6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Араҡы шешәһен яндырыу акцияһы, йәки Ваҡыт ағышын туҡтатып
16.06.05


       Барыһы ла киләсәккә ынтыла. Тик ҡайһы берҙә ваҡытты туҡтатып , үткәнгә баһа биреүҙе лә онотмаҫҡа кәрәк. Бөгөн быны эшләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, видеокамераға төшөрөлгән кадрҙарға күҙ һ алыу ҙа етә. Ә беҙҙең оләсәй һәм олатай ваҡыттарында көн геройы булып ғәли йәнәптәре фотограф иҫәпләнгән. Уның хеҙмәт
       емештәре бөгөн БР Милли музейының ике залын биләй. Бында профессиональ фотографтарҙың да, фотоға төшөрөү һөнәре менән эш араһында ғына булышыусыларҙың да һүрәттәре бар.
       Улар барыһы ла тигеҙ дәрәжәлә ҡиммәтле, сөнки беҙгә тағы бе р тапҡыр Өфө тарихына күҙ һалырға мөмкинселек бирә. Оҙон күлдәк, ҡупшы эшләпә кейгән, ҡояш нурҙарынан һаҡлаусы ҡулсатыр тотҡан ҡылансыҡ 19 быуат ҡатын- ҡыҙҙары, фрак кейгә н джентльмендары Видинеев паркы буйлап ашыҡмай ғына йөрөштөрә. Был турала уҡығаныбыҙ бар, әлбиттә, тик уларҙы
       үҙебеҙҙең Өфө урамдарында күҙ алдына килтереүе нисектер ауырыраҡ. Күңелле ял итеүҙәрҙән тыш ҡатын - ҡыҙҙар файҙалы
       эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнгән. Туберкулез менән ауырыусылар өсөн средство йыйғандар, бының өсөн махсус рәүештә ромашка көнө булдырылған.
       Фотографиялар буйынса фекер йөрөткәндә, өфөлөләрҙе 19 быуатта алкоголизм борсомаған, ул егерменсе быуатта ғына сәскә ата. 80 - се йылдарҙа илебеҙҙә, билдәле булыуынса,
       алкоголизмға ҡаршы кампаниялар ойошторола. Был эштән
       өфөлөләр ҙә ситтә ҡалмай һәм ... араҡы шешәһен яндырыу буйынса акциялар үткәрелә.
       20 быуатта төшөрөлгән фотоларҙа митинг, төҙөлөштәр ҙә һүрәтләнә. Бына, мәҫәлән, 1959 йылда Дуҫлыҡ Монументын асыу,
       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры,
       "Победа" кинотеатры төҙөлөштәре. Митингыларға килгәндә, 1945 йылда Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын еңеү уң айы менән төшөрөлгән фотолар айырыуса ҡиммәт.
       Фотоларҙа билдәле йөҙҙәрҙе лә күрергә мөмкин - Рудольф Нуреев, Муса Гәрәев, Борис Домашников. Светлана Гармстың портреты иғтибарҙы йәлеп итә, ул - Башҡортстан ҡатын - ҡыҙҙа ры араһында еңел атлетика буйынса тәүге спорт мастеры, СССР һәм РСФСР чемпионкаһы. Ул 1956 йылда 21 йәшендә Мәскәүҙә олимпия уйындары алдынан саҡырылған йыйында һәләк була.
       Фотокүргәҙмәлә ҡуйылған һүрәттәрҙән тыш фотокамералар коллекцияһы менән дә танышырға мөмкин.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал