6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Күҙ йәше һәм өмөт менән бағып
23.06.05


       Яңы йолаларҙы ҡабул иткәндә, һәр ваҡыт уларҙың беҙҙең хә тергә һәм аңға тап килеү - килмәүен тикшерәбеҙ. Кисә республ икала ветерандар, уларҙың балалары һәм ейәндәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәр янында йыйылды. Килмәгәндәре иһә мотлаҡ бер минутҡа тын
       ҡалып, уларҙы иҫкә алды, сөнки "бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған".
       Туғыҙ йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн Рәсәйҙә рәми дата - Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә башланы. "Был көн беҙгә һуғыш яландарында һәләк булғандар, фашист әсирлегендә яфа күргәндәр, тылда аслыҡ һәм
       нужанан үлгәндәрҙе хәтергә төшөрә. Үҙ ғүмерен йәлләмәйенсә Ватанды һаҡлау бурысын үтәгәндәрҙе беҙ онотмаясаҡбыҙ". Рәсәй Президентының датаны рәсми иғлан итеү указында ошондай һүҙҙәр яңғыраны. Был көндө илдә дәүләт флагтары төшөрөлә, күңел асыу саралары һәм тапшырыуҙары туҡтатыла.
       Алыҫ 1941 йылда немец - фашист ғәскәрҙәренең һөжүме шул тиклем көтөлмәгән була, Ҡыҙыл Армия һалдаттары хәйләкәр дошманға тиҙ арала ҡаршы тороп та өлгөрмәй. Әммә хаиндарса һөжүм немец етәкселеге көткәнсә тейешле һөҙөмтәгә килтермәй.
       Немец - фашист илбаҫарҙарын тар - мар итеүгә Башҡортостан да үҙ өлөшөн индерә. Республиканан 700 мең кеше фронтҡа китә , уларҙың 320 меңе яу яланынан әйләнеп ҡайта алмай, шул тиклем үк ветеран һәм фронтовиктарҙың ғүмере, ҡыҙғанысҡа
       ҡаршы, һуғыштан һуң өҙөлә. 200 меңдән ашыу яҡташтарыбыҙ тиңһеҙ батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән
       наградлана, 278 - е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ бул а, 35 кеше - Дан ордены кавалерҙары, ә осоусы - штурмовик Му са Гәрәев Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ.
       Бөгөн республикала 24 мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
       йәшәй, уларҙың туғыҙ меңдән ашыуы - һуғыш инвалидтары, 2,5 меңе - ҡатын - ҡыҙ ветерандар.
       Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнөндә Өфөлә Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы булды. БР Һуғыш ветерандары һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ирекле
       тормош өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеүселәргә мәңгелек дан
       һәм уларҙың мәңгелеккә халыҡ хәтерендә ҡаласағын белдерҙе. Митингынан һуң Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда Бөйөк Ват ан һуғышы ветерандарының йәштәр һәм гарнизон һалдаттары менә н осрашыуы үтте.
       Хәтер көнөндә йылдағыса Өфө ветерандары - Башҡортостан Республикаһының һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, Башвоенкомат һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре Мәңгелек ут янына килде, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберендә булды.
       Һәм нәҡ ошо көндө Шишмә районының Сәлих ауылында Бөйөк Ва тан һуғышы ветераны, 1993 - 2003 йылдарҙа республиканың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетын етәкләүсе Фәрухша Йыһаншинға һәйкәл асылды. 469 - сы айырым миномет по лкы радиостанцияһы начальнигы Орел - Курск дуғаһынан Прагаҡа лаһына тиклем барып еткән. Ветерандың беҙҙең аранан китеүенә ике йыл. Фәрухша Йыһаншин өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, В атан һуғышы ордены, миҙалдар менән наградланған.
       Бөгөн улар бик аҙ ҡала - һуғышта ҡатнашыусылар һаны 24 ме ң һәм 140 мең тирәһе тыл хеҙмәтсәндәре. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптарҙан уҡып, киноларҙан ғына ҡарап белеүсе яңы быуын үҫеп етте. Үткән дәүер иҫтәлектәрен онотмау мөһим бөгөн. Ҡайғы һәм шатлыҡ йәштәре рәсәйлеләрҙең төрлө быуындарын тоташтырыусы еп булып торһон ине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал