6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Көрәштә сыныҡҡан йәшлек
21.06.05


       Һуғыш башланыуы тураһындағы хәбәрҙе 18 йәшлек Александра Абакумова имтихан алдынан ишетә. Ул ваҡытта ҡыҙ Горький йылға техникумының беренсе курсын тамамлай. Ҡурҡыныс хәбәр у ға бер көнгә һуңлап ишетелә. Бәхетле бер көн. Ҡыҙға һуғыш башланыуы хаҡында дүшәмбе көнө әйтәләр. "Трамвайҙан сыҡтыҡ һ әм ҡатып ҡалдыҡ, - тип хәтерләй Александра Андреевна. - Репродуктор янында халыҡ йыйылған, унан Левитан Германияның беҙҙең илгә һөжүме хаҡында хәбәр итә. Быны аңлауы ҡыйын ине. Майҙанда йыйылған халыҡ бер һүҙ өндәшмәй. Барыһының да күҙҙәрендә һорау - бындай хәл ни өсөн килеп сыҡты
       Техникумға военкоматтан кешеләр килә, улар егеттәрҙе берәмләп саҡырып ала һәм повестка тапшыра. Ҡыҙҙар ҙа, улар курста барлығы өсәү була, һуғышҡа сиратҡа баҫа. "Һеҙ, ҡыҙҙа р, йәш әле, һәм һеҙ бында кәрәк", - ти уларға сал военком.
       Әммә уҡыуҙың өсөнсө көнөнә үк уларҙы Мәскәү янындағы
       станцияға алып китәләр. Танктарға ҡаршы соҡорҙар ҡаҙырға кәрәк була. Ҡулдарына көрәк тотторалар, соҡорҙоң оҙонлоғо, тәрәнлеге һәм киңлеге нисек булырға тейешлеген күрһәтәләр - һәм алға. Туфли, еңелсә күлдәктәр генә кейгән ҡыҙҙар ташҡа әйләнеп ҡатҡан ерҙе соҡой башлай. Ике ай ярым, тәүге ҡар яуғанға тиклем эшләй улар бында. Артабан уҡыу дауам итә.
       Ә инде һуғыштың ысынбарлығын ул бер көнө, күнекмәләрҙән һуң майҙанға сыҡҡас тоя. Ҡапыл баш өҫтөндә, түбәндә генә немец самолеты килеп сыға һәм ҡоралһыҙ студенттарға тоҫҡап
       ата башлай. "Егет һәм ҡыҙҙар йүгерешәләр, йығылалар. Ә ул хахылдап көлә. Был тауыш әле лә ҡолаҡта яңғырай", - тип һөйл әй ветеран.
       1942 йылда Александра фронтҡа китә. Военкоматта ҡыҙҙарҙы өгөтләйҙәр: көтөгөҙ, тиҙҙән һуғыш тамамланасаҡ... Тик йәштәр ҙе туҡтатып буламы ни. "Миңә полк штабында эш тәҡдим иттеләр , сөнки яҙыуым матур ине, - ти Александра Абакумова. - Мин ҡ әтғи баш тарттым. Бары тик фронтҡа".
       Ул һауа оборонаһы ғәскәрҙәренә ябай һалдат итеп тәғәйенлә нә. Взводты көнө - төнө һуғыш барған Курск дуғаһына ебәрәләр . Бик күптәр һәләк була. Александраның да аяғы йәрәхәтләнә. Ти к был турала хәтерләргә яратмай ул.
       Артабан уларҙы Польшаға күсерәләр, 1944 йылда, совет ғәскәрҙәре Берлинға яҡынлаша башлағас, Александра хеҙмәт иткән часть юғалтыуҙар күп булыу сәбәпле тарҡатыла, ҡыҙҙы
       Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыласаҡ часткә күсерәләр.
       Был нескә генә ҡатын Рәсәйҙе тотош үтеп, Еңеүҙе Байкал күлендә ҡаршы ала. Уның кителендә - Ватан һуғышы ордены, Германия һәм Японияны еңгән өсөн бирелгән миҙалдар, 20 юбилей наградаһы...
       Һуғыштан һуң, техникумды тамамлағас, Александра Андреевна  тәғәйенләүҙәр буйынса Башҡортостанға эләгә. Оҙаҡ йылдар буйына ул Ағиҙел йылға пароходлығында эшләй, ҡаҙанлыҡ - иретеп йәбештереү мастерынан хеҙмәт һәм эш хаҡы бүлеге начальнигына тиклем күтәрелә. Мәскәү финанс - иҡтисад институтын тамамлап, юғары белемгә эйә була. Ә 1977 йылда,
       хаҡлы ялға сыҡҡас, йәмәғәтселек эштәре менән шөғөлләнә.
       Бөгөн Александра Андреевна Абакумова Республика һуғыш һәм
       Ҡораллы Көстәр ветерандары комитетының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын - ҡыҙҙар менән эш буйынса комиссияға етәкселек итә. Фронтта ҡатнашыусы ҡатын - ҡыҙҙарҙы социаль яҡлау, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙең яңы формаларын эҙләү - тынғыһыҙ ҡатындар эшмәкәрлегенең төп
       йүнәлештәре ошо.
       Улар "Йәшлегебеҙ һуғыштарҙа сыныҡты" тип аталған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын - ҡыҙҙарҙың мемуарҙар китабын да сығарған. "Унда һуғыш тураһында дөрөҫлөк яҙылған" , - ти Александра Андреевна.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер үҙ Ватанын һаҡлаған совет халҡының ҡаҙаныштары үҙгәртеп күрһәтелеү миҫалдары осрай, тип белдерә ветеран. "Һәм беҙ, һуғыш аша үткәндәр, унда
       булмаған кешеләр яҙғанды кире ҡағырға мәжбүрбеҙ. Был бик ҡыҙғаныс".
       Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә тейешле иғтибар бирелмәү е лә йәл. "Йәштәр бөгөн бар көстәре менән армияла хеҙмәт итеүҙән ҡасып ҡалырға тырыша. Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итмәйенсә, үҙ Ватанын һаҡлай алмаясағын аңламай егеттәр", - тип иҫәпләй Александра Андреевна. Ә бит алыҫ һуғ ыш йылдарында ун һигеҙ йәшлектәргә бары тик Тыуған илдәренә булған һөйөү генә еңергә һәм тере ҡалырға ярҙам иткән.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал