6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Илдар Ғимаев: "Етәксегә түгел, йәмғиәткә хеҙмәт итергә кәрәк "
22.06.05


       Идаралыҡ эшмәкәрлекте һөҙөмтәлерәк итә. Йәки ойошма өсөн ҡеүәтле тормоз ролен үтәй. Идара итеү проблемаһы һәр ваҡыт кешегә, бюрократтар теле менән әйткәндә, кадрҙарға барып төртөлә. БР Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы - республика һәм ҡайһы бер төбәктәр араһында дәүләт йәки уның айырым өлөштәренә идара и тергә өйрәтеүсе берҙән - бер юғары уҡыу йорто. Был "идара
       мәктәбе" әлеге ваҡытта барған административ һәм урындағы үҙидара реформаларының бер өлөшөнә әйләнергә тейеш. Ошо көндәрҙә идара итеүсе кадрҙар "тимерлегендә" унынсы, юбилей сығарылышы тантанаһы үтте. Үҙенең эшләү осоронда академия дәүләт хеҙмәте яланына 2000 - дән ашыу юғары белемле белгес сығарҙы. Был йылдар эсендә академияла күпме дәүләт аппараты һәм баҙар секторы белгестәре үҙ квалификацияһын күтәреүен һанап та бөтөрлөк түгел. Дәүләт менеджерҙарын академия бөгөн
       ниндәй багаж менән сығарыуы һәм ниндәй эш принцибына йүнәлеш биреүе тураһында уҡыу йортоноң ректоры Илдар Ғимаев менән әңгәмәләшәбеҙ.
       - Илдар Рәис улы, сығарылыусылар һаны арта, ә бына уларҙы ң сифатын нисек баһалайһығыҙ
       - Быйыл ғына беҙ дүрт йөҙгә яҡын кеше сығарасаҡбыҙ, 1995 йылда был һан 97 ине. Һан ғына түгел, сифат та үҙгәрҙе - юға ры һөнәри белем биреү программалары буйынса белгестәр әҙерләү ө сөн һөнәрҙәр артты. "юриспруденция", "дәүләт һәм муниципаль идара" һөнәренә "ойошма менеджметы", "финанстар һәм кредит", "бухучет, анализ һәм аудит" өҫтәлде. Былтыр тәүгә "маркетинг" өсөн студенттар йыйҙыҡ. Быйыл академия "документтар алып барыу һәм идаралыҡты документаль тәьмин итеү" һөнәренә тәү башлап студенттар ҡабул итәсәк. Уҡыу йортоноң бурысы, минеңсә, төбәкте кәрәкле күләмдә идара итеү
       белгестәре менән тәьмин итеүҙә генә түгел. Дәүләт власть органдарына республика реформаларының стратегия һәм тактикаһын булдырыуҙа ярҙам күрһәтеү ҙә мөһим. Беҙ Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡорт
       дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлау тураһындағы дипломы булған белгесте үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итә алырлыҡ профессионал итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Был беҙҙең эшебеҙҙең, сығарылыусы сифатының төп күрһәткесе.
       - Ун йыл дәүләттәге үҙгәрештәрҙең бөтөнләй икенсе власть башҡарыусыларын талап итеүе өсөн етерлек ваҡыт.
       - Әлбиттә, дәүләткә ҡарашыбыҙ тамырынан үҙгәрҙе, бөгөн ул сәйәси проблемаларҙан рухи һорауҙарға тиклем бик күп мәсьәләләр комплексын хәл итеү инструментына әүерелә. Һәм йәмғиәттең алға китеше дәүләт органдары һәм вазифалы кешеләр тарафынан закондар, указдар, ҡарарҙарҙың үтәлеүенән,
       уларҙың эш торошон профессиональ анализлай белеүенән, ҡаралған сара һәм программаларҙы хәл итеүҙе контролдә тотоуҙан тора. Был проблеманың үҙәк өлөшө идаралыҡтың етәксе кадрҙары икәнлеге аңлашыла.
       - Рәсәйҙә иң кәрәкле тип иғлан ителгән административ реформа башланып өлгөрмәйенсә тамамландымы, әллә был шулай тойола ғынамы Һеҙҙең ҡарамаҡҡа был реформаның төп ҡаршылыҡ һәм ҡыйынлыҡтары нимәлә
       - Был оҙайлы процесс. Реформа чиновниктар аппаратын механик рәүештә ҡыҫҡартыуҙы һәм үҙгәртеүҙе генә аңлатмай, беренсе сиратта ул - власть яуаплылығын арттырыу. Үҙ граждандары алдында яуаплылыҡ тойған профессионалдар әҙерләү - беҙҙең академияның төп бурысы булып тора. Бөгөнгө кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәре етәксе вазифаларға заманса фекер йөрөткән, компетентлы белгестәр әҙерләп
       сығарыу, эшсе кадрҙарҙы конкурс нигеҙендә һайлау, уларҙың квалификацияһын арттырыу, идара эшмәкәрлегенең мәғлүмәти - а налитик һәм техник тәьмин ителешен яҡшыртыу. Был мәсьәлә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшләүенә, киңерәк алғанда, тотош йәмғиәт һәм дәүләт
       эшмәкәрлеге өлкәләренә лә ҡағыла.
       Донъяның күпселек үҫешкән илдәрендә үткәрелгән административ реформаларҙың төп маҡсаты дәүләт структуралары эшмәкәрлегенең граждандар ихтыяжына тап килеүе, күрһәтелгән хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүҙә тора.
       - Реформатор мәсьәләләрен хәл итеү өсөн бөгөн сығарылған дәүләт идарасылары күләме аҙ. Ғалим һәм практик булараҡ, һеҙ
       дәүләт менеджерҙары әҙерләү проблемаһын хәл итеү юлдарын нимәлә күрәһегеҙ
       - Боронғо грек аҡыл эйәһе Сократтың ошондай һүҙҙәре билдәл е: " Бер кеше лә бер аҙ ғына булһа ла өйрәнмәгән эше менән шөғөлләнмәй, әммә һәр кем үҙен иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе - дәүләткә идара итеү өсөн ярайһы уҡ квалификациялы тип һанай" . Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу тотош дәүләт идаралығы системаһы реформаһы менән тығыҙ бәйле. Беҙгә бер юлы беренсе юғары белем биреүҙең һөнәри стандарты сиктәрендә булырға ла, практика менән тығыҙ бәйләнештәге уҡытыу менән дә тәьмин итергә кәрәк. Әйтәйек, эшҡыуарлыҡ өсөн белгестәр әҙерләүҙән айырмалы рәүештә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр әҙерләү үҙенсәлеге лә мөһимлеген юғалтмай. Ҡиммәттәр системаһы һәм шәхес психологияһы, хәүеф һәм түҙемлеккә һәләтлек, хоҡуҡи нормаларҙы күҙәтеү, дәүләт орган ы абруйы һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе мотлаҡ иҫәптә тотор кәрәк.
       Бөгөн барлыҡҡа килгән хәл буйынса, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт белгестәрен "Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ" һөнәре буйынса лицензияланған барлыҡ белем биреү учреждениелары ла әҙерләй. Был практика яңынан ҡарауҙы талап итә.
       - Башҡортостан Республикаһында дәүләт граждандар хеҙмәте
       тураһында закон ҡабул ителгәс барлыҡҡа киләсәк дәүләт идаралығына ҡараштарҙың үҙгәреүен нисек баһалайһығыҙ
       - Республика парламенты был законды икенсе уҡыуҙа уҡ ҡабу л итте. Был беҙгә дәүләт идаралығына ҡарата заманса донъяуи тенденцияларҙы иҫәптә тоторға, мәҫәлән, һөҙөмтәгә йүнәлеште көсәйтеү, квалификацияны күтәреү механизмдарының тамыр йәйеүе, дәүләт органдары һәм хеҙмәткәрҙәргә йөкмәтелгән бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итеү, уларҙың һығылмалылығын һәм граждандар йәмғиәте һәм уның институттары менән кире
       бәйләнеште нығытырға мөмкинселек бирәсәк. Бөгөн Рәсәйҙә власть органдарын реформалаштырыу системаһы, беренсе сиратта, беҙҙең власттың үҙ граждандары алдында яуаплылыҡ
       тойоуына йүнәлтелгән. Дәүләт үҙенә хас булмаған функцияларҙан ҡотолорға һәм чиновникты һәм барлыҡ дәүләт апаратын профессиональ һәм һөҙөмтәле эшләргә мәжбүр итергә т ейеш. Барлыҡ власть органдары һәм чиновниктар үҙҙәренең дәүләт исеменән ҡала, район, республика, ил территорияһында
       йәшәүсе конкрет кешене хеҙмәтләндерергә тейешлеген аңлауы м өһим.
       - Илдар Рәис улы, һеҙ көн дә иң әүҙем дәүләт хеҙмәткәрҙәр е,
       йәғни идара итеү элитаһы менән осрашаһығыҙ. Бөгөнгө дәүләт
       хеҙмәткәрҙәрен һеҙ нисек һүрәтләр инегеҙ
       - Рәсәй йәмғиәтенең кардиналь үҙгәреү шарттарында эшләй алырлыҡ яңы быуын идара итеүсе кадрҙар кәрәк. Дәүләт хеҙмәтен юғары һөнәри институтҡа әйләндереү хоҡуҡи, әхлаҡи, матди һәм башҡа, дәүләт хеҙмәткәренең профессионаллығын формалаштырған мөнәсәбәттәрҙең һөҙөмтәле системаһы нигеҙендә барырға тейеш. Һәм уның хеҙмәт итеүе туранан - тур а етәксегә түгел, ә дәүләткә, тимәк, граждандар һәм йәмғиәтк ә йүнәлтелергә тейеш. Дәүләттең үҙ башҡарыусыларына ҡарата ошондай мөнәсәбәте дәүләт идаралығы системаһының дәүләт кадрҙар сәйәсәте концепцияһында принципиаль булып тора. Уның дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу процесында ла мотлаҡ сағылыу табасағы аңлашыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал