6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Депутаттар йәйен дә эшен туҡтатмай
17.06.05


       Республика парламентының сираттағы ултырышы йәйге осорҙа т әүгеһе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының иҫәп
       буйынса егерме бишенсеһе булды. Миҙгел, һауа торошо, йәйге ял кәйефе депутаттарҙың сифатлы эшенә йоғонто яһамай.
       Мировой судья вазифаһына дәғүә итеүсе кандидаттарының унауһына бер юлы тауыш бирергә тигән тәҡдим депутат корпусында яҡлаул тапманы. Уларҙың һәр береһен парламентарийҙар айырым ҡараны.
       Депутаттар шулай уҡ мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет составына үҙгәреш индерҙе.
       Үҙ рәттәренә бишенсе Черниковка һайлау участкаһында өҫтәмә һайлауҙарҙа еңгән Флорида Фартукованы алды. Әйткәндәй, был р еспублика парламентына һуңғы һайлауҙар түгел, урындағы үҙидара органдарына һайлау менән бер рәттән 26 июндә Дәүләт Йыйылышына дүрт депутат һайланасаҡ. Ултырыш барышында депутаттар Владимир Кашулинскийҙы тын ҡалып иҫкә алды.
       Депутаттар алты законды ҡарауҙы тамамланы, өсөнсө уҡыуҙы республиканың "Ергә түләү тураһында" законына төҙәтмәләр генә үтмәне. Ниһайәт "Башҡортостан Республикаһы территорияһында кеше иммунодефициты вирусы менән тыуҙырылған ауырыуҙың (ВИЧ - инфекцияның) таралыуын иҫкәртеү тураһында" законына үҙгәрештәр индерелде. Коллегаларының иғтибарын тағы бер тапҡыр СПИД таралыу проблемаһына йүнәлтергә һәм уларҙы был үлемесле ауырыуға ҡаршы көрәштә яңы саралар тураһында уйларға саҡырып, хеҙмәт,
       социаль һорауҙар, ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм һаулыҡты һаҡла у буйынса комитет ағзаһы Венер Сәхәүтдинов парламент спикерынан исемләп тауыш биреүҙе һораны. Был эштең мөһимлеген аңлаған депутаттар бер тауыштан тип әйтерлек законды ҡабул итте.
       Икенсе уҡыуҙы үткән туғыҙ закондың береһе республика Президенты тарафынан "Башҡортостан Республикаһының дәүләт гр аждандар хеҙмәте тураһында" федераль закон үҫешенә индерелде. Парламентарийҙар законға тәҡдим ителгән ун бер төҙәтмәнең яртыһын ҡалдырырға тәҡдим итә, ул да федераль
       кимәлдәге ярашлы хоҡуҡи акттар барлыҡҡа килгәнсе генә. Сөнк и был үҙгәрештәр республика дәүләт хеҙмәткәрҙәренең социаль һәм пенсион тәьмин ителеше тураһындағы һорауҙарҙы асыҡлай. И кенсе уҡыуҙа парламентарийҙар республиканың "Эскелекте,
       наркоманияны һәм токсикоманияны иҫкәртеү тураһында"
       законды раҫланы.
       Депутаттар төп иғтибарҙы парламентҡа беренсе уҡыуҙа
       ҡарарға тәҡдим ителгән закондарға йүнәлтте. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - финанстар министры Айрат
       Ғәскәров финанс блоктың өс законын тәҡдим итте. Беренсеһе республикала бюджет процесының характеры һәм механизмын
       билдәләй, икенсеһе уның бюджет - ара мөнәсәбәткә ҡағылған бүлеген деталләштерә. "Бюджет тураһында" һәм "Бюджет - ара
       мөнәсәбәттәр тураһында" закондар республика Президенты тарафынан тәҡдим ителде, уны булдырыуҙа парламенттың профилле комитеттары ла, башҡарма власть ведомстволары ла ҡатнашты. Республика бюджетын үтәү тәртибен билдәләү закондар сығарыу практикаһында яңылыҡ булып тора. Бынан тыш "бюджет - ара трансферт" төшөнсәһе барлыҡҡа килә һәм уларҙың Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленеүенең төп шарттарын билдәләй. Ошо маҡсатта "Бюджет - ара мөнәсәбәттәр тураһында" законында республика бюджеты составында муниципаль райондар һәм ҡала округтарын финанс яҡлау, компенсация фонды, социаль сығымдарҙы финанслау фонды һәм муниципаль үҫеш фонды төҙөү ҡарала. "2005 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында " законға үҙгәрештәр индереүсе һәм керем һәм сығымдарҙың финанс параметрын асыҡлаусы законды депутаттар шунда уҡ тулыһынса ҡ абул итергә ризалашты.
       Тағы дүрт законды парламентарийҙар беренсе уҡыуҙа ҡараны.
       Ултырышты республика парламенты спикеры Константин Толкачев алып барҙы. Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, министрлыҡ һәм ведомство, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Был сессия сиктәрендә һуңғы тапҡыр депутаттар егерме алтынсы ултырышҡа 7 июлдә йыйыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал