6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Башҡортостан һәм Италияны ... Ал сәскә бәйләй
22.06.05


       "Чайка" теплоходында фекерҙәштәр осрашыуын ойошторған и ке гүзәл ҡатын - ҡыҙ булмаһа, беҙ Итальян Республикаһы Көнө тураһында хәтергә лә төшөрмәҫ инек, моғайын. Адель Рәшитова - Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана эргәһендә Италия дуҫтары Клубы рәйесе һәм уның урынбаҫары Индира Хәйретдинова инде биш йыл дауамында ошондай саралар үткәрә, уның маҡсаты - өфөлөләрҙе итальян мәҙәниәте, был илдең йолалары, ғөрөф - ғәҙәттәре менән таныштырыу, теләге булғандарҙы итальян телендә һөйләшергә өйрәтеү. Индира Раил ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, Клубҡа инеүселәр һаны арта бара
       һәм ике кеше Италияла стажировкала булып та ҡайтҡан.
       Ағиҙел буйлап бөгөнгө сәйәхәтебеҙгә ҡайтһаҡ, ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты доценты Юрий Лукияновтың байрам тураһында ентекле хикәйәләүенән башланып китте. Баҡһаң, Итальян Республикаһы Көнө 18 июндә билдәләнә икән. Юрий Викторович уның тарихын иҫкә төшөрҙө, И талияла бөгөнгө хәл - торош хаҡында һөйләп үтте.
       - Италияның федерацияға әйләнеүе ихтимал. Әле Байрон Италияла 19 итальян теле булыуын билдәләгән, диалекттар шул тиклем бер - береһенән айырыла. Парламент республикаһынан президент республикаһына, бәлки, Берлускони "режимына" күсеү
       ҙә мөмкин.
       Һөйләүен тамамлап, Юрий Викторович итальян дуҫтарға тыныслыҡ һәм именлек теләне һәм сараны ойоштороусыларға үҙенең китабын, Италия тарихы тураһындағы күп йыллыҡ хеҙмәт
       емешен бүләк итте.
       Италия дуҫтары йыйылған каютала венециан арыҫланы һәм итальян телендә "Мир тебе, мой Марк - евангелист" (Изге Марк
       - Венецияны ҡурсалаусы) тип яҙылған флаг ҡуйылған. Беҙгә ун ың нисек итеп Милли китапханаға килеп эләгеүе тураһында һөйләнеләр. Баҡһаң, итальяндар уны ошондай осрашыуҙарҙың береһендә, беҙҙә Венециялағы кеүек үк Ал сәскә байрамы булыуын белгәндән һуң бүләк иткәндәр. Венецияла ул йыл да яҙ
       көнө байрам ителә, был көндө егеттәр ҡыҙҙарға асылмаған рау за сәскәһе бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә был байрам хаҡында барыһы ла түгел, ә Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижадын яратыусылар һәм Италия дуҫтары Клубына йөрөүселәр генә белә.
       Байрамға итальяндарҙың килә алмауына ҡарамаҫтан, сараны ойоштороусылар Италия йөрәктәребеҙҙә оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн барыһын да эшләне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары башҡарыуында итальян композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраны.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал