6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Гәрәев йәш хоккейсылар тәрбиәләйәсәк
22.06.05


       Алик Гәрәев - "Салауат Юлаев" командаһының иң сағыу легендаларының береһе. Был һөжүм итеүсе тураһында төрлө тарих һәм хәбәрҙәр күп йөрөй. Беҙҙең хоккей яратыусыларҙың хәтерендә ул клубҡа тоғро, һөжүм итеүҙә һәм оборонала оҫта, йоҙроҡ файҙаланырға тура килгәндә лә бирешмәгән уйынсы булараҡ ҡаласаҡ. Үткән миҙгел Алик Гәрәев өсөн һуңғыһы - ул карьераһын 35 йәшендә тамамларға ҡарар итте. Хәҙер был текә егет остазға әйләнәсәк - тиҙҙән ул "Салауат Юлаев" балалар спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәрә башлай.
       "БАШвестЪ" гәзите лә уның тормошондағы үҙгәрештәрҙән ситтә ҡала алманы. Беҙҙең хәбәрсе Алик Гәрәевты асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы.
       - Алик, һеҙ нисек итеп хоккейға килеүегеҙҙе хәтерләйһегеҙ ме Моғайын, күп кенә "юлаевсылар" кеүек, Зорге урамындағы
       ихатанан килгәнһегеҙҙер
       - Юҡ, мин Әй урамынан. Ихата буйлап сәкән тотоп йүгерешә инек. Конькиһыҙ, әлбиттә. Ата - әсәйем мине хоккейға бирергә булды. Яратҡан спортыма мин 1977 йылда килдем. Тренерым Фәһим Сайран улы Карюков булды.
       - МХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарында өс бронза миҙалды иҫәпләмәгәндә һеҙҙең карьера эсендә өлгәшкән
       ҡаҙаныштарығыҙ
       - 1988 йылда Европаның йәштәр чемпионатында ла бер бронза
       миҙал алдыҡ. Ул командала бөгөнгө билдәле хоккейсылар Жамнов, Коваленко, Карповцев, Зубов уйнаны.
       - Ниңә һеҙ үҙ ваҡытында "Салауат Юлаевтан" "Молот" командаһына күстегеҙ
       - Тренер Сергей Николаев миңә карьераны тамамларға тәҡдим
       итте, әммә мине Пермь клубына саҡырҙылар.
       - Һуңғы миҙгел хаҡында нимә уйлайһығыҙ
       - Һуңғы миҙгелдә мин уртаса кимәлдә уйнаным.
       - Ҡайһы чемпионатта айырыуса уңышлы сығыш яһаным тип уйлайһығыҙ
       - Моғайын, 1994 - 1995 миҙгелдә тәүге бронзаны яулағандал ыр. - Ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо бармы Хоккейсы карьераһынан т ағы нимә алырға теләр инегеҙ
       - Әйтеүе ҡыйын. Бер яҡтан, уйнарға теләк тә бар. Икенсе я ҡтан ҡарағанда - был йәштә китергә ваҡыт.
       - Күрәм, тәмәке тартаһығыҙ. Карьера тамамланғас "рәхәтләнергә" булдығыҙмы
       - Хоккейсылар хатта миҙгелдән һуңғы отпуск ваҡытында ла үҙҙәренә тейешенән бер аҙ артығын рөхсәт итә.
       - Бергә эшләргә тура килгән тренерҙарҙан иң яҡшыһы кем
       - Ишмәтовтыр, моғайын.
       - Һеҙҙе күп кенә өфөлөләр баш ҡалала бер көрәштә лә еңелмәгән "һуғышсы" булараҡ хәтерләй. Ә ҡунаҡта йығылған сағығыҙ булдымы
       - Бер тапҡыр ҙа йығылманым.
       - Йәғни, йә ҡаршы яҡ - нокаутта, йә судья айырып өлгөрә
       - Нәҡ шулай.
       - Һуғышып йәрәхәт алған сағығыҙ булдымы
       - Юҡ, унда ниндәй йәрәхәт алаһың Күгәргән урындар була, һирәгерәк - танау һындырыуың ихтимал. Ә бына "бысраҡ" уйын йә көрәштә ныҡ эләгеүе мөмкин. Мин ике тапҡыр аяғымды, ике тапҡыр - ҡулымды, бер тапҡыр - бармаҡты һындырҙым. Ә иң иҫтә
       ҡалған күңелһеҙ мәл - коньки менән һеңерҙе ҡырҡып ебәреүҙәр е булды.
       - Үҙегеҙҙе тафгай йәки полицейский тип иҫәпләйһегеҙме
       - Юҡ. Ҡыҙыу кешемен - холҡом шундай. Миңә тейәләр - мин тейәм. Ә тафгайҙар беҙҙә өс - дүрт йыл элек барлыҡҡа килде. Улар йоҙроҡ файҙаланып, "йондоҙҙарҙы" йәберләргә тырышыусыларға ҡаршы тора.
       Миңә полицейский эшен башҡарырға тәҡдим итһәләр, баш тартыр инем, сөнки хоккей уйнауҙы хуп күрәм. Хатта кем менән нисә тапҡыр һуғышҡанымды ла хәтерләмәйем. Инде ике йыл самаһы бирсәткә сискәнем юҡ - аҡыллана барам, ахыры. Һуңғы тапҡыр "Молот" командаһы составында юғары лигала уйнағанда һ уғыштым.
       - Бульин, Назаров, Юдин кеүек "модалағы" тафгайҙар һеҙгә һөжүм иткәне булдымы - һеҙ уларға ла ҡаршы сыҡтығыҙ бит
       - Сыҡтым, әлбиттә, тик улар менән һуғышырға тура килмәне. Назаровтың һуғышҡанын телевизорҙан ғына күрҙем, ә ҡалған
       икәүгә килгәндә, Юдин көслөрәктер, моғайын.
       - Рәсәй хоккейына тафгай кәрәкме
       - Юҡ. Хәйер, уларҙың барлыҡҡа килеүе беҙҙең суперлигала хоккейҙың "бысраныуына" бәйле.
       - Көйәрмәнгә әйләнеп, трибунала ултырырға һәләтлеһегеҙме
       - Әлбиттә.
       - Ниндәй сәбәптәр буйынса һеҙ балалар тренерына әйләндеге ҙ, эшҡыуарлыҡҡа киттегеҙ, тип әйтһәк тә булалыр, моғайын
       - Ниндәй эшҡыуар булайым мин Ә Спорт һарайында үҙемде һыуҙағы балыҡтай тоям.
       - Үҙ төркөмөгөҙгә бәләкәстәрҙе алырға теләйһегеҙме әллә өлкәнерәктәрҙеме
       - Нулдән башларға теләр инем.
       - Үҙегеҙҙе ниндәй тренер тип күҙ алдына килтерәһегеҙ
       - Малайҙарҙа көслө рух тәрбиәләргә ине. Хәлдән тайҙырмаяс аҡмын, әммә буш та ултырмаясаҡтар.
       - Хоккейсылар тәрбиәләү тәжрибәгеҙ бар - игеҙәк улдарығыҙ хоккей уйнай.
       - Үҙ командаларында улар алдынғылар. Киләсәктәре нисек булыр тип күҙалламайым, күҙ тейҙереүҙән ҡурҡам.
       - Һеҙгә эйәреп тәмәке тарта башламаҫтармы
       - Мин уларға әйтәм: тартырға теләйһегеҙ икән, тәмәке өҫтә лдә. Әммә тартҡанығыҙҙы һиҙһәм (ә мин һиҙәсәкмен), тренерға
       әйтәм- һәм хуш хоккей. Улар яратҡан уйындарынан башҡа тора алмай, тимәк тәмәке тартмаясаҡтар.
       - Балаларығыҙ ҙа боҙ өҫтөндә йоҙроҡ файҙаланамы
       - Улдар икеһе ике төрлө. Данил - тыныс, ә бына Артем - ҡ ыҙыу. Ул хатта донъяға ла беренсе булып килде.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал