6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Твардовский хатындағы әсе тәнҡит
22.06.05


       21 июнь - совет шағиры Александр Трифонович Твардовскийҙың
       тыуған көнө.
       Александр Трифоновичтың күп кенә шиғыр һәм поэмалары башҡорт теленә тәржемә ителеүе тураһында беләһегеҙме Уларҙы Сәләх Кулибай, Муса Ғәли, Мәҡсүт Сөндөклө, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев тәржемә итә. Твардовскийҙың Башҡортостандың Советтар Союзы Геройы Григорий Пулькинға
       арналған поэмаһы билдәле. Күп кенә яҙыусыларҙың ғаиләләре
       уның автографы яҙылған китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Хәким Ғиләжевта, мәҫәлән, "Лоҡман Хәким Ғиләжевҡа - изге теләктәр
       менән авторҙан. А. Твардовский. 12. 12. 58" тип яҙылған шиғырҙар йыйынтығы һаҡланыуы билдәле.
       Билдәле һүҙ оҫтаһы Александр Твардовскийға йыш ҡына кәңәш
       һорап мөрәжәғәт итәләр. Үҙенең яуап хаттары - рецензияларында ул шағир ижадындағы уңыштар һәм кире яҡтары хаҡында ярып һала.
       1957 йылда Василий Андреевич Трубицын Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп алына. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә уның "Тыуған йорт" тигән китабы баҫылып сыға. Автор был турала Твардовскийҙың фекерен белергә теләй һәм китапты уға ебәрә.
       1958 йылдың ғинуар айында яуап килә.
       "... Китапты ҡарап сыҡтым, - тип яҙа Александр Трифонович , - ике шелтә менән сикләнәм:
       1. Оригиналь шиғырҙар араһында урынлаштырылған тәржемәгә һеҙ йәйә эсендә "из такого - то" тип өҫтәйһегеҙ. Был "из" шиғыры файҙаланылған авторҙың исеме билдәле булғанда ғына
       ҡуйыла, мәҫәлән, "Из Гейне", "Из Бернса", "Из Маяковского" һәм башҡалар. Бынан тыш әйтелгән "из" тәржемәнең ирекле булыуын күрһәтә.
       2. "На побывке" шиғыры тураһында. Унда һеҙ колхоз тормошоноң сәскә атыуы тураһында яҙаһығыҙ һәм "пожизненно" т игән һүҙҙе ҡулланаһығыҙ. Был һүҙҙең "каторга", "һөргөн" кеүе к һүҙҙәр менән ауаздаш булыуын ишетмәйһегеҙме Был юлдарҙа ул бик тупаҫ яңғырай.
       Минең был ҡаты шелтәмә үпкәләмәгеҙ, был турала әҙәпле генә әйтеп үтеүе ҡыйын. Тотош китап тураһында фекеремде белдереп тормайым, сөнки уның төп һәм күҙгә ташланған гөнаһы
       үҙаллы булмауында.
       Изге теләктәр менән Твардовский".
       Әсе тәнҡит Өфө шағирына файҙаға ғына була. В. Трубицын киләһе "Дала шишмәһе", "Урал моңдары", "Ете китаптан" һәм башҡа шиғыр йыйынтыҡтарын әҙерләгәндә әйтелгән шелтәләрҙе иҫ әптә тота.
       Александр Твардовскийҙың хатын билдәһеҙҙәр рәтенә индерергә мөмкин, сөнки Трубицын билдәле сәбәптәр буйынса уның тураһында һөйләмәгән. Хаттың копияһы Твардовскийҙың архивында һаҡланған һәм 1983 йылды "Әҙәбиәт һорауҙары" журналында донъя күрә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал