6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Салауаттың толпары еләсәк әле
16.06.05


       Һәр халыҡтың тарихында уның милли рухын сағылдырыусы айырым шәхестәре бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ милләтенең символына әүерелә. Башҡорт халҡы өсөн Салауат Юлаев шундай символ ролен үтәй. Ошо көндәрҙә уның тыуыуына 251 йыл тулды.
       Шул уҡ ваҡытта был дата - Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының с ағыу, бай тарихы тураһында иҫкә төшөрөү өсөн бына тигән сәбәп. Батыр яҙмышы - Рәсәй дәүләте менән туғанлашҡан һәм "рус батшаһы" идеяһы берләштергән башҡорттар биргән тарихи һабаҡ. Улар сепаратист позицияһынан түгел, ә илдең башҡа халыҡ вәкилдәре менән бергә яҡшы, татыу тормошто яҡлап
       сығыш яһаған.
       Бөйөк Рәсәй иҫән саҡта Салауаттың толпары еләсәк әле. Рәсәйгә мәңгелек булырға яҙған. Салаут Юлаев та мәңгелек, ти п билдәләй геройҙың тарихтағы урынын республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
       Салауат Юлаев - ниндәйҙер образ йә символ түгел, ул - тер е кеше, башҡарған эштәре уны символға әйләндерә. Һәм уның тураһында ниндәйҙер дөйөм фразалар түгел, ә булған хәлдәрҙе файҙаланып һөйләргә була, шул саҡта ғына бөгөнгө быуын уның ысынбарлыҡта ниндәй кеше булғанын, ниндәй эштәре уны тарихи шәхескә әйләндереүен аңлай аласаҡ. Дөрөҫ, социализм дәүерендә батыр образы күберәк етәксе партия ҡуйған маҡсаттар өсөн тиражлана. Әлеге ваҡытта ғалимдар тыныс рәүештә, сәйәсәтте ҡыҫтырмайынса, 18 быуат тарихының көнүҙәк проблемаларын тикшереүҙе дауам итеү, Салауат
       Юлаевтың күп яҡлы образын тулы һәм объектив асыу мөмкинселегенә эйә булды.
       Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә тарихи фән алға ҙур аҙым яһаны , яңы сифат кимәленә күтәрелде, күп кенә һорауҙарҙың мәғәнәһе үҙгәрә, тарихсыларға элек тыйылған архив документтары менән файҙаланыу мөмкинселеге асылды. Һәм етди монографиялар менән бер рәттән Рәсәйҙең китап кәштәләре тарихи беллетристика менән тулыуы аңлашыла. 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына килгәндә, бында ике фекер булыуы мөмкин түгел - ул халыҡтың, төрлө социаль ҡатлам һәм милләттәрҙең батша хөкүмәте алып барған сәйәсәткә ҡаршы сығышы.
       Кем һуң ул Салауат Юлаев Башҡорт халҡының милли геройы, яугир - полководец, баш күтәреүсе башҡорттарҙың юлбашсыһы. М остай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, ялҡынлы шағир, уның хәрби саҡырыу публицистикаһы ғына түгел, тыуған яғының матурлығы, мөхәббәт тураһындағы лирикаһы ла төп идея - нимә өсөн көрәшкә күтәрелеү кәрәклеге тураһында һөйләй. 25 йылға
       һуҙылған сыҙап булмаҫлыҡ шарттарҙа ла атаһын һаҡлаусы тоғро
       ул. Тикшереү аҫтында булғанлыҡтан, Өфөгә аманат сифатында килтерелгән ҡатыны һәм улына ярҙам итә алмауын фажиғә тип һанаусы ир һәм атай. Нәҡ Салауат Юлаев азатлыҡты халыҡ байлығы тип һанай һәм үҙенең кешелек дәрәжәһен,социаль, милли һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙың башлығы була.
       Бөгөн Салауат Юлаевтың биографияһы ентекле өйрәнелгән. Тарихсылар әйтеүенсә, старшина Юлай Аҙналинды, Салауаттың
       атаһын (быйыл батырҙың атаһының тыуыуына 275 йыл тулыуы
       билдәләнә), байҙар рәтенә индереп булмай. Ул башҡорттарҙың
       ерендә заводтар төҙөр өсөн уларҙы һатырға өгөтләгән губерна чиновниктарына ҡаршы көрәшә. 1772 йылда рус армияһына Польша конфедераттарына ҡаршы көрәшкән башҡорт атлылары сос тавында ҡыйыулығы өсөн награда менән бүләкләнгән атаһының шәхесе, уның башҡорт ерҙәренең таратылыуына ҡаршы сығышы Салауатҡа ла ҙур йоғонто яһай.
       Салауат Юлаевтың белемле булыуында ла атаһының өлөшө ҙур:
       ул төрки телен яҡшы белә, рус телендә лә һөйләшкәндер, моғайын, сөнки күп милләтле баш күтәреүселәр отряды менән етәкселек итеү уға ҡыйын булмай. 1773 йылдың ноябрь айында Стәрлетамаҡ башҡорт - татар карателдәр корпусы составында
       Салауат ирекле рәүештә баш күтәреүселәр яғына күсә. Ошо көндән ҡулға алынғанға ( барыһы 1 йыл һәм 15 көн), 1774 йылд ың 25 ноябренә тиклем, ул Рәсәй империяһының монархия власы нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы Крәҫтиәндәр һуғышының уртаһында ҡайнай, 28 һуғышта ҡатнаша, уларҙың ун берен үҙе ойоштора, ҡалғандарында Емельян Пугачев етәкселегендәге Төп ғәскәрҙәр составында була.
       Салауат Юлаев Пугачев менән танышҡан ваҡытта уға ун туғыҙ
       йәш тула. Йәш башҡорт яугиры үҙенең ҡыйыулығы һәм ғәскәргә идара итеү таланты менән ул ярты ай эсендә "мужиктар батшаһы ның" ышанысын һәм ихтирамын яулай һәм баш күтәреүселәр армияһының иң йәш полковнигы итеп билдәләнә. 1775 йылдың 29 ноябрендә Салауат Юлаевты һәм уның атаһын Балтик диңгеҙенә Р огервик нығытмаһына ебәрәләр. Сирек быуат дауамында ул каторгала яфалана, атаһына ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй.
       Үҙ ғүмерен халыҡ азатлығы өсөн йәлләмәгән полководец һәм үҙ шиғриәтендә тыуған тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ тәбиғәте һәм мөһабәтлелеген, башҡорт рухын данлаған шағирҙың образы юҡҡа ғына Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында урын алмаған. Башҡорттарҙың Рәсәй халҡының күп милләтле ғаиләһе составында үҙ милли билдәләнешенә тәүге тарихи ынтылышы 1990 йылдың октябрендә ҡабул ителгән Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияла тулыһынса тормошҡа ашырыла. "Үҙенең тыуған еренең ошондай яҙмышы тураһында Салауат Юлаев хыяллана ғына алған", - тип билдәләне батырҙың
       тыуыуына 250 йыл тулыуына арналған юбилей тантанаһында республика башлығы Мортаза Рәхимов.
       Салауат Юлаев исеменең төрлө милләт халыҡтары араһында билдәле булыуын бер кем дә кире ҡаға алмай. Сөнки Урал һәм Волга буйы халыҡтары вәкилдәре лә үҙ хоҡуҡтары һәм азатлығы өсөн батыр менән иңгә - иң терәп көрәшә. Емельян Пугачев һәм
       Салауат Юлаевтың халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы яҡлы булыуҙары ул ваҡыттағы милләт - ара мөнәсәбәттә алға китеүгә тәүге аҙым булып тора. Салауат Юлаев Пугачевҡа рус халҡының Рәсәй илен нығытыуға саҡырыусы юлбашсыһы булараҡ килә. Пугачевтың бар халыҡҡа ла тигеҙ ҡарашта булырға вәғәҙә итеүе , милли йолаларға хөрмәт менән ҡарауы баш күтәреүҙә үҙ ролен
       уйнамай ҡалмай. Халыҡ аңы Салауаттың Пугачев менән дуҫлығын
       һәм башҡорт яугирҙарының Рәсәйҙең Наполеонға ҡаршы һуғышында күрһәткән батырлығы менән бер рәткә ҡуйып ҡарай. У рал - Волга буйының күп милләтле төбәгендә ул йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килгән халыҡ берлеге күп һынауҙар аша үтә, әммә бе р ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Ил бөтөнлөгөнөң нигеҙе ошонан барлыҡҡа килә лә инде. Шуға күрә Салауат Юлаев тарихҡа Рәсәйҙең ысын патриоты булараҡ ингән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал