6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәктәп директорҙарына ла уҡыу файҙалы
17.10.03


       Билдәле булыуынса, кадрҙар барыһын да хәл итә. Ә әгәр был кадрҙар йәш булһалар Коллективта улар үҙҙәрен нисек тоя
       һуң, өҫтәүенә коллектив та күпселек Рәсәй мәктәптәреннә хас
       булғанса башлыса ҡатын - ҡыҙҙарҙан торһа. Белем биреү учреж дениеларында йәш кадрҙарҙы үҫтереү проблемаһы бер бөгөн генә
       тормай. Тәжрибәле етәксе һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икәнләген, к оллегаларының да үҫеү перспективалары булырға тейешлеген аңл ай һәм ваҡыты еткәс, үҙ теләге буйынса директор посынан башҡ а, мәшәҡәтһеҙерәк эшкә күсеү яғын ҡарай.
       Быйыл Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан утыҙ биш
       белем биреү учреждениелары директорҙары менән эш тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уларҙың ун өсө был вазифаны тәүгә б ашҡарасаҡ. Райондың мәктәп директорҙары өсөн муниципаль беле м биреү хакимиәте Өфөнән 20 километр алыҫлыҡта, Дим буйында урынлашҡан "Восток" ял йортонда ике көнлөк семинар ойошторҙо . Бындай сара республикала тәүгә үткәрелә.
       106 - сы лицей директоры Наталья Каганская семинар тура һында фекерҙәре менән бүлеште: "Әһәмиәтлелеге буйынса был са раға баһа биреүе ҡыйын. Айырыуса ул беҙҙең йәш коллегаларыбы ҙ өсөн файҙалы, беҙ көн дә күреп өйрәнгән һорауҙар менән ула р тәүгә осраша бит".
       "Беҙҙең эшебеҙгә булған иғтибарҙары өсөн хакимиәткә һәм
       райондың мәғариф идараһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Был ярҙам кү рһәтелмәгән хәлдә беҙгә күпкә ҡыйыныраҡҡа тура килер ине", - - тиҙәр йәш етәкселәр -- 80 - се мәктәп директоры Ирина Тимо феева һәм 59 - сы мәктәп директоры Татьяна Клещева.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал