6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Инглиз телен йәй көнө өйрәнеүе еңелерәк
21.06.05


       Ҡыҙыҡлы тапочкалар тураһында ишеткәнегеҙ бармы Уны
       Өфөлә социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар һәм үҫмерҙәр өсөн БДПУ эргәһендәге Американ - Башҡорт интерколледжында эшләүсе американ тәрбиәселәре
       уйлап тапҡан. Был күңелле байрамға йәнең теләгән аяҡ кейемендә килергә мөмкин, төп шарт - тапочканың сәйәхәте тураһында инглиз телендә бәйән итергә кәрәк. Һөйләшеү теленә
       балалар тиҙ өйрәнә, сөнки уҡытыусылар күнекмәләрҙе ҡыҙыҡлы,
       мауыҡтырғыс итеп үткәрә.
       Үҙ эшенең оҫталары менән мин 35 - се Өфө мәктәбе базаһынд а 20 июндән 8 июлгә тиклем эшләйәсәк тел буйынса профилле йәйге лагерь асҡан ваҡытта таныштым. Тантана американдарса ябай һәм матур булды. Балаларҙы тәбрикләргә Екатеринбургтан АҠШ - тың генераль консулы Скотт Роланд һәм башҡалар ҙа килгән ине. Был уникаль проекттың төп идеологы, Американ - Башҡорт интерколледжы директоры Вячеслав Швайконың әйтеүенсә, үткән йылда Ф. Х. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһы базаһында ойошторолған тәүге лагерь үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрмәгән. 70 баланың иллеһе тел лагерында уҡыуҙы ике йыл дауам итеүгә грант алған, тимәк ул ар инглиз телен камиллаштыра аласаҡ. Бөгөн улар уҡытыусы ярҙамсылары булып сығыш яһай. Әйткәндәй, уҡытыусыларҙы
       һайлау ике яҡтан да алып барылған һәм уларҙың ысынлап та иң
       яҡшылары, абруйлы "Фул Брайт" американ программаһында ҡатнашыусылар һайлап алынған.
       Был юлы йәйге лагерҙа йөҙ бала һәм үҫмер ял итәсәк. Туғыҙ уҡыусынан торған һәр төркөмдә өс өлкән педагог һәм бер педагог ярҙамсыһы эшләй. Аңлашылыуынса, инглиз телен балалар парта артында ултырып түгел, уйын, йырҙар, конкурста р аша өйрәнә. Ҡыҙыҡлы тапочкалар көнөнән башҡа бында тура килмәүсәнлек көнө, Америка символикаһы көнө һ. б. ҡаралған. Тимәк, балаларҙың Америка мәҙәниәтен өйрәнергә лә мөмкинселеге була тигән һүҙ. Лагерҙа ял итеүселәр американда р менән бергә Ағиҙел буйлап сәйәхәт ҡыла, софтбол уйнарға өйрәнә.
       Күренеүенсә, йәйге лагерҙа ял итеүселәр ваҡыттарын файҙал ы итеп үткәрә. Улар тураһында документаль фильм төшөрөлә, сөнки эксперимент Америкала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән. Ошоға оҡшаш йәйге лагерҙар Ижевск, Мәскәү һәм башҡа урындарҙа ла асылыуы планлаштырыла. Тәжрибә уртаҡлашыр өсөн Американ - Башҡорт интерколледж хеҙмәткәрҙәре 2000 SD - диск һәм "Солнечный английский язык с Американо - Башкирским интерколледжем" тип аталған китап сығарған. Был
       эш энтузиастарына уңыштар, балаларға - күңелле инглиз теле
       дәрестәре теләргә ҡала. Улар миңә сер итеп кенә ҡышын парта
       артында ултырып өйрәнеүгә ҡарағанда, йәй көнө инглиз теле тиҙерәк бирелә тип белдерҙе.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал