6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Йәшелдәр" сәйәсәткә ынтыла
16.06.05


       Рәсәйҙең сәйәси рәттәре тағы бер партия менән тулыланды . Ул "Йәшелдәр союзы" ("Йәшел Рәсәй") тип атала. Яңы сәйәси көстөң тәүге рәсми йыйыны Бөтә донъя тирә - яҡ мөхитте һаҡла у көнөндә ойошторолдо. Был турала журналистарға "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР экологтар союзы рәйесе, Рәсәй эколог - юристар союзы рәйесе Александр Веселов хәбәр итте. Уның менән бергә һөйләшеүҙә Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан
       республика ойошмаһы президиумы ағзаһы Борис Павлов һәм БР т әбиғи ресурстар министры урынбаҫары Анатолий Романов та
       ҡатнашты.
       - Илебеҙ бәлә алдында тора, - ти Александр Веселов. - Ғүм ер оҙонлоғо кәмегәндән кәмей, ауырыуҙар һаны арта. Шуға күрә тимрә - яҡ мөхитте һаҡлау - асылда бар халыҡ өсөн мөһим һора у.
       Экологик проблемаларҙы йәмәғәтселек эшмәкәрлеге сиктәрендә генә хәл итеүе мөмкин түгел. Тимәк, Рәсәйҙең
       йәшелдәр союзы төҙөү тормош талабы булып тора.
       Йәшелдәр партияһына Рәсәйҙең экологик сәйәсәт үҙәге
       президенты, элек Горбачев һәм Ельциндың экология буйынса
       советнигы вазифаһын үтәүсе Алексей Яблоков етәкселек итә. Партияның федераль сәйәси советы составы 14 кешенән тора. Беҙҙең төбәктән сәйәси советҡа Александр Веселов инә.
       Сағыштырыу өсөн Александр Калинович түбәндәге миҫалды килтереп үтте: Көнбайышта 32 йәшелдәр партияһы эшләп килә, уларҙың иң көслөһө - Германияла, ул парламентта тауыштарҙың 14 процентын тәшкил итә. Германияла төрлө ҡалдыҡтар 65
       процентҡа тиклем эшкәртелә.
       - Экологик контролдең берҙәм органы булырға тейеш, ул тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген күҙәтеү аҫтына аласаҡ.
       Закондар сығарыу йәһәтенән ойошма үҙ алдына ике бурыс ҡуя
       - экологик сәйәсәт һәм экологик эшҡыуарлыҡ тураһында закондарҙы үткәреүгә булышлыҡ итеү.
       - Һөҙөмтәле экологик эшҡыуарлыҡ - Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе өсөн ҡеүәтле инструмент буласаҡ, - ти
       Александр Веселов.
       Анатолий Романовтың һүҙҙәре буйынса, БР Тәбиғи ресурстар министрлығы яңы бөтә Рәсәй йәшелдәр партияһын булдырыуҙы хуплай. Һәм әлеге ваҡытта Башҡортостан предприятиеларына продукцияның таҙалыҡ билдәһе тапшырыу буйынса уртаҡ
       эшмәкәрлек башларға ниәтләй.
       РФ Дәүләт Думаһының киләһе һайлауҙарында ҡатнашыуға
       теркәү үтер өсөн йәшелдәр партияһы составында 50 мең, партияның беҙҙең төбәктә теркәлеү үтеүе өсөн - 500 ағза булырға тейеш. Кәрәкле тауыш йыя алмаған хәлдә, "йәшелдәр" экология йәһәтенән көслө программаға эйә булған "Партия жизни", "Яблоко" фирҡәләре менән берләшергә ниәтләй. Шулай ҙ а "йәшел" хәрәкәт ағзалары илебеҙ халҡы өсөн Рәсәйҙе ҡотҡарыу мәсьәләһе буш ауаз булмауына ышана.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал