6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә - "Арҡайым" серҙәре
20.06.05


       Ғәжәйеп урын ул Арҡайым! Унда атҡан таңдар ниндәйҙер тантаналы матурлыҡҡа эйә. Ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары күкте нәфис төҫтәргә буяй, һәм был тамаша бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Ул әсир итә, Арҡайымға бер килгән кеше ҡабаттан бында ҡайтыу теләге менән яна... Композитор Ләйлә
       Исмәғилеваның ижади тәбиғәте Арҡайымға музыка булып, ә сәнғәт һөйөүселәргә - "Арҡайым" балеты булып әйләнеп ҡайтты.
       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 67 - се миҙгелен ябыу тантанаһында был балеттың премьераһы булып үтте.
       Аншлаг булды тип әйтеү - бер нимә лә әйтмәүгә тиң. Сенсац ия! Иҫ китерлек! Ғәжәйеп! Ләйлә Исмәғилева, ҡуйыусы - дириже р Роберт Лютер, ҡуйыусы - рәссам Станислав Бенедиктов, костюмдар буйыса рәссам Ольга Полянская һәм башҡаларҙың ижадын тамашасылар ошондай һүҙҙәр менән билдәләне. Балет
       боронғо ҡаланы табыу эпизодынан башланып китә. Археологтар табылған әйберҙәрҙе меңәр йыллыҡ туҙандан таҙарта, быуаттар төпкөлөндә йәшеренгән серҙе асырға теләй. Бына гонг тауышы ишетелә һәм барыһы ла боронғо дәүергә, Арҡайымдың сәскә атҡан ваҡытына барып эләгә.
       Матур, ҡом төҫөндәге декорациялар, түңәрәк рәүешендә төҙөлгән храм үҙе лә боронғо осор мөхитен хәтерләтә. Музыка беҙҙе үткәнгә алып инә, һәм әлеге ваҡытта барған тамашанан д а мөһиме юҡ кеүек тойола башлай, көнкүреш мәшәҡәттәре онотол а. Тамашасы ҡыйыу геройҙар менән бергә Арҡайымдың иң гүзәл һылыуҙарына һоҡлана. Уларҙың һәр береһе Самбулаттың йөрәген яулау хаҡында хыяллана. Әммә егет йөрәген Күк Ҡыҙы Йондоҙ әсир иткән дә инде. Михаил Евгенов менән Гөлсинә
       Мәүлекәсова мөхәббәт көсөн һәм был иҫ киткес тойғоноң барлыҡ нескәлеген күрһәтә алды. Йондоҙло төндәй матур
       Гөлсинә Мәүлекәсованан айырмалы рәүештә Самбулатҡа күрше ыр ыуҙан кәләш булып ҡояшлы көндәй сағыу Иркә, хаким Буғаның ҡы ҙы, йәғни Гүзәл Сөләймәнова килә. Хореограф башҡарыусыларҙың характерын бик нескә баһалауға өлгәшкән: әгәр Гөлсинәгә психологик тәрәнлек хас булһа, Гүзәл
       Сөләймәновала - пластика, хис - тойғолар байлығы ярылып ята . Балдаҡтары ҡыңғырауҙай сыңлаған һылыуға Самбулат иғтибар итә, тик бер мәлгә генә - йондоҙ ҡыҙына булған мөхәббәте көслөрәк булып сыға. Мәсхәрәгә ҡалған Буға ырыуы һуғыш башлай. Ҡан ҡойола, Сур ҙа, Буға ла һәләк була, яугирҙар үлтерелә. Бер кем дә тере ҡалмай һәм Арҡайым үлеләр ҡалаһына
       әүерелә. Әммә Самбулатты һөйгәне бүләк иткән бетеүе һаҡлап алып ҡала.
       Ул һәләк булғандарҙың барыһын да ерләй. Һуғышты ҡәһәрләп,
       Самбулат күктән йәшәр өсөн көс биреүен һорай. Һәм Һомай уны  ишетә, Йондоҙҙо ябай ер ҡыҙына әйләндерә.
       Тағы ла ут тоҡана. Һәм тағы ла, күп быуаттар элек булған кеүек, Арҡайым тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлай. Самбула т улдарына фатиха биреп оло юлға оҙата. Һәм уларҙың һәр береһе
       үҙе менән изге уттың бер өлөшөн алып китә. Тамашасы ла бөгөнгө спектаклдән ошо уттың бер осҡонон алып ҡайтып китте.
       - "Арҡайым" көйө өҫтөндә эшләгәндә, минең күңелем шул тиклем асыҡ булды, рәхәтләнеп, иркенләп яҙҙым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ләйлә Исмәғилева. - Команданан да бик уңдым. Бик яҡшы кешеләр менән эшләүем өсөн опера һәм балет театрына, БР Хөкүмәтенә, республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығына рәхмәтем сикһеҙ, - ти ул. - Роберт Лютер тураһында айырым әйтәһе килә. Эш ваҡытында миңә 20 көнгә китергә тура килде. Әммә ул минең әҫәремә "инә " алған, көй палитраһына тулыһынса төшөнгән. "Арҡайымдың" тәүге "үҫентеләре" 1990 йылда, был уникаль археологик ҡомартҡыны тәү тапҡыр барып күргәндә барлыҡҡа килгәйне. Әммә мин шунда уҡ яҙа башламаным, алты йылдан һуң ғына тотондом.
       Балет иҫ киткес матур. Ул ҙур байрам бүләк итә. Сикһеҙ кү к
       йөҙөнә һибелгән йондоҙҙарҙан, үҙ эсенә оркестр ҡеүәтен, ҡур ай һәм ҡумыҙ моңдарын, мантр, барабан тауыштары, ҡыңғырау сыңын алған музыканан, актерҙар оҫталығынан, матур костюмдарҙан алған кинәнесте һүҙ менән генә аңлатыуы ҡыйын.
       Спектаклде ҡуйыусылар этнографик ысынбарлыҡты күрһәтеүҙе маҡсат итеп алмаған.
       - Беҙ археолог йә тарихсы түгел, беҙ - рәссамдар, - ти Ол ьга Полянская. - Күрһәтелгән хәлдәрҙең нисә йыл элек булыуы мөһи м түгел, спектаклдә йәшәйештең мәңгелек юлдаштары мөхәббәт һәм нәфрәт тойғоларын күрә белеү һәм аңлау мөһим.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал