6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Раил Әсәҙулин: "Комсомол - йәштәрҙе берләштереүсе көс"
21.06.05


       Студент саҡтарҙағы комсомолы, минеңсә, совет дәүеренең сәйәси тормошонда иң ҡыҙыҡлы осор.
       - Ул иркен итеп, күкрәк тултырып һулыш ала ине, - ти Башҡ орт дәүләт педагогия университеты ректоры, вуздың элекке
       комсомол комитеты секретаре Раил Әсәҙуллин. - Комсомолдың әле лә кәрәклеге һиҙелә, тик идеологик өлөшөнә бөгөн урын юҡ . Был ойошма йәштәрҙең күп кенә социаль һорауҙарын хәл итер
       ине.
       Комсомолда Раил Әсәҙуллин, үҙе әйтеүенсә, студент сағынан
       уҡ идара итеү фәнен үҙләштерә. Комсомол биографияһын ул икенсе курста "Юность" студент отряды комиссары булып башлай. Бишенсе курсты тамамлағандан һуң институттың комсомол комитеты секретаре итеп һайлана.
       - Комсомол тормошоноң иң сағыу ваҡиғалары беҙҙең егеттәр
       менән башҡарған эштәргә бәйле, - тип хәтерләй ул бөгөн. - Беренсе сиратта, студент отрядтары, әлбиттә. 1976 йылда беҙ балалар өсөн әкиәт ҡаласыҡтары төҙөү буйынса эш башланыҡ. Тәүге мөғжизәләр ҡаласығы Өфөлә Социалистик урамда, Пионерҙар һарайы ҡаршыһында барлыҡҡа килде. Нисек итеп төҙөнөк беҙ уны! Фанера комбинатынан төҙөлөш материалдары ташыған ваҡытта тоталар, йәмәғәт транспортында штраф һалалар . Тик ҡаласыҡ төҙөүҙә тәжрибә булмаһа ла энтузиазм көслө ине .
       - Ҡыҙҙарҙан торған төҙөлөш отрядтары төҙөү ҙә тәьҫораттарғ а бай булды. Был күренешкә лә беҙ башланғыс һалдыҡ, -тип
       хәтерләй элекке комсомол алдынғыһы. - Был етди аҙым ине. Ҡыҙҙар мәғариф объекттары, пионер лагерҙары, балалар баҡсалары төҙөй. Вузды тамамлағас, педагогик десант
       рәүешендә ошо уҡ мәктәптәргә эшкә бара. Хәтеремдә, бер йылы
       республиканың Асҡын районына бер сығарылыштан һигеҙ кеше тәғәйенләнде. Был белем биреү учреждениеһы, хәҙер әйтеүҙәренсә, инновация усағы булып танылды.
       Студент фестивалдәре, һабантуйҙар ойошторола. Бында студент "капустниктары", башҡорт һабантуйҙары, Төҙөүсе көнө - бар йолалар бергә ҡушыла. Бындай байрамдар студенттарҙы ҡанатландыра.
       - Сәйәси йыр конкурстары, педагогик белем көндәре үткәрә торғайныҡ, - Раил Әсәҙуллин хәбәрен дауам итә. - Юрий Шевчук
       нисек итеп халыҡ алдына сыҡҡанын хәтерләйем. Әйткәндәй, ул
       комсомолды һанға һуҡмай торғайны. Уны сәйәси йыр конкурсына сығарҙылар. Шевчук "Не стреляй" тигән йырҙы башҡарҙы. Хәйер, жюри ағзалары уны лайыҡлы баһаламаны, Высоцкийға оҡшатып йырлай, тип тапты, ә ул ваҡытта был йырсы
       модала түгел ине.
       Комсомол - йәштәрҙе берләштереүсе көс, тип һанай әңгәмәсе м.
       - Беҙ ҡалаларҙы, ҡалалар - беҙҙе төҙөнө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Комсомол, беренсе сиратта, халыҡ менән эшләү буйынса ҙур мәктәп. Бында мин бик күп дуҫтар таптым, уларға ҡасан да, ниндәй һорау менән булһа ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алам.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал