6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Сәнғәт

Өфөлә балет йондоҙҙары балҡыясаҡ
30.06.03


       Башҡалала Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ - ара б алет сәнғәте фестивалдәре һигеҙ тапҡыр булып үтте. Ғәҙәттә уны март айына тәғәйенләй торғайнылар. Быйылғы, туғыҙынсы, ф естиваль, балет труппаһы ай буйы Италияла гастролдә булғанлы ҡтан, һуңлай төштө һәм 28 майға билдәләнде. Ул Башҡорт дәүлә т опера һәм балет театры сәхнәһендә Штраус музыкаһына яҙылға н "Голубой Дунай" балеты премьераһы менән асыласаҡ.
       Фестивалдең ҡунаҡтары был юлы -- Ҙур театр, Кремль
       балеты һәм "Римская опера" итальян театры солистары.
       "Жизель" балетында һүрәтләнгән матур һәм ҡыҙғаныс
       легенданы кем генә белмәй икән. Ул -- виллистар -- йәшләй ү лгән ҡыҙҙар хаҡында. Сибәр крәҫтиән ҡыҙы Жизель һөйгәне граф
       Альберттың үҙен рәхимһеҙ алдауын кисерә алмай аҡылдан яҙа һәм һәләк була. Артабан виллистарҙың береһенә әйләнеп, Жизе ль башҡа ҡыҙҙар кеүек, төндәрен ҡәберлектә бейей. Был бейеү гә шаһит булған һәр ир - егетте, шул иҫәптән һөйгәне ҡәберен ә килгән Альбертты ла үлем көтә. Әммә саф мөхәббәтенә тоғро
       ҡалған Жизель яратҡан кешеһенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға
       өлгәшә.
       Гөлсинә Мәүлекәсова театрҙа бары 4 -- се сезон ғ ыны эшләй, әммә Өфө халҡы уны Кармен, Одетта, Одилия, Жизель
       ролдәрендә яратып өлгөрҙө лә инде. Тамашасылар әйтеүенсә, М әүлекасова бейей икән, тимәк, кассала билет юҡ тигән һүҙ.
       Фестиваль программаһында ла "Жизель" буласаҡ. Т ик был юлы Гөлсинә Мәүлекәсова үҙенең даими партнеры Илдар М әнәпов менән түгел, ә итальян театры солисы Игорь Иерба менә н бейейәсәк.
       31 май көнө "Спящая красавица" балетында Ҙур т еатр солистары Александр Волчков һәм Александра Меськова, шу лай уҡ "Кремлевский балет" театры солисткаһы Валерия Василь ева үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.
       Анастасия тураһында Ҙур театрында ул тыуыу менән бе йей башланы тиҙәр, һәм был башлыса дөрөҫ тә. Меськова беренс е тапҡыр сәхнәгә 4 йәшендә "Умирающий лебедь" балетында сыға . Шул ваҡытта килгән уңыш уны һаман оҙата килә. 6 йәшендә "И ртәнге йондоҙ" телевизион конкурсында еңеп ул бөтә Рәсәйҙе һ әм ярты Донъя шарын гиҙеп сыҡты, киноға төшөргә лә өлгөрҙө.
       Александр Волчков та иҫ киткес талантлы бейеүсе. Ҙу р театрҙың бар репертуарын бейеп бөтөп, оҫтарып, ул Беренсе
       Халыҡ - ара йәш балет артистары конкурсында көмөш миҙал мен ән бүләкләнде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал