6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркотиктарҙан ҡайҙа ҡасырға Ғаиләгә!
17.06.05


       Көрәшме әллә иҫкәртеүме Наркотиктар таратыуға клгәндә,
       һис һүҙһеҙ беренсе вариант тап килә. Наркотикка буйһоноуҙо еңеүе
       күп осраҡта мөмкин түгел. Бары үҙеңде һәм яҡындарыңды был яуыздан һаҡлауға бар көсөңдө һалырға ҡала. Быны яҡшыраҡ башҡарыу өсөн нимә кәрәк Беҙҙең дошманыбыҙ кем, ниндәй провокацияға бирешмәҫкә һәм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн к емдең ярҙамы кәрәк Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль - психологик ярҙам үҙәгенең психолог - консультанты Ольга Попова яуап бирә.
       - Ольга Григорьевна, нимә ул наркотик һәм кемде наркотикк а бойондороҡло тип әйтергә була
       - Тәмәкеселәр наркотиктарһыҙ тормошҡа, һыра яратыусылар героинға буйһонмаҫҡа саҡыра. "Башҡалар ҡулланған наркотиктарға - юҡ! Мин бары тик һыра ғына эсәм, бер генә тәмәке тартам, йоҡлар өсөн дарыу ҡулланам, әммә ысын наркотиктар - бер ҡасан да!" - ти улар.
       Мәктәп уҡыусылары, ата - әсәләр, уҡытыусылар - улар барыһ ы ла психоактив матдәләр ҡуллана. Тикшерелгән төркөмдәр араһында иң юғары кимәл алкоголгә тура килә. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата - әсәләрҙең яртыһынан күберәге тәмәке тарта . Организмдың тәбиғи эшләүенә ҡыҫылған һәр сит матдә, кәйефк ә, тойғоларға йоғонто яһап, наркотик ролен үтәй. Һәр наркоти кта
       буйһондороу потенциалы бар. "Миңә теймәйәсәк, минең балаларым ундай түгел", - тип уйлайбыҙ беҙ. Әлеге ваҡытта үҙ балаһын, дуҫын, яҡынын наркотик һаҙлығынан тартып сығарырға маташыусылар ҙа шулай уйлаған. Маташалар, әммә булдыра алмайҙар, сөнки әлегә наркоманияны дауалауҙың һөҙөмтәле алымдары билдәле түгел.
       - 
       Телевизорҙан наркомандарҙы дауалау һәм реабилитациялау буйынса эшләүсе төрлө үҙәктәрҙе рекламалайҙар, әлбиттә. Әммә
       был бары реклама ғына, был ауырыуҙы реаль дауалаусы үҙәктәр
       юҡ. Эйе, унда физик бойондороҡлоҡтан ҡотолорға ярҙам итәләр . Эйе, унан сыҡҡас, бер ай, хатта ярты йыл буйы наркотик ҡаб ул итмәйҙәр, әммә артабан барыһы ла яңынан башлана. Нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһын, наркомания - дауалап булмай торған ауырыу, был ысынлап та шулай.
       - Кешене наркотик "тәмләп" ҡарарға нимә этәрә
       - Рәсәйҙә наркотиктар эпидемияһының ҡара көндәре башланды . Илдә ауырыуҙар һаны тураһындағы рәсми мәғлүмәт ысынбарлыҡты сағылдырмай. Илебеҙҙә наркология өлкәһендә әйҙәүҙе белгестәрҙең береһе, медицина фәндәре докторы Юрий А рзумановтың фекеренсә, булған һандарҙы кәм тигәндә алты тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә 16 йәштән 25 йәшкә тиклем йәштәрҙең 30 проценты даими рәүештә н аркотик ҡуллана. Башҡортостан да был исемлектә артта тормай.
       Ҡурҡыныс эпидемия тураһында һүҙ йөрөткәндә, беренсе сиратта социаль факторҙарҙы билдәләргә кәрәк. Һәм бында иң ҙур ролде ғаилә уйнай. "Улым, араҡы эсеү һәм тәмәке тартыу зарарлы", - ти ҡулына һыра тотҡан атай кеше ауыҙынан тәмәке
       төтөнө сығарып. "Сәйер, - тип уйлай улы, - атайымды күпме беләм, ул һәр ваҡыт эсә һәм тарта, әммә уға бер нимә лә булм ай, ул барыбер барыһынан да яҡшыраҡ булып ҡала, ул былай ғын а әйтә торғандыр".
       Йәштәштәре араһында был бала тәмәке һәм һыра ярҙамынан башҡа бер нисек тә урын таба алмаясаҡ. Өйҙә уны башҡа алымдарға бер кем дә өйрәтмәгән. Өйрәтһә лә үҙ миҫалында - и ң хөрмәтле һәм яҡын кеше миҫалында - түгел. Ә инде уҡыусыға: "Беҙҙең менән "тәмләп" ҡарарға хәлеңдән киләме Һин бит буласаҡ ир кеше", тиһәләр, уға килешеүҙән башҡа бер нимә лә ҡалмай. Юҡһа ул "көсһөҙ" буласаҡ. Ә инде ата - әсә балаһының өйгә үҙенең ғәҙәти хәлендә ҡайтмағанын һиҙә ҡалһа, тәрбиәләүҙең авторитар алымдары, язалау һәм тыйыуҙар башлана. Ул ваҡытта инде балаға уны урамда яҡшыраҡ аңлайҙар һәм ҡабул итәләр кеүек тойола. Ә инде берәй нимә эсеп йә тартып алһаң, донъя бөтөнләй түңәрәк. Шуға күрә, бәлки, үҙ балаларыңды тәрбиәләүҙе педагог, врач, милиция һәм башҡаларға йөкмәтергә түгел, "Балам өсөн нимә эшләйем һәм нимә эшләнем һуң" тип үҙеңә һорау бирергә кәрәктер.
       Героинды тәүге тапҡыр ҡулланыу һәр ваҡытта ла кире ҡаға белмәү, баҫымға ҡаршы тора алмауға бәйле түгел. Йыш ҡына уға
       ауыр хәлдән сығыу юлын тапмау, ғаиләлә йә йәштәштәре менән
       аралашыуҙа килеп тыуған проблемалар сәбәп булып тора.
       - Ольга Григорьевна, ғаилә баланы һаҡлап ҡалыр өсөн нимә эшләргә тейеш
       - Үҙ - ара татыу мөнәсәбәттә, бер - береһен аңлап йәшәгән ғаилә генә наркотиктар ҡабул иткән урам компанияларының йоғонтоһона ныҡлы ҡаршы тора ала. Әгәр ата - әсә балаһын нисек бар шулай, уның йәш үҙенсәлектәре менән ҡабул итә, уны ң ҡыҙыҡһыныуҙарына етди иғтибар бирә, уның менән хеҙмәттәшлек мөхитендә йәшәй, ауыр ситуацияла уға нисек ярҙам итергә мөмкин икәнлеген белә икән, был баланың наркотикка буйһоноу өсөн "мөмкинселеге" бик аҙ. Атай һәм әсә й менән аралашыуҙы бер ниндәй ҙә компьютер алмаштыра алмай. Бер ниндәй ҡиммәтле кейем ата - әсәйең, яҡындарыңдың аңлауына булған ихтыяжды кәметмәй. Әгәр ҙә ата - әсә балаһының наркотик ҡуллана башлауын белеп ҡалһа, уның ауырыу икәнлеген иҫтә тоторға кәрәк. Балаға сирлегә ҡараған кеүек, йылы ҡарашта булыу мөһим. Һәм мотлаҡ белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Нарколог, психолог, педагогҡа барырғ а була. Бары тик квалификациялы белгес кенә наркотикка әсир төшкән балаға һәм уның ата - әсәһенә ярҙамға килә ала.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал