6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Яҙын ял алыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары
21.06.05


       Быйыл йәй беҙҙе йылы көндәре менән артыҡ ҡыуандырырға
       ашыҡмай, шулай бит. Ҡайһы ваҡыт шул тиклем йылы диңгеҙ тулҡындарында сайҡалғы, көньяҡ ҡояшы нурҙарында иркәләнге
       килә. Кемдер инде сумаҙан өҫтөнә менеп ултырҙы, кемдер һыу
       ҡойоноу костюмы һатып алыуҙы бәрхәт миҙгеленә ҡалдыра, ә ҡайһы берәүҙәр Ҡара диңгеҙ ярҙарында ял итеп тә ҡайтты инде.
       Иң насар ял да иң яҡшы эштән һәйбәтерәк тип хәл иттем мин бәрхәт миҙгеленә планлаштырылған ялды май айына күсергәндә. Сәбәп тә бар - ҡапыл ғына Ҡара диңгеҙ буйындағы шифаханаға йүнәлтмә килеп сыҡты. Өс аҙнаны диңгеҙ янында үткәргәндә лә,
       әгәр ҙә ки унда ямғырлы көндәр торһа, кинәнесе аҙ, шулай би т. Бындай күңел төшөнкөлөгө ҡайҙан килде тиһәгеҙ, интернетта н
       даими рәүештә һауа торошон ҡарап тороп, унда температура ун
       өс градустан да юғарыраҡ күтәрелмәүен, диңгеҙ һыуы - плюс 1 1, көн дә ямғыр яуыуын белдем. Һәм ошондай хәл тотош декада буйына дауам итте. Сағыштырыу өсөн: Өфөлә Цельсий буйынса 24 - 26 градус көтөлә, ҡояш йылмая...
       Быға тағы бала менән ике тәүлек буйына поезда һелкенеүҙе, таң менән бөтөнләй таныш булмаған Краснодарға килеп төшөп, Архипо - Осиповка тигән ҡасабаға тиклем тағы 150 километр үтәһе кәрәклеген өҫтәһәң! Ҡыҫҡаһы, юлға сығыу ваҡытына нервыларым ҡаҡшаған ине инде. Туғандар һәм дуҫтар ҙа беҙҙең менән ҡурҡыныс бер нимә лә булмаясаҡ, һауа торошо рәтләнер, диңгеҙ йылыныр, бик булмаһа - диңгеҙ һауаһын һулап ҡайтырһығыҙ, тип ҡабатлай - ҡабатлай арыны. Һәм, ниһәйәт, барлыҡ интструкцияларҙы алып бөткәндән һуң, беҙ юлға сыҡтыҡ.
       Интернет вәғәҙә иткән ямғырҙар ысынлап та яуҙы. Ә көньяҡ та ямғырҙар хәтәр була икән! Тәүге аҙнаны беҙ куртка, салбар ҙы
       сисмәй үткәрҙек, хатта ваҡытынан алда ҡайтып китергә лә уйл ап ҡуйҙыҡ. Тик был уйҙар тәүге ҡояш нуры менән бергә юҡҡа сы ҡты. Кәйеф күтәрелде, тыуған Өфөнө лә, эш тураһында ла онотт оҡ. Мәктәпте әйтеп тә тораһы түгел...
       Диңгеҙҙең таҙалығы иҫ китмәле. Хатта ярайһы уҡ тәрәнлектә
       лә уның төбө күренеп ята. Медузалар бөтөнләй юҡ, ә дельфинд ар - дельфинарийың да кәрәкмәй! Башта һыуға "морждар" ғына төштө, һуңынан инде һыуҙың артыҡ йылынмауына ҡарамаҫтан, барыбыҙ ҙа тулҡындар ҡосағына ташландыҡ.
       Хәҙер май айында диңгеҙгә барыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары
       тураһында әйтеп үтәм. Беренсенән, май айында кассала билет
       өсөн ғауға булмай. Юлға сығыуға биш көн ҡалғанда йәнең теләгән урынға иркенләп билет алырға мөмкин.
       Икенсенән, йәшәү хаҡына аҡсаңды экономияларға була. Әлегә
       көньяҡта отпускылар миҙгеле башланмау сәбәпле, торлаҡҡа хаҡтар сағыштырмаса арзан. Архипо - Осиповкала, мәҫәлән, бер
       койкалыҡ урын (уңайлылығына ҡарап, әлбиттә) 70 һумдан 250 һумға тиклем тора. Геленджикта ( был ҡасабанан 50 километр алыҫлыҡта) 100 һумдан 800 һумға тиклем. Миҙгел ваҡытында был
       һандарҙы дүрткә ҡабатларға кәрәк тиҙәр.
       Өсөнсөнән, ҡомлоҡтарҙың бушлығы. Ҡайһы көндәрҙә унда 15 -
       20 кеше генә йыйылды.
       Дүртенсенән, йәй айы һеҙҙең өсөн бер айға арта. Бишенсенә н, йәй башында уҡ тәнегеҙҙең шоколад төҫөнә инеүе ап - аҡ туғандар, дуҫтар һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙең күҙен ҡыйҙырасаҡ.
       Һәм, алтынсынан, май айындағы ял алдағы йәй айҙарына ғына түгел, бер йылға етерлек энергия бирәсәк (һәр хәлдә шулай ти п ышанғы килә).
       Кире яҡтарға килгәндә. Тәүгеһе - еләк - емеш булмауы.
       Урындағы баҙарҙа редистан башҡа бер нимә лә юҡ. Яңы бешеп к илгән еләкте урындағы халыҡ саҡ ҡын алланғас уҡ һата башлай,
       әммә уның хаҡы голланд еләгенеке кеүек.
       Икенсенән, диңгеҙ барыбер һалҡыныраҡ. Өсөнсөнән, көн йылы
       булыуына бер кем дә гарантия бирмәй. Хәйер, икенсе яҡтан ҡарағанда, бәрхәт миҙгелендә көндәр һалҡын тороуы мөмкин.
       Дүртенсенән... Һеҙҙең туған - тыумасаларығыҙ, коллегалары ғыҙ һуңғы көстәрен йыйып, алда көткән йәйге ял тураһында хыялланып эшләп йөрөгәндә, һеҙҙең өсөн отпуск тамамланды ла инде. Быйылға.

Анастасия Алексеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал