6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Йәшәү минимумынан өс тапҡыр кәмерәк булған эш хаҡына нисек к өн күрергә
21.06.05


       Республикала йәшәүсе, эш хаҡы 2,5 мең һумдан да артмаған 170 мең кеше ошо һорау өҫтөндә баш вата - был эшсе кеше өсөн бөгөнгө йәшәү минимумы, ә иң бәләкәй оклад 850 һумдан да артмай. Уҡытыусы, врачтар, хәрбиҙәр, ауыл хужалығы өлкәһендә
       эшләүселәр тураһында һүҙ ҙә юҡ, улар бөгөн фәҡирлектең
       сигенә барып баҫты.
       БР Хөкүмәтендә Республика өс яҡлы комиссияһының социаль -
       хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ултырышында республика етәкселеге 2008 йыл башына республикала иң бәләкәй оклад күләмен кәм тигәндә йәшәү минимумы күләменә еткерергә тигән бурыс ҡуйҙы.
       Үҙенең Ҡоролтайға Хатында Башҡортостан Президенты эшләүсе кешене лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү кәрәклеген билдәләгәйне. Республика Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, иң ҙур бурыс - 2010 йылға уртаса эш хаҡын ике тапҡыр арттырыу. Тимәк ул йыл һайын 15 процентҡа
       арта барырға тейеш. Ә иң мөһиме, хеҙмәт хаҡының хаҡтарға ҡарағанда бер ярым тапҡырға булһа ла алдараҡ артыуы зарур.
       Был мәсьәләне хәл итер өсөн республиканың Хеҙмәт һәм халы ҡты социаль яҡлау министрлығы 1 - се разрядлы төп һөнәр эшселәренең тариф ставкаһын квартал һайын күтәрергә һәм быны июль айынан уҡ башларға тәҡдим итте.
       Был эшкә Профсоюздар федерацияһы ла әүҙем ҡушылды. Ул барлыҡ ойошмаларҙа ла шәхси хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссиялар ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды. Быйылғы йылдың май а йына профсоюзда иҫәптә торған ойошмаларҙың 78,5 процентында комиссиялар булдырылған. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе эшләмәй тип әйтергә була. Ә нәҡ ошо комиссия ярҙамында эшсегә ҡайһы ваҡытта етәксе менән "килешеүе" еңелерәк. Практика күрһәтеүенсә, бәхәстәр башлыса хеҙмәт
       хаҡын тотҡарлау, премиянан мәхрүм итеү һәм эш хаҡы түләү өлкәһендә башҡа һорауҙар арҡаһында килеп сыға. Үткән йылда ш әхси хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссиялар республика ойошмаларында эшселәрҙән килгән 25 меңдән артыҡ ғаризаны
       тикшергән. Уларҙың барыһы ла тип әйтерлек ҡәнәғәтләндерелгән.
       Шулай уҡ профсоюздар ҡулланыусылар кәрзиненә үҙгәрештәр и ндерергә тәҡдим итә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал