6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Игорь Григоренко: ул ни өсөн "Салауат Юлаевтан" китте
21.06.05


       Тольяттиның "Лада" командаһы тәрбиәләнеүсеһе Игорь Григоренко үткән чемпионаттың бер өлөшөн "Салауат Юлаев" өсөн уйнаны һәм Өфө командаһы составында сағыу уйын күрһәтеүселәрҙең береһе булды. Миҙгел араһында был хоккейсыға ысын һунар асылды тип әйтергә була. Уның менән башҡорт клубы ла ҡыҙыҡһыныуына ҡарамаҫтан, Игорь "Северсталь" командаһын (Череповец) хуп күрҙе. Беҙ уның менән бәйләнешкә инеп, ниңә "Салауат Юлаев" командаһынан китеүе менән ҡыҙыҡһындыҡ.
       - Игорь, был миҙгелдә һеҙҙең менән күп клубтар, шул иҫәпт ән Рәсәй хоккейы грандтары ла ҡыҙыҡһынды. Ниңә һеҙ нәҡ Череповец коллективын һайланығыҙ
       - Уларҙың тәҡдиме башҡа командалар менән сағыштырғанда һәйбәтерәк, шарттары ла яҡшы. Контракт күләме юғарыраҡ. "Северсталдең" яңы тренеры Плющев менән дә мин яҡшы таныш. Ш уға күрә мин ике йылға килешеүгә ҡул ҡуйҙым.
       - "Салауат Юлаевтың" баш тренеры менән һеҙ насар танышмы ни
       - Рафаил Ишмәтов менән мин бер йыл эшләнем, Владимир Плющев менән - ике. Өҫтәүенә мин Австриялағы донъя беренселеге алдынан Рәсәйҙең милли командаһы йыйындарында ла
       һуңғыһының ҡул аҫтында күнекмәләр үттем.
       - "Детройт Рэд Уингс" суперклубында ла һеҙҙе мейестән сыҡҡан бәлеш кеүек көтәләр, тигән хәбәр йөрөй. Локаут аҙағын а яҡынлаша. Әгәр ҙә был клуб һеҙгә лайыҡлы тәҡдим яһаһа, проблемаһыҙ океан аръяғына китә аласаҡһығыҙмы Череповец командаһы менән контрактта бындай килешеү яҙылғанмы
       - Эйе. Проблемаһыҙ китә аласаҡмын.
       - Һеҙ "Северсталгә" "Ладанан" киттегеҙме әллә "Салауат Юлаевтанмы"
       - "Салауат Юлаевтан".
       - Һеҙ Өфө клубында арендала түгелме
       - Юҡ. Миҙгел барышында "Лада" мине Яхановҡа алмаштырҙы.
       - Туған клубығыҙға үпкәгеҙ юҡмы
       - Юҡ - барыһы ла яҡшы. Хоккейсының тормошо шундай.
       - Һеҙгә "Салауат Юлаев" нимә бирҙе
       - Бик күп нимә бирҙе. Мин Рафаил Ғәзиз улына мине уйнатыуы өсөн рәхмәтлемен.
       - Ишмәтовҡа тренер булараҡ ҡарашығыҙ нисек
       - Ул яҡшы белгес.
       - Ни өсөн "Салауат Юлаев" уңышһыҙ сығыш яһаны
       - Әйтеүе ҡыйын, бәлки - йәштәр күптер. Мин белмәйем.
       - Уңыштар һеҙгә, Игорь... "Детройтта".

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал