6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яҡты шағир - Светлов
20.06.05


       1937 йылдың 12 октябрендә "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзитендә М ихаил Светловтың (1903 йылдың 17 июнендә тыуа) Ғәлим
       Сәләм тәржемә иткән "Гренада" шиғыры баҫылып сыға.
       Был ваҡытта Испанияла граждандар һуғышы бара. Сәләм тәржемәһендәге "Гренада" Испания күгендә һәм яландарында
       көрәшеүсе рус егеттәренә арнала. Улар араһында Әлшәй районы
       Аксен урта мәктәбе сығарылыусыһы, буласаҡ Советтар Союзы
       Геройы, танкист Алексей Никонов та була. Светловтың "испан моңһоулоғо һиҙелгән" егет тураһындағы шиғыр юлдарын уға ла арнарға булыр ине. Алексей Мадрид янындағы һуғышта танк эсендә тереләй яна. "Гренадала" сит бәләгә ҡарата һиҙгер, ярҙамға килергә әҙер тороусы Рәсәйҙең киңлеге һәм йомартлығы
       сағылғандай. Михаил Светловтың легендар "Каховка тураһында йыры" ла бар. Уға көйҙө Дунаевский яҙған. 1935 йылда яҙылған
       "Йырҙы" Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы һалдаттар йырлар булған.
       Шағир үҙе Ватан һуғышы йылдарында фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. 1942 йылда "Егерме һигеҙ" поэмаһын, Лиза Чайкина хаҡында шиғырҙар циклын яҙа. Беҙҙең яҡташыбыҙ Н аталья Ковшова һәм уның иптәш ҡыҙы Мария Поливанова тураһында ла шиғырҙары бар. Фашистарҙың һөжүмен кире ҡағып, 1942 йылдың 14 авгусында снайпер ҡыҙҙар һуңғы граната менән үҙҙәрен шартлата һәм немецтарҙың да ғүмерен өҙә. Уларға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Михаил Светловтың һуңғы шиғырҙар китабы - "Офоҡ" һәм "Һунарсы йорто", шағирҙың вафатынан һуң бер китап булып сыға
       һәм Ленин премияһына лайыҡ була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал