6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Шиғыр рухы берләштерҙе
17.06.05


       - Шиғриәт - мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө, бәлки
       төп өлөшөлөр ҙә, сөнки ул кешенең күңеленә үтеп инә, - тине Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән шиғриәт кисәһендә бард Александр Лынник. Ул башҡа күптәр кеүек йәмәғәтселек
       иғтибарына тәү тапҡыр үҙ ижад емештәрен алып сығыусы таланттарҙы хупларға, уларға ярҙам итер өсөн килгән ине. Конкурста ҡатнашыусыларҙың тәүге "ҡоймағы" бер ҙә уңышһыҙ булманы. Уларҙың һәр береһе үҙ һәләттәре менән жюри ағзаларын шатландырҙы. Әйткәндәй, шиғырҙарға баһаны билдәле шағирә Виктория Скриган етәкселегендә БР һәм РФ Яҙыусылар союзы, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзалары, нәшриәт, махсуслаштырылған баҫма вәкилдәре бирҙе. Таланттарҙы ҡотларға БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт, полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев та килгән ине. Ул әйтелгән конкурстың ҙур һәм изге эш булыуын билдәләне. Дөрөҫ, бөгөнгө
       баҙар ваҡытында беҙҙең һәр беребеҙ үҙ күңелендәген әйтеп бирә алмай. Йыйынтыҡ сығарыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Ә бына конкурста еңеүселәр ошондай мөмкинселеккә эйә булды һәм тиҙҙән уларҙың иң яҡшы әҫәрҙәре "Слово" конкурсында еңеүселәр, лауреаттар һәм финалға сығыусыларҙың шиғырҙар йыйынтығында" донъя күрәсәк.
       "Шиғри дебют" номинацияһында беренсе урынды Ксения Маркова, икенсе урынды Елизавета Евщик, өсөнсө урынды Владислав Хазиев алды. Был номинация лауреаттары - Дмитрий М итрошин һәм Виталий Щекин.
       12 йәшкә тиклемге балалар араһында "Бала саҡ ҡыңғырауҙары " номинацияһында еңеүселәр Александра Юшкова (беренсе урын),
       Анна Яцкив (икенсе урын), Артем Гостенов ( өсөнсө урын). Лауреаттар - Раян Ғайсин һәм Илнур Йосопов.
       "Шиғри һүҙ оҫтаһы" тип Эльдар Вәлиев (икенсе урын), Лилиә Кликич һәм Максим Балобанов ( улар өсөнсө урынды бүлеште) танылды. Лауреат исемен Светлана Войтюк һәм Вадим Матвеев
       яуланы. Ә бына иң юғары номинацияла беренсе урын алыусы булманы. Конкурсты алып барыусы әйтеүенсә, шиғри конкурста
       еңеүселәрҙе билдәләүе бик ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Сөнк и һәр ижад емешендә шағир күңеленең бер өлөшө, уның шатлыҡтары һәм ҡайғыһы. Ә күңел осошон баһалауы мөмкин түгел, уны йә ҡабул итергә йә ҡабул итмәҫкә генә була.
       Конкурс финалында яңғыраусы шиғырҙар барыһы ла бер тиң түгел, әммә улар тыңлаусыларға ниндәйҙер энергия өҫтәне, һәр кем конкурста үҙ шағирын таба ала ине.
       Кисә йылы һәм күңелле үтте, ул бында йыйылыусыларҙы шиғыр
       рухы менән берләштерҙе. Бард йырҙары яңғыраны (Рәмил Бәҙәмш ин, Дмитриий Леликов һәм башҡалар). Китаптар, йыйынтыҡтар бүләк ителде. "Һәнәк" журналының баш мөхәррире М арсель Сәлимов үҙенең шиғырҙарын һөйләне, ҡасан һәм нисек ит еп шиғыр яҙа башлауы, сатирк булып китеүе хаҡында бәйән итте.
       Шиғриәт һөйөүселәр ишеткән һәм күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды. Улар араһында билдәһеҙ шағирҙар етерлектер, моғайын, әммә уларҙың да шиғырҙарын ишетеүебеҙгә ышанам. Киләһе конкурста.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал