6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Башҡортостан егете хеҙмәт иткән урынын ҡалдырыуҙа ғәйепләнә
17.06.05


       Осетияла хеҙмәт итеүсе Башҡортостан егете үҙ ирке ме нән хеҙмәт урынын ҡалдырып ҡайтыуҙа ғәйепләнә. Был турала
       "БАШвестЪ" гәзитенә Владикавказ гарнизонының хәрби прокуроры Александр Теблоев хәбәр итте. Яҡын арала был эш материалдары Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһына тапшырыласаҡ.
       Беҙҙең гәзит 2003 йылдың көҙөндә армияға саҡырылған 19 йәшлек Олег тураһында һөйләгәйне инде. Егеттең һүҙҙәре буйынса, рота командиры уны урындағы эшҡыуар осетин Аслан Догузовҡа һата һәм бының өсөн айына 700 һум аҡса алып тора.
       Терехиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул йыл самаһы ҡол хәлендә йәшәй: мал ҡарай, насар туҡлана һ. б. Бер нисә айҙан һуң Кав каз әсире өйөнә, Благовещенға шылтыратыу әмәлен таба һәм ата
       - әсәһенә барыһын да һөйләп бирә. Тиҙҙән атаһы Осетияға килә һәм улын алып ҡайтып китә.
       Быйылғы йылдың март айында Терехин әсәһе менән Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһына килә. Алынған мәғлүмәтте тикшергәндә рядовой Терехиндың ысынлап та "хәрби хеҙмәткә
       бәйләнмәгән хужалыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп ителеүе" асыҡлана. Әммә Өфө һәм Владикавказ гарнизондарында егеттең "ҡоллоғо" и рекле рәүештә булырға оҡшай тип баралар. Аслан Догузов та ошоно уҡ раҫлай. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән осрашыу ваҡытында ул Олегтың "дедовщинанан" ҡасып, үҙенә йәшәргә алыуын үтенеүе тураһында белдерҙе.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, рота командиры Александр Терещукка ҡарата 285 - статья буйынса енәйәт эше асыла. Владикавказ гарнизонының хәрби прокуроры хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә енәйәт составы булмағанлыҡтан был эш туҡтатылған.
       Әле Олег Терехин өйөндә йәшәй. Хәрби прокуратура әлегә уғ а теймәй - Владикавказдан документтар килеп етмәгән әле.
       "БАШвестЪ" ваҡиғалар үҫешен күҙәтеүен дауам итә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал