6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Чиновниктар журналистарҙың кәрәген бирҙе!
16.06.05


       "Приозерный" физкультура - спорт комплексы майҙанынд а үткән ярышта республика киң мәғлүмәт сараларының берләшкән
       командаһы Башҡортостан чиновниктарының йыйылма командаһы м енән осрашты. Башта тигеҙ барған уйын журналистарҙың еңелеүе менән генә түгел, уларҙың тар - мар ителеүе менән тамамланды, иҫәп министрҙар, начальниктар, етәкселәр һәм баш
       белгестәр файҙаһына - 8 : 3. Уйында бишәр кеше ҡатнашты - дүртәү майҙанда һәм ҡапҡа һаҡсыһы. Журналистар командаһы
       әҙерлек кимәле төрлө булған "спортсыларҙан" тора ине, төрлө турнирҙарҙа йыш ҡатнашыусы һәм күнекмәләргә билдәле ваҡыт бү леүсе чиновниктар иһә күпкә берҙәмерәк команда булып сыҡты.
       Осрашыуҙа ҡапҡа һаҡсыларының уйынын айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Киң мәғлүмәт саралары командаһы һәм чиновниктар коллективының ҡапҡа һаҡсылары ныҡ торҙо, улар булмаһа, ике ҡапҡаға ла тиҫтәләгән туп керер ине, моғайын.
       Журналистар командаһында кесе Никерин һәм Сибәғәтуллиндың у йыны айырылып торҙо. Максим Никерин "Город против наркотиков" гәзитенең баш редакторы, спортҡа һөйөүҙе атаһы -
       Өфөнөң спорт комитеты етәксеһе Александр Никерин тәрбиәләгәндер тип уйларға ҡала. Икенсе форвардтың исеме Альмир, ул "Салауат Юлаев" хоккей клубы фоторәссамы һәм "Советский спорт" гәзитенең һәм "Башинформ" агентлығының штаттан тыш фотографы. Тәүге голдың авторы ла Сибәғәтуллин. Журналистар алға сыҡты - 1 : 0.
       Чиновниктар командаһының һәр ағзаһы ярайһы уҡ юғары кимәлдә туп тибә белеүен күрһәтте. Мәҫәлән, БР Президентының
       матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ростислав Мырҙағолов һөжүм иткәндә бик хәйләкәр, ә Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев үҙ
       ҡапҡалары эргәһендәге киҫкен мәлдәрҙә оборона ойоштороуға
       оҫта. Республиканың юстиция министры Владимир Спеле үҙ ҡапҡа һаҡсыһының хоҡуҡтарын яҡшы һаҡланы - был футболсының о ҙон буйы, көслөлөгө, оҙон аяҡтары хужаһына көрәштә ярҙамға к илде. БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Борис Мелкоедов һәм "Берҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуровты ла яҡшы "технарь" тип әйтке
       килә. Һуңғыһы хатта ике команда өсөн дә уйнап өлгөрҙө. Беренсе таймда ул БСТ каналында тапшырыуҙар алып барыусы булараҡ, киң мәғлүмәт саралары намыҫын яҡланы, икенсеһендә инде сәйәси эшмәкәр ҙә булыуын иҫкә алып, чиновниктар өсөн
       уйнаны.
       Уйын 50 минут дауам итте. Журналистар тәнәфескә тиклем генә лайыҡлы көрәш алып бара алды. Сибәғәтуллиндың голынан һ ө чиновниктар тиҙ арала иҫәпте тигеҙләне. Журналистар тағы алға сыҡты (2 : 1), әммә оҙаҡҡа түгел. Тәнәфестән һуң "яҙыусы - төшөрөүселәр" 2 : 3 иҫәбе менән бирешә башланы. Ул
       осрашыуҙағы иң яҡшы спортсыларҙың береһе Максим Никерин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен насар тойоу сәбәпле уйынды дауам итә алманы.
       Икенсе таймда журналистика данын яҡлап "Неделя" нәшриәт йорто егеттәре сыҡты. Бының сәбәбе түбәндә: киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һаны күп булыу арҡаһында улар ике составта уйнарға килеште. Әгәр беренсе таймда уйын үҙ - ара ихтирамлы булһа, икенсе таймда "Неделя" вәкилдәре тупаҫыраҡ та ҡылана башланы. Әммә был да уларға ярҙам итә алманы, һөҙөмтәлә журналистар был таймда 1 : 5 иҫәбе менән еңелде.
       Һуңғы иҫәп - 8 : 3, төп власть файҙаһына. Дүртенсеһенә күнекмәләр үткәрергә лә үткәрергә кәрәк әле.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал