6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Урман сәнәғәте йоҡонан уяна
17.10.03


       Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы әкренләп булһ а ла йоҡоһонан уяна башланы. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, июль айындад етәкселек был тармаҡтың алға китеү башланғысын билд әләп үткәйне. Бөгөн килеп Башҡортостандың Сәнәғәт министрлығ ында урман сәнәғәте комплексына ҡараған предприятиеларҙың эш
       һөҙөмтәләре буйынса тәү башлап оҙайлы ваҡыт эсендә продукци я сығарыу күләме артыуы асыҡланды.
       Тармаҡтың һигеҙ айға эш һөҙөмтәләренән нимә күрәбеҙ Ре спублика йортонда үткән сираттағы селектор кәңәшмәһендә БР Х өкүмәт Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов урман, ағас эш кәртеү һәм целлюлоза - ҡағыҙ сәнәғәте буйынса физик күләм ин дексы 103,2 процент тәшкил итеүе тураһында хәбәр итте. Әйтер гә кәрәк, һөҙөмтәләр өмөтләндерә. Тармаҡтың ыңғай үҫешкә таб ан йүнәлеүен нимә тәьмин иткән Был һорау менән беҙ Башҡорто стан Сәнәғәт министрлығының урман сәнәғәте комплексы бүлеге
       белгесе Алексей Мироновҡа мөрәжәғәт иттек. Ул бының сәбәбен
       ике факторҙа күрә.
       -- Беренсенән, яуланған позицияларҙы нығытырға предприя тиеларҙы реформалау процесы булышлыҡ итә. Урман сәнәғәте ком плексы субъекттарында үҙгәртеп ҡороу, һәр тармаҡтағы кеүек ү к, бурыстарҙан ҡотолоу һәм предприятиеның етештереү тарихын "таҙа биттән" башлауҙан ғибәрәт. Тотош тармаҡтың күләмен үҫт ереү һәм финанс - иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыу ҙа ошонан
       килә. Күптән түгел бындай "үҙгәртеп ҡороу" аша үткән предпр иятиелар араһында "Башурманкомплект", "Стәрлетамаҡ урман ком бинаты", "Әмзә урман комбинаты" дәүләт унитар предприятиелар ы, "Сибай урман сәнәғәт хужалығы", "Өфө эксперименталь мебел ь фабрикаһы", "Башмебель" акционерҙар йәмғиәтен әйтергә була .
       Финанс яҡтан һауығыу барышында предприятие ике өлөшкә б үленә: бер яҡта бурыстар ҡала, икенсе яҡта иһә -- һау етеште реүсе өлөш.
       Алғы рәткә сығыуҙың икенсе сәбәбе -- ағасты комплекслы эшкәртеү. Республиканан ситкә "кругляк" сыығарып һатҡансы ағ ас эшкәртеү продукцияһын һатыу күпкә отошлораҡ икәнлеген бар ыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Һәм хәҙер урман үҫтереп кенә ҡалмайбыҙ, ун ы эшкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һөҙөмтәлә сеймал һатыуҙ ан тыш, әҙер продукция ла һатабыҙ. Алексей Мироновтың һүҙҙәр е буйынса, был йүнәлештә Инйәр һәм Бөрйән урман сәнәғәт хужа лыҡтары айырыуса әүҙем эшләй.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал