҫарҙар хатта полиция машиналарына ла һөжүм итә. Шуға күрә һәр "миссионерға" шәхси һаҡ ҡуйыла: төндә ике кеше, көндөҙ - берәү. Һуңғыһы шулай уҡ өйҙә "хеҙмәтсе" ролен дә үт әй һәм, әйтергә кәрәк, эше менән бик ҡәнәғәт - Сьерра - Леон ела
       ул хатта 30 доллар алып эшләүсе урындағы полицейскийға ҡарағанда ла күберәк хеҙмәт хаҡы ала.
       ... Илдар Мырҙағәлиевты халыҡ - ара миссиялар составында эшкә 1992 йылдан алып йәлеп итә башлайҙар. Үҙенең тәүге һөнәре буйынса ул инглиз теле уҡытыусыһы, ә сит тел белеү - "миссионерҙар" өсөн тәүге шарт. Сьерра - Леонеға тиклем ул Хорватия, Босния һәм Герцеговина, Югославияла булған. Хорватияға командировканан һуң Илдар Мырҙағәлиев Батырлыҡ ор денына лайыҡ булған. "На службе миру" миҙалдары дүртәү - Б МО миссияһы составында булған илдәр һанына тигеҙ.
       Сит телде яҡшы кимәлдә белеүҙән тыш, сит илгә барыр алдынан "миссионерҙар" машина йөрөтөү һәм мылтыҡтан атыу
       буйынса имтихан тапшыра. Шулай уҡ тулыһынса медицина тикшереүе үтә һәм прививкалар эшләтә. Илдар Мырҙағәлиевтың практикаһында "миссионерҙарҙың" ауырыу, хатта үлеү осраҡтары ла булған.
       Ялдан һуң беҙҙең әңгәмәсе үҙенең өлкән инспектор вазифаһына кире ҡайтасаҡ. Артабан уны ҡасан һәм ҡайҙа ебәрәсәктәре хаҡында ул әлегә белмәй.
       Һөйләшеүҙе тамамлап, киләсәктә яҙмыш ҡушыуы буйынса Сьерра - Леонеға барып эләгергә тура ҡалһа, Илдар Мырҙағәлие втан бер кәңәш: йыуған керҙәрегеҙҙе бер ваҡытта ла бауға эле п
       киптермәгеҙ, бары ташҡа йәйеп кенә! Сөнки әйберҙәрегеҙгә мангр себене инеп оялауы ихтимал. Һәм кейемегеҙҙе йүнләп үтекләмәһәгеҙ - ә Сьерра - Леонела, әйткәндәй, электр юҡ кимәлендә - себен һалып ҡалдырған ҡорттар тире аша инеп, кешенең организмында йәшәй башлай, уларҙы бары тик хирургик алым менән генә алып ташлау мөмкин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал