6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Икегә ҡабатланған төрөк - башҡорт альянсы
23.06.05


       Был аҙнала Башҡортостан Төркиә Республикаһынан ике рәсми
       делегация ҡабул итә. ОШо көнләрҙә Өфөгә Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Куртулуш Ташкент әфәнде етәкселегендә урындағы "Амстар" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һыра ҡойоу буйынса икенсе сиратты сафҡа индереү өсөн эшлекле даирәләр делегацияһы килде. Ә йома көнө, 24 июндә, баш ҡала быяла тар а производствоһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашасаҡ рәсми делегацияны көтә. Программа буйынса төрөк вәкилдәре Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов менән осрашты.
       Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүге делегация составы "Anadolu Group", "Efes Breweries International" һәм "Һыра ҡайнатыу "Мәскәү - Эфес" компаниялары етәкселәренән тора. 1950 йылдар башында уҡ нигеҙ һалынған "Anadolu Group" холдингы Төркиә Республикаһында иң ҙур компанияларҙан һанала. Coca - Cola, Interbrew, Honda, Lombardini, Faber - C astell, Findomestic кеүек халыҡ - ара корпорациялар менән партнерҙарса мөнәсәбәттә тора йәки уртаҡ предприятиелары бар . Еңел автомобилдәр, автобустар, канцелярия тауарҙары етештереү һәм һатыу, көпләү материалдары һәм туризм өлкәһендәге проекттарҙа ҡатнашыуҙан тыш, холдинг һыра, ҡур һәм башҡа төр эсемлектәр етештерә һәм һата. "Efes Beverage Group" Төркиә, Рәсәй, БДБ һәм Көньяҡ Европа илдәренең һыра һәм башҡа эсемлектәр яратыусылары өсөн
       эшләй. Компанияның 10 илдә 14 һыра ҡайнатыу заводы, туғыҙ Coca - Cola ҡойоу заводы эшләй. 1998 йылда "Efes Breweries International" компанияһы һыра ҡайнатыу эшҡыуарлығында үҙе тураһында хәбәр иткәйне, ә ике йыл элек ул Европала иң юғары күрһәткескә өлгәште, һыра етештереү күләме 12 миллион гектолитрға барып етте. Бөгөн "Efes Breweries International" , "Efes", "Warsteiner", "Старый мельник", "Сокол" һәм "Белый медведь" һыраһын етештереүсе өс Рәсәй заводына етәкселек итә (Мәскәүҙә, Ростовтағы Донда һәм Өфөлә).
       Хәҙер беҙҙең "Амстар" тураһында. Үткән йыл Башҡортостан Хөкүмәте һәм составына Өфөләге асыҡ акционерҙар йәмғиәте ингән "Efes Breweries International" компанияһы араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә заводты киңәйтергә хәл ителде. Ике этапта. Уның тәүгеһе уңышлы тамамланды. Производство төҙөлөшөнә төрөк компанияһы быйыл 14 миллион евро инвестиция, "Амстар" үҙе ике миллиондан ашыу евро бүлде. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: заводтың етештереү ҡеүәте 2004
       йыл менән сағыштырғанда ике тапҡыр артты ( йылына ике миллион гектолитр).
       Икенсе этап 2006 йылда "Амстарҙың" ҡеүәтен дүрт миллионғ а тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.
       Һыра менән барыһы ла аңлашылды, сиратта - быяла. Бында бе ҙ Өфөлә быяла етештереүҙе ойоштороусы инвестиция проекты менән эш алып барабыҙ, ул "Шишеджам" төрөк быяла концерны ме нән туранан - тура бәйле. Уның тарихы 1934 йылдан килә һәм Төркиәлә етештерелгән тәҙрә быялаһының 90 процентын тәшкил и тә. Әлеге ваҡытта концерн 35 быяла предприятиеһын берләштерә, улар бергә йылына ике миллион тоннаға яҡын быяла
       продукция етештерә. Асылда ул быяла етештереү өлкәһендә донъяла иң алдынғыларҙың береһе: "Шишеджам" продукцияһы 100 илдә һорау менән файҙалана, төп импортерҙар - ЕС илдәре,
       Америка һәм Япония.
       Рәсәйҙә "Шишеджам" "Русджам" фирмаһын булдырҙы, завод Гороховецта (Владимир өлкәһе) урынлашҡан. Үткән йылда республикала БР Хөкүмәте һәм Төркиә Республикаһының "Anadolu Cam Sanayii A.S." араһында Өфөлә быяла продукцияһы производствоһы төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул Шаҡшала, элегерәк ҡағыҙ комбинаты төҙөүгә бүленгән сәнәғәт майҙандарында урынлашасаҡ. Төрөк яғы производствоны алдағы й ыл ярым эсендә ебәрергә әҙер. 26 ярым гектар майҙанда әлегә ике быяла иретеү мейесе урынлаштырыласаҡ, уның дөйөм хаҡы 45 - 50 миллион доллар иҫәпләнә. 25 июндә "Русждам - Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә нигеҙ һалыу тантанаһы буласаҡ . Башҡортостан өсөн бына ошондай ҡыуаныслы яңылыҡтар. Республика президенты халыҡҡа һәм БР Дәүләт Йыйылышына Хатында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе йылдам үҫтерергә, етештереү ҡеүәтен тулыландырырға, финанс - иҡтисади хәлде нығытырға һәм Башҡортостан иҡтисадының конкурентлыҡ һәләтен арттырырға кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был йәһәттән алда әйтелгән яңылыҡтар тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә.

екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал